Туймазы районы
Туймазы районы (рус. Туймазинский район) — Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район.
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Статус | |||
Урынлашҡан урыны | |||
Берләштерә |
1 ҡала и 20 ауыл | ||
Административ үҙәк | |||
Барлыҡҡа килеүе | |||
Муниципаль район хакимиәте башлығы |
Суфыянов Айҙар Рифғәт улы | ||
Муниципаль район Советы рәйесе |
Минибаев Ильфир Ғоссам улы | ||
Рәсми телдәр | |||
Халҡы (2016) |
↘131 953[1] (3.24 %, 1 урын) | ||
Тығыҙлығы |
55.82 кеше/км² | ||
Милли состав | |||
Конфессиональ состав |
мосолмандар, православие динен тотоусылар | ||
Майҙаны |
2 364 км² (22 урын) | ||
| |||
Ваҡыт бүлкәте |
MSK+2 (UTC+6) | ||
Автомобиль номерҙары коды |
02, 102 | ||
Рәсми сайты | |||
ОКАТО | |||
Административ үҙәге — Туймазы ҡалаһы.
Географияһы
Башҡортостандың көнбайышында урынлашҡан. Төньяҡта — Шаран, көнсығышта — Бүздәк, көньяҡта — Бәләбәй һәм Йәрмәкәй райондары, көнбайышта — Татарстан Республикаһы һәм Октябрьский ҡала округы биләмәләре менән сиктәш.
Район Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының үҙәк өлөшөн алып тора. Нефть (Туймазы, Серафимовка, Кәпәй-Ҡыбау, Троицк һ. б.), ҡомташ (Ғәфүр, Ҡандра), гипс (Мәҡсүт), кирбес сеймалы (Түбәнкүл, Туҡмаҡ-Ҡаран), агрономик рудалар (Балтай, Ҡарамалы-Ғөбәй, Кәлшәле һ. б.) ятҡылыҡтары асылған.
Райондың көнбайышында — Ыҡ, көньяғында — Ҡыйҙаш, үҙәк өлөшөндә һәм төньяҡ-көнбайышында Өҫән йылғалары аға. Район йылы һәм ҡоро агроклиматлы регионға, Өҫән йылғаһының түбәнге ағымындағы типик ҡара тупраҡлы ерҙәр Урал алды дала зонаһына инә. Ҡалҡыу өлөшөндәге ҙур ғына майҙандада — йүкә, саған, имән ағастарынан торған киң япраҡлы урмандар, ә көньяҡ-көнсығышында ҡайын һәм уҫаҡ урмандары һаҡланған. Туймазы урман хужалығы эрозияға дусар булған текә битләүҙәрҙә ағас ултыртыу менән шөғөлләнә. Урмандар 62,5 мең га (Район территоряһының 26,5 %) майҙаны биләп тора, ауыл хужалығы ерҙәре 135,9 мең га, шул иҫәптән 96,6 мең га — һөрөнтө ерҙәр, 6,9 мең га — сабынлыҡтар, 32,2 мең га — көтөүлектәр.
Ҡандракүлде уратҡан «Ҡандракүл» дәүләт милли тәбиғәт паркы, Мәҡсүт ауылы яҡын Ыҡ йылғаһы ярындағы мәмерйә, Ҡандра тимер юл станцияһы буйында ултыртылған ҡарағайҙар, Үрге Троицк лесничествоһындағы ҡарағастар һаҡлана торған территориаль һәм тәбиғәт ҡомартҡылары булып һанала.

«Әл-Фәтихә» мәсете
Тарихы
Райондың барлыҡ торама пункттары элекке ҡыр-йылан, ҡаңлы, ҡырғыҙ, ҡобау һәм байлар башҡорт ҡәбиләләре ерҙәрендә урынлашҡандар. Идара итеүҙең кантон системаһы осоронда был ерҙәр 12-се башҡорт кантоны составында була.
Халыҡ һаны
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
- Урбанизация
Ҡала шарттарында (Туймазы ҡалаһы) район халҡының 51.74 % йәшәй.
- Милли составы
2010 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы: татарҙар — 38,5 %, башҡорттар — 33,7 %, урыҫтар — 22,8 %, сыуаштар — 1,5 %, мариҙар — 1,4 %, башҡа милләт вәкилдәре — 2,1 %[12].
Билдәле шәхестәре
- Арыҫланов Әмир Солтан улы (25.09.1926—23.02.1987), рәссам. 1963 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1986). Кәлшәле ауылынан.
- Вәлиуллин Ренат Абдулла улы (20.09.1947) — рәссам, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997). (Үрге Бишенде ауылынан)[13].
- Ғәбдрәшитов Фазулла Ғабдулла улы (25.10.1903—5.04.1975), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының станоклы пулемёт тоҫҡаусыһы, гвардия рядовойы. Советтар Союзы Геройы (1944). Иҫке Ҡандра ауылынан.
