Салауз-Мухан

Салауз-Мухан[2] (Салауыз; татар. Салауз-Мухан, рус. Салауз-Мухан) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Мөслим районы ауылы.

Салауз-Мухан
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Митряевское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423991

География

Ауыл Ыҡ йылғаһы буйында, Мөслим ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 7 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарих

Ауылға ирәкте ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Һуңыраҡ ауылда керҙәш булып башҡорттарҙың ҫарайлы-мең ырыуы вәкилдәре төпләнә. 1701 йылдан билдәле. Ауыл Ирәкте улусының Абдулбин түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә[4].

XX быуат башында мәсет, мәктәп, һыу тирмәне теркәлгән[3].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составында була[3].

Халҡы

1816 йылда ауылда 17 башҡорт (ир затлы) һәм 79 типтәр, 1870 йылда — 446 башҡорт, 1912 йылда — 22 башҡорт һәм 1002 типтәр иҫәпләнгән[4].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [3])
18701897192019261938194919581970198920022008
44681210261001866663522864522434405

Иҫкәрмәләр

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 394. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. Татарская энциклопедия.
  4. Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 536—537. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.