21 август
21 август — григориан стиле буйынса йылдың 233-сө (кәбисә йылында 234-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 132 көн ҡала.
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2024 йыл |
21 август | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар

Халыҡ-ара
- Терроризм ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
Ер: Макияшһыҙ һәм косметикаһыҙ көн.
Милли
АҠШ: Оло йәштәгеләр көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Ҡырағай үләндәр йыйыу көнө.
Филиппин: Ниной Акина көнө.
Һөнәри
Рәсәй Федерацияһы: Һауа флоты көнө.
- Офицерҙар көнө.
- Шағирҙар көнө.
Тарихи ваҡиғалар

- 1919: Башревком эвакуациянан ҡайта һәм Стәрлетамаҡта урынлаша.
- 1992: Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты ойошторола.
Был көндө тыуғандар

0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Вяткин Михаил Порфирьевич (1895—7.12.1967), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1934 йылдан СССР Фәндәр академияһы Тарих институты Ленинград бүлексәһенең өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1957—1967 йылдарҙа директоры; 1945—1957 йылдарҙа Ленинград педагогия институтының СССР тарихы кафедраһы мөдире. Ҡырғыҙ ССР-ы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1954), тарих фәндәре докторы (1944), профессор (1945). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1965). Фәнни хеҙмәттәре күсмә халыҡтар тарихына һәм Рәсәй империяһының социаль-иҡтисади тарихына, шул иҫәптән 20-се быуат башында Уралдағы тау сәнәғәте үҫешенә арналған. Сталин премияһы лауреаты (1948). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән Ырымбур ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев (1841—28.06.1907), башҡорт мəғрифəтсе-шағиры, тәржемәсе, филолог, тарихсы, этнограф, йəмəғəт эшмəкəре, публицист.
- Ғатауллин Шакирйән Нурый улы (1936—16.12.2002), уҡытыусы, еңел атлетика һәм саңғы спорты буйынса тренер. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылынан.
- Козлов Анатолий Александрович (1946—3.11.2004), журналист. 1969 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. 1967—2004 йылдарҙа «Советская Башкирия» һәм «Республика Башкортостан» гәзиттәре хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1982 йылдан — бүлек мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982), Башҡортостан Журналистар союзының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Васильевка ауылынан.
- Сәлихов Әмир Әғләм улы (1961), хеҙмәт алдынғыһы. 2002—2017 йылдарҙа Күмертауҙағы «Акрополь» йәмғиәте эшсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2011). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Павлодар өлкәһе Экибастуз ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Лоҡманов Рәсих Сәләх улы (1942—2.11.2019), педагог, комсомол, мәғариф һәм партия органдары, матбуғат хеҙмәткәре. 1965 йылдан ВЛКСМ-дың Белорет район комитеты секретары; 1969 йылдан Белорет район мәғариф бүлеге мөдире; 1978 йылдан КПСС-тың Ҡыйғы район комитеты секретары; 1980 йылдан КПСС-тың Учалы ҡала комитеты инструкторы; 1991—1999 йылдарҙа Учалы районының «Яйыҡ» гәзите мөхәррире. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1981), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1982).
- Клюев Александр Владимирович (1952), ғалим-юрист, комсомол һәм дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1978 йылдан Башҡортостан студент төҙөлөш отряды комиссары; 1981—2000 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Дәүләт именлеге комитеты һәм Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәре. 2001—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Юридик фәндәр кандидаты (2004). Полковник (2005).
- Хөснийәров Ирек Вәғиз улы (1972), спортсы, тренер. Олимпия резервының Октябрьский ҡалаһындағы 3-сө спорт мәктәбенең спорт ориентирләшеүе буйынса тренеры. Рәсәйҙең спорт мастеры.
- Мәғсүмов Илшат Илдар улы (1987), хужалыҡ хеҙмәткәре. 2011 йылдан Дүртөйлө ҡалаһындағы тротуар плиткаһы эшләүсе «Мир камня» предприятиеһы директоры. Йәштәрҙең бизнес-проекты республика конкурсы Грантын яулаусы (2011). Сығышы менән ошо ҡаланан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Паширов Валентин Дмитриевич (1924—6.11.1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, танк полкының взвод командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
- Пономарев Владимир Матвеевич (1939—26.07.2017), хеҙмәт алдынғыһы, йәмәғәтсе. 1974–2004 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе бригадиры. СССР-ҙың халыҡ депутаты (1989–1990). Башҡортостандың атҡаҙанған химигы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районы Раевка ауылынан.
Дөйөм исемлек
21 августа тыуғандар
- 1660: Анри Готье, Франция ғалимы, геолог, күперҙәр һәм юлдар проектлаусы.
- 1735: Тобиас Фюрно, Англияның диңгеҙ сәйәхәтсеһе, офицер.
- 1805: Август Бурнонвиль, Дания балетмейстеры, хореограф һәм педагог.
- 1935: Анатолий Гладилин, СССР яҙыусыһы, диссидент.
- 1935: Владимир Туриянский, СССР шағиры, композитор, бард.
- 1955: Сергей Сельянов, СССР һәм Рәсәй кинорежиссёры, сценарист һәм продюсер.
- 1975: Алисия Уитт, АҠШ актрисаһы, йырсы.
- 1986: Усэйн Болт, Ямайка еңел атлеты. Һигеҙ тапҡыр олимпия, 11 тапҡыр донъя чемпионы.
Был көндө вафат булғандар

21 августа вафат булғандар
- 1940: Троцкий Лев Давидович, Совет Рәсәйе һәм СССР-ҙың сәйәси эшмәкәре, революционер.
Йыл көндәре

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.