Танып

Таныпбашҡорт ҡәбиләһе.

Танып

Тамғалары
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: билдәһеҙ
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тел

башҡорт (төньяҡ-көнбайыш диалект)

Дин

ислам

Телдәре башҡорт теле төньяҡ-көнбайыш диалектының танып һәм ҡариҙел һөйләштәренә ҡарай[1].

Ырыу-ҡәбилә ҡоролошо

Тарихы

Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре Себер даруғаһының Танып улусын тәшкил итә.

XVIII быуат таныптар башҡорттарҙың башҡа ҡәбиләләре — балыҡсы, гәрә, ғәйнә, йылан, унлар, урандар менән күрше йәшәгән[2].

Танып башҡорттарының ерҙәре XVIII—XIX быуаттарҙа Бөрө һәм Уҫы өйәҙҙәренә, ә 1798—1854 йылдарҙа, Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда — 1-се, 5-се (артабан 10-сы, 11-се) башҡорт кантондарына ҡарай[2].

Урынлашыуы

Танып башҡорттарының тораҡ пункттары[3][4]
РФ субъектыРайонТораҡ пункттар
БашҡортостанАсҡын районыАлъяғыш, Баҙансат, Башҡортостан, Вашъяҙы, Дәүләт, Ерекле Шишмә, Иҫке Ҡаҙансы, Иҫке Ҡара, Иҫке Мутабаш, Йырмаялан, Йәнкиҫәк, Ҡаракүл, Ҡарткиҫәк, Ҡубыяҙ, Ҡушкүл, Ҡыйғаҙы, Ҡышлауйылға, Ҡәйүм, Мутайылға, Олойылға, Олокүл, Сат, Солтанай, Төлгөҙбаш, Төпрәле, Хәтмулла, Әбдәл, Әүәҙәй, Яңауыл, Яңы Бағаҙы, Яңы Ҡаҙансы, Яңы Ҡара, Яңы Ҡарткиҫәк, Яңы Ҡубыяҙ, Яңы Мутабаш, Яңы Шишмә
Балтас районыИмән, Иҫке Балтас, Иҫке Илекәй, Көнтүгеш, Ҡомъяҙы, Маты, Мишәр, Мәнәгәҙ, Тоҙлоғош, Тутағас, Тушҡыр, Түбәнге Һикеяҙ, Уртайылға, Штәнде, Яңы Балтас, Яңы Тушҡыр
Ҡариҙел районыУраҙбахты, Бағаҙытамаҡ, Дәүләт, Иҫке Бағаҙы, Урта Бағаҙы
Тәтешле районыАсауҙы, Ауыҡ-Бүләк, Байҡыбаш, Беләш, Бүл-Ҡайпан, Бәҙрәш, Иҫке Ҡайпан, Иҫке Салдау, Иҫке Һикәяҙ, Иҫке Шарҙаҡ, Кәлтәү, Ҡарман, Ҡытҡыйылға, Сәүкияҙ, Танып-Шишмә, Түбәнге Кәлтәй, Үрге Сәләй, Яңы Ҡайпан, Яңы Шарҙаҡ
Пермь крайыКөйәҙе районыБәдәш (Ташлыйылға), Маныш, Салдау (Кесе Салдау, Яңы Салдау), Сикәш (Татар Сикәше)

Иҫкәрмәләр

  1. История башкирских родов, 2014, с. 27
  2. Йәнғужин Р. З. Танып // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. История башкирских родов, 2014, с. 27,35—97
  4. Асфандияров А. 3. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Видеояҙмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.