4-се Украин фронты

4-се Украин фронты — Бөйөк Ватан һуғышында совет ғәскәрҙәренең оператив-стратегик берләшмәһе.

4-се Украин фронты
Нигеҙләү датаһы 20 октябрь 1943
Рәсем
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы һәм Икенсе бөтә донъя һуғышы
Нигеҙләүсе Толбухин Фёдор Иванович
Дәүләт  СССР
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 25 август 1945
 4-се Украин фронты Викимилектә

1945 йылдың 24 июнендә 4-се Украина фронтының йыйылма полкы Мәскәүҙә Ҡыҙыл Майҙандағы Еңеү Парадында ҡатнашҡан.

1-се формалаштырыу

Симферополдә Еңеү паркындағы Симферополде азат итеүселәргә танк-һәйкәлдең мемориаль таҡтаһы.

1943 йылдың 20 октябрендә көньяҡ-көнбайыш йүнәлештә 1943 йылдың 16 октябрендәге ВГК Ставкаһы бойороғона ярашлы Көньяҡ фронты исемен үҙгәртеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Үҙ эсенә шул иҫәптән 2-се һәм 3-сө гвардия, 5-се удар, 28-се, 44-се, 51-се һәм 8-се һауа армияларын алған. Артабан уның составына Приморье һәм һәм 4-се һауа армияһы индерелгән.

1943 йылдың октябрь аҙағында — ноябрь башында 4-се Украин фронты ғәскәрҙәре Мелитополь операцияһын тамамлайҙар, уның барышында 300 километрға тиклем алға баралар һәм Днепрҙың түбәнге ағымына Перекоп муйынына барып сығалар.

Стратегик һөжүм барышында Уң яр буйы Украинала 1943—1944 йылдың ҡышында улар үҙҙәренең уң ҡанаты менән 1944 йылдың ғинуар-февралендә Никополь-Кривой Рог операцияһында ҡатнаша. 3-сө Украин фронты менән берлектә дошмандың Днепрҙағы Никополь плацдармы юҡҡа сығарыла.

1944 йылдың апрель-май айҙарында 4-се Украин фронты һәм Айырым Приморье армияһы ғәскәрҙәре Ҡара диңгеҙ флоты һәм Азов хәрби флотилияһы менән берлектә Ҡырым стратегик операцияһын башҡаралар һәм 200-меңлек тиерлек дошман группировкаһын тар-мар итеп, Ҡырымды азат итәләр.

1944 йыл дың 31 майында ВГК Ставкаһының 1944 йылдың 16 майындағы директиваһына ярашлы 4-се Украин фронты бөтөрөлә, ә уның ялан идаралығы хеҙмәтләндереү частары һәм тыл учреждениелары менән ВГК Ставкаһы резервына индерелә.

2 -се формалаштырыу

1944 йылдың 6 авгусында ВГК Ставкаһының 1944 йылдың 30 июлендәге бойороғона ярашлы 1-се гвардия, 18-се һәм 8-се һауа армиялары составында ҡабаттан тергеҙелә. Артабан төрлө ваҡытта фронт составына и 38-се һәм 60се армиялар инә.

1944 йылдың сентябрь — октябрендә 4-се Украин фронты 1-се Украин фронты менән берлектә Көнсығыш- Карпат стратегик операцияһында ҡатнаша, уның барышында Карпат аръяғы Украина һәм Чехословакияның бер өлөшө азат ителә, Словак милли ихтилалына ярҙам күрһәтелә.

1945 йылдың ғинуар — февраль айҙарында 4-се Украин фронты ғәскәрҙәре 2-се Украин фронты менән берлектә Көнбайыш-Карпат стратегик операцияһын үткәрәләр, Польшаның көньяҡ райондарын азат һәм Чехословакияның күпселек өлөшөн азат итәләр. Краковтан көньяҡҡараҡ һөжүм итеп, көньяҡтан совет ғәскәрҙәренә Варшава-Берлин йүнәлешендә һөжүм итергә мөмкинлек бирә.

Март-май башында фронт ғәскәрҙәре Моравия-Острав һөжүм операцияһы һөҙөмтәһендә немец баҫҡынсыларынан Моравия-Острав сәнәғәт районын таҙарталар һәм Чехословaкияның үҙәгенә үтеү өсөн шарттар тыуҙыралар. Һуңынан улар Прага стратегик операцияһында ҡатнашалар, уның һөҙөмтәһендә Чехословакия территорияһы тулыһынса азат ителә.

