Люксембург
Люксембу́рг Бөйөк Герцоглығы (люксем.Groussherzogtum Lëtzebuerg, франц. Grand-Duché de Luxembourg, нем. Großherzogtum Luxemburg) — Көнбайыш Европала урынлашҡан дәүләт бөйөк герцоглыҡ. 1957 йылдан алып Европа Берләшмәһенең ағзаһы. Герцоглыҡ Бельгия, Германия и Франция дәүләттәре менән сикләнә. Илдең атамаһы үргенемец теленән «lucilinburch» — «бәләкәй ҡала» барлыҡҡа килә.
| |||||
Девиз: «Mir wëlle bleiwe wat mir sinn» «Беҙ нисек барбыҙ, шулай ҡалырға теләйбеҙ» | |||||
Гимн: «Ons Hémécht (Беҙҙең Ватан)» | |||||
![]() Люксембургтың урынлашыуы (йәп-йәшел): — Европала (асыҡ-йәшел һәм ҡара-көлһыу) — Европа Берләшмәһендә (асыҡ-йәшел) | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 9 июнь 1815 ( Франция) | ||||
Рәсми тел | люксембург, француз, немец | ||||
Баш ҡала | Люксембург ҡалаһы | ||||
Эре ҡала | Люксембург ҡалаһы | ||||
Идара итеү төрө | конституциялы монархия | ||||
Бөйөк Герцог Премьер-министр | Анри (Генрих) Жан-Клод Юнкер | ||||
Территория • Бөтәһе | 167 2 586,4 км² | ||||
Халыҡ • Һаны (2010) • Халыҡ тығыҙлығы | 502 207 чел. (168) 171 чел./км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2010) • Бер кешегә |
64,306 млрд.[1] долл. (98) 128 806[1] долл. | ||||
ИЧР (2011) | Ҡалып:Артыу 0,867 [2] (Бик юғары) (25 урын) | ||||
Валюта | Евро (EUR, код 978) | ||||
Интернет-домены | .lu, .eu | ||||
Код ISO | LU | ||||
МОК коды | LUX | ||||
Телефон коды | +352 | ||||
Сәғәт бүлкәте | +1 |
Политик структура
Люксембург — конституциялы монархия. Дәүләт башлығы — Бөйөк герцог. Ил менән дәүләт-министр башлығындағы хөкүмәт идара итә. Дәүләт-министрҙы (хөкүмәт рәйесен) Бөйөк герцог билдәләй. Ҡануниәт хакимиәтенең юғары органы — биш йылға һайланған бер палаталы парламент.
Административ бүленеш
Люксембург округтарҙан тора, ә округтар кантондарға һәм коммунналарға бүленә.
3 округ:
- Люксембург;
- Дикирш;
- Гревенмахер.
12 кантон:
- Вианден — Вианден ҡ.
- Вильц — Вильц ҡ.
- Гревенмахер — Гревенмахер ҡ.
- Дикирх — Дикирх ҡ.
- Эш — Эш ҡ.
- Эштернах — Эштернах ҡ.
- Капеллен — Капеллен ҡ.
- Клерво — Клерво ҡ.
- Люксембург — Люксембург ҡ.
- Мерш — Мерш ҡ.
- Ремищ — Ремиш ҡ.
- Роданж — Роданж ҡ.
Кантондар 118 ҡала һәм ауыл коммунналарынан тора.
Халҡы

Люксембургтың барлыҡ халҡы 502 меңдән ашыу кеше тәшкил итә. Илдең төп халҡы — люксембурглылар, лётцебургер (үҙатама). Улар һинд-европа телдәр ғаиләһенең герман группаһының люксембург телендә аралашалар. Тағы ла немец һәм француз телдәре киң таралған.
Галерея
- Төнгө Люксембург
- Люксембург пейзажы
- Люксембург панорамаһы
- Вианден ҡалаһына күренеш
- Вианден ҡалаһындағы ҡәлғә
- Мозелла йылғаһы
Иҫкәрмәләр
- Донъя валюта фонды (2010)
- Human Development Report 2011 (ингл.). United Nations Development Program (2011). Дата обращения: 6 ноябрь 2011. Архивировано 2 февраль 2012 года. 2012 йыл 4 февраль архивланған.
Һылтанмалар
- Люксембург хакимиәтенең официаль сайты (фр.тел.)
- www.lu — Welcome to the Grand Duchy of Luxembourg 2011 йыл 19 май архивланған.
- Карта Люксембурга