Учалы йәмиғ мәсете
Учалы йәмиғ мәсете — Учалы ҡалаһында урынлашҡан ислам мәҙәни-белем биреү үҙәге. 1994 йылда асылған. Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты ҡарамағында була.
Мәсет | |
Учалы йәмиғ мәсете | |
![]() | |
Ил | ![]() |
Регион | ![]() |
Ҡала | Учалы |
Адресы | Тыныслыҡ урамы |
йүнәлеш, мәктәп | сөнниҙәр, хәнәфи мәҙһәб |
Диниә назараты, мөхтәсибәт | Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты |
Төҙөүсе | Учалы ҡалаһындағы «Төҙөүсе» тресы |
Төҙөлөштө башлаусы | Учалылар |
Шәфҡәт итеүселәр | Учалылар, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты |
Төҙөлөш | 1993—1994 йылдар |
Последний имам | И.А.Мәзитов |
Статус | ислам мәҙәни-белем биреү үҙәге |
Вместимость | 100 артыҡ кеше |
Манаралар һаны | 1 |
Манара бейеклеге | 27 |
Материал | Кирбес, тимербетон |
Торошо | ғәмәлдә |
Мәсет 2 ҡатлы, ҡатмарлы планлы. Манараһы (көмбәҙе менән бергә бейеклеге — 27 м) бер яруслы, мәсет бинаһына терәтеп төҙөлгән, уратма балконы бар.
Мәсеттә 2 намаҙ залы; стеналары Ҡөрьән сүрәләре һәм орнаменттар менән биҙәлгән.
Учалы йәмиғ мәсете эргәһендә ғәрәп телен һәм ислам нигеҙҙәрен өйрәнеү буйынса балалар һәм өлкәндәр өсөн курстар эшләй. Мәсет ҡаланың дини үҙәге булып тора, унда мөхтәсибәт ултырыштары, мосолман байрамдары үткәрелә.
Имам‑хатиптары
- И. И.Мөхәмәтйәнов (1994 й. алып),
- В. Ф. Тажетдинов (1997 й. алып),
- Д. Г. Әхмәҙиев (2006 й. алып),
- И. А. Мәзитов (2010 й. алып).
Учалыла шулай уҡ Зәйнулла Рәсүлев мәсете бар.
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.