Яңы Аташ


Яңы Аташ (рус. Новоаташево) — Башҡортостандың Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 79 кеше[1]. Почта индексы — 452269, ОКАТО коды — 80230868003.

Ауыл
Яңы Аташ
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Илеш районы

Координаталар

55°15′42″ с. ш. 54°25′54″ в. д.

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 230 868 003

ОКТМО коды

80 630 468 111

Яңы Аташ (Рәсәй)
Яңы Аташ
Яңы Аташ
Яңы Аташ (Башҡортостан Республикаһы)
Яңы Аташ

Тарихы

Тораҡ пункты — Йәлдәк улусынан килеп төпләнгән керҙәштәр (припущенниктар) ауылы. 1917 йылда ауылдың 19 ихатаһында 89 кеше йәшәй, һәм улар милләттәрен төмән (себер татарҙары) тип яҙҙыра. 17 ихатала йәшәгәндәр үҙҙәренең типтәр булыуҙарын таный. Бында 1 ихатала 7 татар йәшәй. 1920 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу документтарында 30 ихатала 190 типтәрҙең йәшәүе теркәлә[2].

Ауылдың арҙаҡлы шәхестәре

  • Нәзиф Раян улы Бәхтизин (31.12.1927—21.10.2007) — үҫемлекселек белгесе, агроэколог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы ағза-кореспонденты, юғары мәктәп уҡытыусыһы, профессор (1978). Республикала ауыл хужалығы фәнен ойоштороусыларҙың береһе. СССР Юғары мәктәбе отличнигы. БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970).
  • Исламғәлиев Әнәс Нурислам улы (10.03.1941) — 1960-1984 йылдарҙа Салауат Юлаев исемендәге колхоз механизаторы, 15 йыл барышында комплекслы бригада етәксеһе, «Фиҙакәр хеҙмәт өсөн» һәм «Хеҙмәт ветераны» миҙалдары менән бүләкләнгән (1980).
  • Исламғәлиева (Шәрәфетдинова) Әлфиә Ғабдулла ҡыҙы (18.08.1946) — 40 йыл хеҙмәт стажы булған почта элемтәһе хеҙмәткәре, СССР Элемтә министрлығының Маҡтау грамотаһы һәм «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнгән.

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Үрге Йәркәй): 24 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Сүлте): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 94 км

Урамдары

Ауылда түбәндәге урамдар бар[3]:

  • Бәхтизин урамы
  • Беренсе май урамы

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар34216517748,251,8
1959 йыл 15 ғинуар26611914744,755,3
1970 йыл 15 ғинуар26112213946,753,3
1979 йыл 17 ғинуар1968810844,955,1
1989 йыл 12 ғинуар119536644,555,5
2002 йыл 9 октябрь98485049,051,0
2010 йыл 14 октябрь79394049,450,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Һылтанмалар

  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. – 744 с. — ISBN 978—5—295—04683—4 (рус.)
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)


Иҫкәрмәләр


This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.