СССР Яҙыусылар союзы

Советтар Союзының Яҙыусылар берләшмәһе (рус. Союз писателей СССР) — СССР профессиональ яҙыусылар ойошмаһы.

1934 йылда СССР яҙыусыларының беренсе йыйылышында ойошторола.

Яҙыусылар берләшмәһенең ғәмәлдәге маҡсаты — әҙәбиәттә партия контролен тотоу. Профессиональ яҙыусыға берлеккә кереү мәжбүри булған, ә берлектән сығыу иһә карьераны бөтөрөүгә китергән.

СССР-ҙың тарҡалыуынан һуң Берлек күп кенә башҡа ойошмаларға бүленә.

Етәкселәр

Берләшмәһенең беренсе етәксеһе (1934—1936) Максим Горький була.

Унан һуң был вазифаны түбәндәгеләр биләй:

  • Владимир Ставский (1936—1938)
  • Александр Фадеев (1938—1944 һәм 1946—1954)
  • Николай Тихонов (1944—1946)
  • Алексей Сурков (1954—1959)
  • Константин Федин (1959—1977)
  • Георгий Марков (1977—1986)
  • Владимир Карпов (1986—1991)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.