Этәй


Этәй (рус. Итеево) — Башҡортостандың Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 506 кеше[1]. Почта индексы — 452278, ОКАТО коды — 80230836001.

Ауыл
Этәй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Илеш районы

Координаталар

55°31′13″ с. ш. 54°27′27″ в. д.

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 230 836 001

ОКТМО коды

80 630 436 101

ГКГН номеры

0521514

Этәй (Рәсәй)
Этәй
Этәй
Этәй (Башҡортостан Республикаһы)
Этәй

Тарихы

Баҙы йылғаһы буйында урынлашҡан Этәй ауылы — Йылан ырыуының Уразай түбәһе башҡорттары нигеҙ һалған тораҡ пункты. 1739 йылда аҫабалар үҙ ерҙәренә, яһаҡ түләү шарты менән, удмурттарҙы индерә. 1794 йылға тиклем ауылға сит милләт вәкилдәрен индереү дауам итә. 1794 йылда бер нисә удмурт крәҫтиәне индерелә, бер йылдан һуң улар типтәр ҡатламына (сословие) күсә[2]..

1795 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу документтарында 7 ихатала 40 башҡорт, 10 ихатала 74 удмурт теркәлә. 1816 йылда 12 ихатала - 72 башҡорт, 11 ихатала - 98 удмурт, 1834 йылда 14 ихатала 109 башҡорт, 17 ихатала - 127 удмурт, 1858 йылда 29 ихатала - 199 башҡорт, 35 ихатала 222 удмурт, 1870 йылда 68 ихатала - 160 башҡорт, 237 удмурт һәм 15 мишәр, 1920 йылда 185 ихатала 926 башҡорттоң йәшәүе теркәлә[2].

1843 йылда 109 башҡортҡа 192 бот ужым һәм 264 бот яҙғы иген сәселә[2].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар83338045345,654,4
1959 йыл 15 ғинуар70428741740,859,2
1970 йыл 15 ғинуар77536341246,853,2
1979 йыл 17 ғинуар64229934346,653,4
1989 йыл 12 ғинуар55125130045,654,4
2002 йыл 9 октябрь54425828647,452,6
2010 йыл 14 октябрь50625525150,449,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

Билдәле шәхестәр

Сығанаҡтар

Иҫкәрмәләр

    This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.