1945 йылдың 25 авгусында 1945 йылдың 9 июлендәге СССР-ҙың НКО-һы бойороғона ярашлы фронт тарҡатыла, уның идаралығы Карпат буйы хәрби округына бирелә.

Командованиеһы

Командующийҙары:

  • армия генералы Толбухин Федор Иванович (октябрь 1943 — май 1944);
  • генерал-полковник, 1944 йылдың октябренән — армия генералы Петров Иван Ефимович (август 1944 — март 1945);
  • армия генералы Еременко Андрей Иванович (март 1945 — һуғыш аҙағына тиклем).

Хәрби советы ағзалары:

  • генерал-полковник Щаденко Ефим Афанасьевич (октябрь 1943 — ғинуар 1944);
  • генерал-майор Субботин Никита Егорович (ғинуар — май 1944).
  • генерал-полковник Мехлис Лев Захарович (август 1944 — һуғыш аҙағына тиклем).

Штаб начальниктары:

  • генерал-лейтенант Бирюзов Сергей Семенович (октябрь 1943 — май 1944);
  • генерал-лейтенант Корженевич Феодосий Константинович (май 1944, август 1944 — апрель 1945);
  • генерал-полковник Сандалов Леонид Михайлович (апрель 1945 — һуғыш аҙағына тиклем).

Берләшмәләр

1944 йылдың 1 ғинуарынан

  • 2-се гвардия армияһы;
  • 3-сө гвардия армияһы;
  • 5-се удар армия;
  • 28-се армия (СССР);
  • 51-се армия (СССР);
  • 8-се һауа армияһы (СССР);
  • 4-се гвардия кавалерия корпусы:
  • 9-я гвардия кавалерия корпусы;
  • 10-я гвардия кавалерия корпусы;
  • 30-сы кавалерия дивизияһы;
  • 1815-се үҙйөрөшлө артиллерия полкы;
  • 85-се гвардия гаубица артиллерия полкы;
  • 152-се гвардия истребителдәр-танкыға ҡаршы артиллерия полкы;
  • 4-се гвардия айырым истребителдәр-танкыға ҡаршы артиллерия дивизионы;
  • 12-се гвардия миномёт полкы;
  • 62-се гвардия миномёт дивизионы;
  • 255-се зенит артиллерия полкы;
  • 15-се истребителдәр-танкыға ҡаршы артиллерия бригадаһы;
  • 21-се истребителдәр-танкыға ҡаршы артиллерия бригадаһы;
  • 13-сө истребителдәр-танкыға ҡаршы артиллерия полкы;
  • 491-се истребителдәр-танкыға ҡаршы артиллерия полкы]];
  • 19-сы миномёт бригадаһы;
  • 4-се гвардия миномёт дивизияһы:
    • 14-се гвардия миномёт дивизияһы;
    • 30-сы гвардия миномёт бригадаһы;
    • 31-се гвардия миномёт бригадаһы;
    • 13-сө гвардия миномёт бригадаһы;
  • 223-сө зенит артиллерия полкы;
  • 416-й зенит артиллерия полкы;
  • 1485-се зенит артиллерия полкы;
  • 2-се гвардия механизацияланған корпус:
    • 4-се гвардия механизацияланған бригада;
    • 5-се гвардия механизацияланған бригада;
    • 6-се гвардия механизацияланған бригада;
    • 37-се гвардия танк бригадаһы;
    • 1452-се үҙйөрөшлө артиллерия полкы;
    • 99-сы мотоциклдар батальоны;
  • 1509-сы истребителдәр-танкыға ҡаршы артиллерия полкы;
  • 744-се айырым истребителдәр-танкыға ҡаршы артиллерия дивизионы;
  • 408-се гвардия миномёт дивизионы;
  • 22-се гвардия айырым танк полкы;
  • 61-се гвардия айырым танк полкы;
  • 46-сы айырым бронепоездар дивизионы;
  • 54-се айырым бронепоездар дивизионы;
  • 12-се штурмлау инженер-сапёр бригадаһы;
  • 63-сө инженер-сапёр бригадаһы;
  • 43-сө махсус тәғәйенешле инженер бригадаһы;
  • 5-се тонна-күпер бригадаһы;
  • 17-се гвардия минерҙар батальоны;
  • 65-се айырым инженер батальоны;
  • 240-сы айырым инженер батальоны;
  • 258-се айырым инженер батальоны;
  • 1504-се айырым инженер батальоны;
  • 35-се айырым инженер батальоны;
  • 121-се понтон-күпер батальоны;
  • 102-се понтон-күпер батальоны (5-се понтон-күпер бригадаһынан).

