Аждаһа тауҙары

Аждаһа тауҙары(ингл. Drakensberg, африк. Drakensberge, зулу uKhahlamba , сесото Maluti йәки Maloti , рус. Драконовы горы[2]) — Көньяҡ Африка Республикаһы, Лесото һәм Эсватини биләмәләрендә урынлашҡан тау системаһы. Иң юғары нөктәһе — Тхабана-Нтленьяна тауы (3482 м) Лесотола урынлашҡан.

Аждаһа тауҙары
ингл. Drakensberg, африк. Drakensberge, зулу uKhahlamba, сесото Maluti или Maloti
Аждаһа тауҙары Квазулу-Натал провинцияһында (КАР).
Аждаһа тауҙары Квазулу-Натал провинцияһында (КАР).
Характеристикалар
Майҙаны402 418 км²
Оҙонлоғо1169 км
Киңлеге732 км
Бейек нөктәһе
Иң бейек түбәһеТхабана-Нтленьяна 
Бейек нөктәһе3482[1] м
Урынлашыуы
27°26′ ю. ш. 29°55′ в. д.
Африка
Красная точка
Аждаһа тауҙары
 Аждаһа тауҙары Викимилектә
ЮНЕСКО флагы ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 985
рус.англ.фр.

Тасуирлама

Аждаһа тауҙарында табылған файҙалы ҡаҙылмалар: платина, марганец рудалары, алтын, таш күмер, аҡ ҡурғаш рудалары һәм башҡалар.

Тауҙарҙың күп төрлө үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы шулай уҡ эндемик йәки һирәк осраған төрҙәр менән күрһәтелгән.

Тауҙарҙың күп өлөшө Дракенсберг паркына индерелгән, был парк ЮНЕСКО Бөтә Донъя мираҫының тәбиғи объекты булып тора[3].

Төбәк ҡәбиләләренең телендә был тауҙар Кватхламба (зулу uKhahlamba ) тип атала, ул «ҡаялы урын», «ҡаялар өйөмө» тип аңлатыла. Барыу юлы ҡыйын булғаны өсөн аҡ колонизаторҙар — бур халҡы был тауҙарҙы аждаһа йәки африк. Drakensberge тип атайҙар.

Көнсығыш һәм көнбайыш битләүҙәренең климаты һәм үҫемлектәре бер ни тиклем айырыла. Көнсығыш битләүҙәрҙә мул (башлыса йәйге) ямғырҙар яуа (йылына 2000 мм); ә көнбайыш битләүҙәре ҡоро һәм ҡырҡа континенталь климатҡа эйә. Ҡышын тау баштарында ҡар яуа.

Көнсығыш битләүҙәре 1200 метрға тиклем мәңге йәшел япраҡлы һәм ылыҫлы ағаслы тропик «ямғырлы» урмандар, 1200—1500 метрҙан 2000 метрғә ҡәҙәр — сәнскеле ҡыуаҡлыҡтар, ксерофиттар һәм суккуленттар (акация, алоэ), юғарыраҡ — тау болондары һәм таш ишелмәләре менән ҡапланған. Көнбайыш битләүҙәрҙен урмандар урынына саванналар һәм ҡыуаҡлыҡтар биләй.

Иҫкәрмәләр

  1. Peakbagger.com
  2. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. М.: Недра, 1986. — С. 118.
  3. UNESCO World Heritage. Drakensberg Park

Әҙәбиәт

Һлтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.