27 август
27 август — григориан стиле буйынса йылдың 239-сы (кәбисә йылында 240-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 126 көн ҡала.
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | 31 | |||
2023 йыл |
27 август | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар

Халыҡ-ара
Милли
АҠШ: Нефть көнө.
Молдова: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Рәсәй киноһы көнө.
Украина: Сало көнө.
Һөнәри
Рәсәй Федерацияһы: Алыҫ араларға йөрөүсе водителдәр көнө (августың һуңғы шәмбеһе).
Тарихи ваҡиғалар

- 1911: Хәҙерге «ЦСКА» футбол клуб ойошторола.
- 1922: СССР һәм Рәсәйҙең сатирик журналы «Крокодил»дың тәүге һаны баҫылып сыға.
- 1955: Гиннесстың рекордтар китабының беренсе баҫмаһы донъя күрә.
- 1966: СССР (хәҙер Рәсәй) Оборона министрлығының Хәрби тарих ғилми-тикшеренеү институты эшләй башлай.
- 2005: Ҡазан ҡалаһында метро асыла.
- 2007: «Өфө-Арена» боҙ һарайы асыла.
Был көндө тыуғандар

0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Каспранский Әхмәткамал Әхмәҙинур улы (1895—10.12.1937), СССР-ҙың партия эшмәкәре. 1920 йылдың март—май айҙарында ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының яуаплы (1-се) секретары, 1930—1937 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Ер эштәре халыҡ комиссариатының бүлек мөдире. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Сәлих Хөснийәров (1915—30.07.1992), йырсы (лирик тенор), мәҙәниәт өлкәһе эшмәкәре. 1941—1967 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 1960—1964 йылдарҙа директоры; 1967—1977 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1959). «Почёт Билдәһе» ордены (1955) кавалеры.
- Әмиров Рафат Хәйрулла улы (1930—2011), хужалыҡ эшмәкәре, 1978—1992 йылдарҙа Талбазы колхоз-ара төҙөлөш ойошмаһы рәйесе һәм колхоз-ара күсмә механикалаштырылған колонна начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1990), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Сәсәниә (Сәсәнбаева Эльмира Йыһанбай ҡыҙы; 1950), башҡорт шағиры, Ғәли Ибраһимов исемендәге премия лауреаты (1999).
- Ғәлләмов Илфат Ваис улы (1955), тарихсы-архивсы, дәүләт эшмәкәре. 1986—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығының начальник урынбаҫары, 2013—2019 йылдарҙа — начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе кавалеры, Балаҡатай районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Масҡары ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Бабикова Людмила Константиновна (1946), хеҙмәт ветераны. 1966—1994 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе аппаратсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1988). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Дмитриевка ауылынан.
- Горбик Олег Григорьевич (1946), хеҙмәт ветераны. Күмертау авиация етештереү предприятиеһының элекке хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рационализаторы (2004). Сығышы менән хәҙерге Беларусь Республикаһының Минск ҡалаһынан.
- Сабирйәнов Хәкимйән Мәүлитйән улы (27.08.1951), ауыл хужалығы һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1988-2002 йылдарҙа Балаҡатай районы «Победа» колхозы рәйесе, 2003-2011 йылдарҙа Үтәш ауыл Советы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995), райондың почётлы гражданы (2001). Сығышы менән Түбәнге Үтәш ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Павленко Иван Изосимович (1922—24.01.2008), ауыл хужалығы һәм совет органдары хеҙмәткәре. 1951 йылдан Хәйбулла район Советы башҡарма комитеты секретары, 1952—1958 йылдарҙа — башҡарма комитет рәйесе урынбаҫары; 1962 йылдан — «Сельхозтехника»ның район берекмәһе идарасыһы; 1971 йылдан район ауыл хужалығы идаралығының кадрҙар эше буйынса инженеры, 1981—1982 йылдарҙа — идаралыҡ начальнигының мал аҙығы әҙерләү буйынса урынбаҫары. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1957), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1981). Сығышы менән ошо райондың Яңы Украинка ауылынан.
- Фәтҡуллин Ғәлимйән Нурислам улы (1932—...), нефтехимик. 1963—1984 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе аппаратсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1981). СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте отличнигы (1967, 1979). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Татар Һаҫыҡкүле ауылынан.
- Смаҡова Асия Вәфир ҡыҙы (1947), йырсы, 1969—1998 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының артист-вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010).
- Кузбәков Рөстәм Сөләймән улы (1952), табип, йәмәғәтсе. 1976 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се дауаханаһы табибы, 1991 йылдан — баш табибы; 1997 йылдан ҡала хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау бүлеге начальнигы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Гарустович Геннадий Николаевич (1957—24.05.2017), ғалим-тарихсы-археолог. 1989—2017 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты археология бүлегенең ғилми хеҙмәткәре һәм өлкән ғилми хеҙмәткәре. Тарих фәндәре кандидаты (1998).
- Яруллина Любовь Георгиевна (1957), ғалим-биолог. 1980 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Биохимия һәм генетика институты ғилми хеҙмәткәре, 2003 йылдан — өлкән, 2007 йылдан — әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 2009 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2007), профессор (2018). Сығышы менән Дүртөйлө ҡалаһынан.
- Вәлиева Гөлназ Даурат ҡыҙы (1972), ғалим-тел белгесе. 2000 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (2002), доцент (2003).
- Шәйбәков Айнур Рәүил улы (1992), спортсы. Шашка буйынса халыҡ-ара гроссмейстер. Шашкала тиҙ уйнау буйынса донъя чемпионы, донъя һәм Европа чемпионаттары еңеүсеһе һәм призёры, Рәсәй чемпионы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Мәүлитова Мәғрифә Зәки ҡыҙы (1913—7.10.2004), инженер‑технолог. Өфө нефть ғилми‑тикшеренеү институтының беренсе директоры (1947—1956). РСФСР-ҙың 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте эшмәкәре (1982), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған нефтсеһе (1967), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1973). Ленин (1970), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948, 1959) ордены кавалеры.
- Сәғитов Мөхтәр Мофаззал улы (1933—20.06.1986), фольклорсы-ғалим, филология фәндәре кандидаты (1965). 1964—1986 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр һәм өлкән ғилми хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1987).
- Ғафаров Булат Баҡый улы (1938—26.01.2003), педагог-методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1978), профессор (1995). Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1984), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1998).
- Заяц Антонина Николаевна (1953), ҡурсаҡтар уйнатыусы актёр. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Шефер Дэниел Эван (1964), АҠШ тарихсыһы. Философия докторы (1995), профессор (2002). Урал‑Волга төбәгендә 1917—1925 йылдарҙағы совет милли сәйәсәтен, шул иҫәптән Башҡорт һәм Татар АССР-ҙарын ойоштороу мәсьәләләрен тикшереүсе; Башҡорт милли хəрəкəте эшмәкәре, дин әһеле Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиевтың тормошон һәм эшмәкәрлеген өйрәнеүсе. Сығышы менән Чикаго ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
27 августа тыуғандар
Был көндө вафат булғандар

27 августа вафат булғандар
Йыл көндәре

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.