Яңы Күл

Яңы Күл (рус. Новокулево) — Башҡортостандың Нуриман районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1465 кеше[1]. Почта индексы — 452436, ОКАТО коды — 80245835001.

Ауыл
Яңы Күл
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Нуриман районы

Координаталар

55°04′56″ с. ш. 56°37′05″ в. д.

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 245 835 001

ОКТМО коды

80 645 435 101

ГКГН номеры

0521470

Яңы Күл (Рәсәй)
Яңы Күл
Яңы Күл
Яңы Күл (Башҡортостан Республикаһы)
Яңы Күл

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар1932897103546,453,6
1959 йыл 15 ғинуар171677893845,354,7
1970 йыл 15 ғинуар2030920111045,354,7
1979 йыл 17 ғинуар185186798446,853,2
1989 йыл 12 ғинуар157476081448,351,7
2002 йыл 9 октябрь139867072847,952,1
2010 йыл 14 октябрь146571774848,951,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Ҡыҙылъяр): 15 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Иглин): 36 км

Билдәле шәхестәр

  • Ғәйнуллина Мәхмүзә Кәлим ҡыҙы (6.09.1937) — ғалим-профпатолог, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Медицина фәндәре докторы (1999). Өфөләге Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институтының 1985—2002 йылдарҙағы баш табибы. 1974—1999 йылдарҙа Башҡортостан телевидениеһындағы «Һаулыҡ» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы (1997) Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының (1999) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған табибы[2].
  • Нуриманов Баһауетдин Йәләлетдин улы (2.05.1893—11.08.1918), Башҡортостанда ХХ быуат башындағы революцион хәрәкәт етәкселәренең береһе, Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында әүҙем ҡатнашыусы.
  • Баязит Хәйруллин (1871 — ?) — шәйех, суфый, Владикавказ мәсете имамы.

Иҫкәрмәләр


Сығанаҡтар

    This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.