Иҫке Байлар
Иҫке Байлар — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Туҡай районы ауылы. Күсәкәй ауыл биләмәһе составына керә.
Ауыл | |
Иҫке Байлар татар. Иске Байлар | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципальный район | |
Ауыл биләмәһе |
Күсәкәй |
Координаталар |
55°45′ с. ш. 52°53′ в. д. |
Элекке исеме |
Байлар |
Халҡы |
188 человек (2008) |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте |
UTC+4 |
Почта индексы |
423883 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
|
География
Ауыл Тиргәүеш йылғаһы буйында, Яр Саллы ҡалаһынан көнсығыштараҡ 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
Иҫке Байлар — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә Байлар улусы Турай түбәһенә ҡарай. 11-се башҡорт кантоны составында була. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Күсәкәй улусы составына керә. Ауыл кешеләре Юғары (Яңы) Байлар һәм Тауаҫты Байлар ауылдарына нигеҙ һала.
1848 йылда — 2 мәсет; 1870 йылда — 3 тирмән, 1 мәсет һәм мәктәп; 1905 йылда тимерлек, 2 бакалея кибете, икмәк магазины теркәлгән[2].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылда — Минзәлә районы, 1984 йылдан — Туҡай районы составына инә.
Халҡы
1816 йылда ир енесле 255 йән башҡорт һәм 83 йән типтәр; 1870 йылда — 517 башҡорт һәм 250 типтәр; 1912 йылда — 536 башҡорт йәшәй[2].
Иҫкәрмәләр
- Татарская энциклопедия.
- Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 72—76. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.