- Ёлкин Иван Сергеевич (22.03.1924—3.04.1991), хәрби хеҙмәткәр, гвардия подполковнигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1945). Покровка ауылынан.
- Ишморатова Наилә Мәүлитйән ҡыҙы (28.09.1954), ғалим-химик. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2010). Бикмәт ауылынан[14].
- Мусин Эмиль Марат улы (2.03.1968), журналист, 2001 йылдан «Туймазинский вестник» ижтимағи-сәйәси гәзите хеҙмәткәре. Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2011).
- Мордвинцев Геннадий Васильевич (1.06.1938), тархсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты, профессор. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Ҡандра ауылынан[15].
- Төхвәтуллин Расфар Мөхлис улы (4.04.1933), социолог-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Социология фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2000). Иҫке Арыҫланбәк ауылынан[16].
- Фәррәхов Йосоп Тимербай улы (20.04.1935—31.01.2001), урмансы, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1983). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986). Иманғол ауылынан.
- Хәлиуллин Айрат Нәсибулла улы (16.05.1934—11.07.2000), хеҙмәт алдынғыһы. 1952—1993 йылдарҙа «Востокнефтепроводстрой» тресының бригадиры, механик колоннаһы һәм участка начальнигы, 1979 йылдан — 3‑сө төҙөлөш идаралығы начальнигы урынбаҫары. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1964). Имәнкүпер ауылынан[17].
Административ-территориаль бүленеше
Район территорияһында Октябрьский ҡалаһы һәм 113 ауыл урынлашҡан.
- Торама пункттар буйынса халыҡ һаны
Иҡтисад
Район сәнәғәт һәм ауыл хужалығы йүнәлешле. Нефть ятҡылыҡтарын «Туймазынефть» һәм «Октябрьскнефть» НГДУ-ры үҙләштерә. Сәнәғәт предприятиелары Октябрьский һәм Туймазы ҡалаһы, шулай уҡ Серафимовка ҡасабаһында (автоматика һәм телемеханика ҡулланмаларын сығарыусы тәжрибә заводы, мамыҡ-ҡауырһын әйберҙәре һәм тегеү фабрикалары), Түбәнге Троицкиҙа (Башҡортостан буҫтау комбинаты), Собханғолда (консерва заводы), Ҡандрала (Туймазы быраулау эштәре идаралығы, иген ҡабул итеү предприятиеһы, ҡатнаш мал аҙығы заводы) урынлашҡан. Ауыл хужалығы предприятиеларынан — Туймазы ҡошсолоҡ фабрикаһы, Ҡандра мөгөҙлө эре мал үрсетеү һәм һимертеү совхозы, Туймазы тоҡомсолоҡ совхозы, ҡошсолоҡ инкубатор станцияһы, «Башнефть» АНК-һының ярҙамсы хужалыҡтарыры: «1 Май», «Нарыштау» һәм «Төҙөүсе» совхоздарыздары эшләй.
Район баҫыусылыҡта — игенселек, шәкәр сөгөлдөрө, картуф, йәшелсә үҫтереү, малсылыҡта һөт-ит йүнәлешендәге мал үрсетеү, сусҡасылыҡ, ҡошсолоҡ буйынса махсуслаша. Район территорияһы буйлап Ульяновск—Шишмә тимер юлы, Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлы үтә.
Районда 48 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 22 урта мәктәп, 35 дөйөм китапхана, 54 клуб учреждениеһы, ауыл участка дауаханаһы бар. Ҡандракүлдең тирә-яғында Октябрьский, Туймазы ҡалаһы предприятиеларының ял итеү базалары, профилакторийҙары урынлашҡан. Татар һәм урыҫ телдәрендә «Туймазы хәбәрләре» — «Туймазинский вестник» гәзите сыға.
Иҫкәрмәләр
- Предварительная оценка численности населения Республики Башкортостан на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям . Дата обращения: 21 февраль 2016. Архивировано 21 февраль 2016 года.
- перепись населения СССР 1939 года
- Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
- перепись населения СССР 1959 года
- перепись населения СССР 1970 года
- перепись населения СССР 1979 года
- перепись населения СССР 1989 года
- Всероссийская перепись населения 2002 года
- Всероссийская перепись населения 2010 года
- 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
- Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)
- Башҡорт энциклопедияһы — Вәлиуллин Ренат Абдулла улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 18 сентябрь 2017)
- Башҡорт энциклопедияһы — Ишморатова Наилә Мәүлитйән ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 24 сентябрь 2018)
- Ветер истории по-прежнему в его парусах. Газета «Вечерняя Уфа». Официальный сайт. 2013, 28 мая (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 май 2018)
- Башҡорт энциклопедияһы — Төхвәтуллин Расфар Мөхлис улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 4 май 2018)
- Башҡорт энциклопедияһы — Хәлиуллин Айрат Нәсибулла улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 13 май 2019)
- Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
Һылтанмалар
- Туймазы районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2019)
- Муниципальный район Туймазинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт 2020 йыл 9 май архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2019)