Рысай (Ырымбур өлкәһе)

Рысай (рус. Рысаево) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Медногорск ҡалаһы ҡала округындағы ауыл.

Ауыл
Рысай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ырымбур өлкәһе

Ҡала округы

Медногорск

Координаталар

51°23′ с. ш. 57°34′ в. д.

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1765

Халҡы

319[1] кеше (2010)

Конфессиональ составы

мосолмандар

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

56

Рысай (Рәсәй)
Рысай
Рысай
Рысай (Ырымбур өлкәһе) (Ырымбур өлкәһе)
Рысай

Географик урынлашыуы

Ҡороған йылғаһы буйында урынлашҡан.

Тарихы

Рысай (Сураш) ауылы документтарҙа тәүге тапҡыр 1765 йылда[2] (башҡа мәғлүмәттәргә ярашлы — 1795 йылда[3]) телгә алына. Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы составында була.

1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына индерелә. 1930 йылдың 20 авгусынан Башҡортостан АССР-ының Ейәнсура районы составына керә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына бирелә. 1934—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[4] Ейәнсура районы составында була. 1959 йылда Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы составына индерелә[5]

Халҡы

Ауыл башҡорттарының иҫәбе[2][3]
1795183418591866188918921900191719201926
66164218255309297330395332251
Халыҡ иҫәбе
2010[1]
319

2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башҡорттар 51 % тәшкил итә[6].

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
  2. Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 27, 62. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
  3. Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.
  4. 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
  5. Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Дата обращения: 25 сентябрь 2015. 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.
  6. Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.