Ишҡар


Ишҡар (рус. Ишкарово) — Башҡортостандың Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 576 кеше[1]. Почта индексы — 452281, ОКАТО коды — 80230840001.

Ауыл
Ишҡар
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Илеш районы

Координаталар

55°28′37″ с. ш. 54°31′35″ в. д.

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 230 840 001

ОКТМО коды

80 630 440 101

ГКГН номеры

0521700

Ишҡар (Рәсәй)
Ишҡар
Ишҡар
Ишҡар (Башҡортостан Республикаһы)
Ишҡар

Тарихы

Сарьяз йылғаһы үҙәнендә ятҡан Ишҡар ауылы Йылан ырыуы биләмәләре аша үткән почта юлында урынлашҡан була. Шуға ла уның халҡы Рәсәй империяһында барған һәр ваҡиғала әүҙем ҡатнашыусы булып китә. 1773 - 1774 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ла ауылдың ир-егеттәре әүҙем ҡатнаша. Тархан һәм старшина булған Ишҡар Арыҫлановтың яуҙағы эшмәкәрлеге тураһында крәҫтиәндәр һуғышы буйынса тултырылған күп кенә сығанаҡтарҙа бәйән ителә. Ул Емельян Пугачевтың полковнигы була.

Аҫаба башҡорттар йәшәгән был ауылға 1755 йылдан башлап сит милләт кешеләре индерелә башлай. 1795 йылда ауылдағы 8 ихатала 65 башҡорт, 5 ихатала ерһеҙ башҡорттар (припущенниктар), 2 ихатала типтәрҙәр йәшәй. 1870 йылда 55 ихатала 366 башҡорттоң йәшәүе теркәлә. 1920 йылда ауылда йәшәүселәрҙең бөтәһе лә үҙҙәрен башҡорт тип таный (178 ихатала 849 башҡорт).

1843 йылда 194 башҡортҡа 480 бот ужым һәм 928 бот яҙғы иген сәселә.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар100646654046,353,7
1959 йыл 15 ғинуар78634044643,356,7
1970 йыл 15 ғинуар87637948843,756,3
1979 йыл 17 ғинуар72332639745,154,9
1989 йыл 12 ғинуар63728635144,955,1
2002 йыл 9 октябрь65830135745,754,3
2010 йыл 14 октябрь57627330347,452,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

Билдәле шәхестәре

Һылтанмалар

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. (рус.) ISBN 978-5-87691-038-7.
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)

Иҫкәрмәләр

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.