Буралы (Илеш районы)

Буралы (рус. Буралы) — Башҡортостандың Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 235 кеше[2].

Буралы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Этәй ауыл Советы (Илеш районы)
Халыҡ һаны 235 кеше (2010)[1]
Почта индексы 452278

Почта индексы — 452278, ОКАТО коды — 80230836002.

Тарихы

Йылан ырыуының Уразай түбәһе 6-сы йортона ҡараған Буралы ауылы шул исемдәге йылға үҙәнендә ята. Аҫаба башҡорттар 1718 йылда үҙ ерҙәренә типтәрҙәрҙе индерә. Әммә икенсе төрлө документ та бар: Йылан улусы башҡорто Уразмәт Туҡтаровҡа һәм уның ҡустыһы Һарыға "шул уҡ улус башҡорто Тумал Ҡарамышев хәбәрһеҙ юғалыу сәбәпле, уның өсөн оклад яһағын (һыуһар һәм ярты батман бал) түләргә ҡушыла...". Күренеүенсә, тәүге типтәрҙәр — Йылан ырыуы башҡорттары. 1785 йылда яҙылған документта ла был ауыл атап үтелә: Буралы ауылында йәшәгән Йомағол атлы кешенең ауылдашына 14 һум бурыслы булыуы билдәләнелә[3].

1783 йылда ауылда 8 кешенең йәшәүе теркәлә, 1795 йылда 9 ихатала — 54 башҡорт, 1816 йылда 7 ихатала — 68 башҡорт, 1834 йылда 8 ихатала — 102, 1858 йылда 30 ихатала — 182, 1870 йылда 31 ихатала 200, 1920 йылда 547 ихатала 112 башҡорттоң йәшәүе теркәлә. Таблицанан күренеүенсә, 1870 һәм 1920 йылдарҙағы мәғлүмәттәр хаталы, сөнки ул йылдарҙа ауылда башҡорттар менән бергә типтәрҙәр ҙә һәм Мишәрҙәр ҙә йәшәгән була[3].

1843 йылда 40 башҡортҡа 96 бот ужым һәм 184 бот яҙғы иген сәселә[3].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар51324327047,452,6
1959 йыл 15 ғинуар46119926243,256,8
1970 йыл 15 ғинуар44919825144,155,9
1979 йыл 17 ғинуар33715318445,454,6
1989 йыл 12 ғинуар23210912347,053,0
2002 йыл 9 октябрь24111013145,654,4
2010 йыл 14 октябрь23511112447,252,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Үрге Йәркәй): 12 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Этәй): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 119 км

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.