Мәмбәтәй (Ҡыуандыҡ)

Мәмбәтәй (рус. Мамбетеево) — Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡалаһы эсендәге ауыл.

Тарихы

Үҫәргән ырыуы башҡорттары тарафынан нигеҙләнгән. Тәүге тапҡыр документтарҙа 1795 йылда телгә алына[1].

1915 йылда Мәмбәтәй ауылы йәмғиәтенән тартып алынған ер участкаһында Ҡыуандыҡ тимер юл станцияһы төҙөлөшө тамамаланған. Һуңынан Ҡыуандыҡ ҡалаһы барлыҡҡа килгән.

Халыҡ иҫәбе

1834 йылда ауылда 196, 1859 йылда — 469, 1920 йылда — 340 башҡорт йәшәгән.

Иҫкәрмәләр

  1. Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 63. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.