Ерекле (Күгәрсен районы)

Ерекле (рус. Зирекля) — Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 186 кеше булған[1]. ОКАТО коды — 80238845006.

Ерекле
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мәҡсүт ауыл Советы (Күгәрсен районы)
Почта индексы 453346

Халыҡ һаны

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 90 % тәшкил итә[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1900 йыл296
1920 йыл 26 август315
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар228
1959 йыл 15 ғинуар196
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар118
2002 йыл 9 октябрь178
2010 йыл 14 октябрь186909648,451,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Мораҡ): 55 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Мәҡсүт): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Түлгән): 53 км

Урамдары

  • Ғөбәйҙуллин урамы (рус. Губайдуллина (улица))
  • Сөләймән урамы (рус. Сулеймана (улица))[3]

Тарихы

Бәләкәй Абыҙ ауылы бөгөн Ерекле тип атала. Ҡара-Ҡыпсаҡ улусының төп ауылдарының береһе, халыҡ сағыштырмаса күп булған: 1795 йылда бында 40 ихатала 220 ир-ат һәм 191 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Шул уҡ ваҡытта ауылда өс ихатанан торған Бәләкәй Абыҙ утары була. 64 йылдан һуң ауыл 870 кеше йәшәгән 149 йорт хужалығынан тора. Бәләкәй Абыҙ ауылы барлыҡҡа килгән ваҡыт XVII быуатҡа ҡарай. Башҡа тораҡ пункттарға нигеҙ һалыуҙа Ерекле ауылы халҡы ла ҡатнаша. 1850 йылда был ауылдан 36 кеше айырылып, Бөркөт ауылына нигеҙ һалған, ул бөгөн Баш-Бөркөт ауылы булараҡ билдәле. Ул ваҡытта ул 12 йорттан торған.

Бына ошо исемдәргә әүерелгән бер ғаилә ағзаларының исемдәре: Күлынариф Тойғонов, 1779 йылғы; уның балалары Мөхәмәткәрим, Мөхәмәҙиәр. Ғаилә башлығы ағалы-ҡустылы Мөхәмәтшәрип, Рамаҙан, Мөхәмәткәрим, Абдулнасир менән йәшәй.

1842 йылда Ерекле ауылында 723 кешегә 228 сирек, йәғни 1824 бот, яҙғы иген сәселә[4].

Билдәле шәхестәре

Ҡолшәрипов Марат Мәхмүт улы (7.01.1941) — башҡорт тарихсы-ғалимы һәм йәмәғәт эшмәкәре, тарих фәндәре докторы (1998), профессор (2000), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2009).

Ерекле ауылы топонимдары, антропонимдары, ҡушаматтары

Һылтанма буйынса уҡығыҙ[5]


Йомаҡаева Илүзә Йомағол ҡыҙы. Мәҡсүт менән Ерекле ауылдары тирәһендәге ер-һыу атамалары[6].

Матбуғатта

Ерекле тураһында белешмә[7]

Иҫкәрмәләр

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  3. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
  4. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 144. 2022 йыл 29 март архивланған.
  5. Тыуған яҡ: Топонимдар һәм һөйләү теле. Диалектология һәм ономастика буйынса һәләтле уҡыусыларҙың III Республика ғилми-ғәмәли конференция материалдары. 105—107 се биттәр
  6. Тыуған яҡ: топонимдар һәм һөйләү теле. Диалектология һәм ономастика буйынса һәләтле уҡыусыларҙың IV Республика ғилми-ғәмәли конференция материалдары 16 апрель 2018 йыл 4-се йыйынтыҡ. 58 — 59-сы биттәр

Әҙәбиәт

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.