1944 йылдың 1 апреленән

  • 2-се гвардия армияһы;
  • 51-се армия (СССР);
  • 8-се һауа армияһы (СССР);
  • 35-се истребителдәр-танҡыға ҡаршы артиллерия бригадаһы;
  • 530-сы истребителдәр-танҡыға ҡаршы артиллерия полкы;
  • 4-се гвардия миномёт дивизияһы:
    • 14-се гвардия миномёт бригада;
    • 30-се гвардия миномёт бригада;
    • 31-се гвардия миномёт бригада;
  • 2-се гвардия миномёт полк;
  • 4-се гвардия миномёт;
  • 19-сы гвардия миномёт полк;
  • 21-се гвардия миномёт полк;
  • 23-сө гвардия миномёт полк;
  • 67-се гвардия миномёт полк;
  • 270-се гвардия зенит артиллерия полкы (18-се зенит артиллерия дивизиянан);
  • 1069-се зенит артиллерия полкы (2-се зенит артиллерия дивизиянан);
  • 1485-се зенит артиллерия полкы;
  • 79-сы танк бригадаһы;
  • 101-се танк бригадаһы;
  • 202-се танк бригадаһы;
  • 26-сы мотоуҡсылар бригадаһы;
  • 867-се үҙйөрөшлө артиллерия полкы;
  • 875-се үҙйөрөшлө артиллерия полкы;
  • 85-се гвардия гаубица артиллерия полк;
  • 91-се мотоциклдар батальоны;
  • 1511-се истребителдәр-танҡыға ҡаршы артиллерия полкы;
  • 179-сы миномёт полкы;
  • 1717-й зенит артиллерия полкы;
  • 6-сы гвардия танк бригадаһы;
  • 52-се мотоциклдар полкы;
  • 5-се гвардия айырым автобронетанк батальоны;
  • 46-се айырым бронепоездар дивизионы;
  • 54-се айырым бронепоездар дивизионы;
  • 7-се инженер-сапёр бригадаһы;
  • 2-се понтон-купер бригадаһы;
  • 3-сө гвардия айырым инженер батальоны;
  • 65-се айырым инженер батальоны;
  • 240-сы айырым инженер батальоны;
  • 17-се гвардия минерҙар батальоны;
  • 102-се понтон-күпер батальоны ( 5-се понтон-күпер бригадаһынан).

1944 йылдың 1 октябренән

  • 1-се гвардия армияһы;
  • 18-се армия (СССР);
  • 8-се һауа армияһы (СССР);
  • 17-се гвардия уҡсылар корпусы:
  • 8-се уҡсылар дивизияһы (3-сө формалашыуҙан);
  • 138-се уҡсылар дивизияһы (2-се формалашыуҙан);
  • 2-се гвардия һауа-десант дивизияһы;
  • 5-се гвардия миномёт полкы;
  • 329-сы гвардия миномёт полкы;
  • 2-се гвардия тау-йөк миномёт дивизионы;
  • 3-й гвардия тау-йөк миномёт дивизионы;
  • 76-сы зенит дивизияһы:
    • 223-сө зенит артиллерия полкы;
    • 416-сы зенит артиллерия полкы;
    • 447-се зенит артиллерия полкы;
    • 591-се зенит артиллерия полкы;
    • 1485-се зенит артиллерия полкы;
    • 95-се айырым зенит артиллерия дивизионы;
  • 3-сө артиллерия күҙәтеүе аэростаттарының айырым һауала осоусы дивизионы;
  • 5-се гвардия танк бригадаһы;
  • 875-се үҙйөрөшлө артиллерия полкы;
  • 33-сө айырым бронепоездар дивизионы;
  • 46-сы айырым бронепоездар дивизионы;
  • 9-я инженер-сапер бригадаһы;
  • 6-й понтон-күпер батальоны;
  • 50-й понтон-күпер батальоны.

1945 йылдың 1 ғинуарынан

  • 1-се гвардия армияһы;
  • 18-се армия (СССР);
  • 38-се армия (СССР);
  • 8-се һауа армияһы (СССР);
  • 11-се уҡсылар корпусы:
    • 30-се уҡсылар дивизияһы (2-се формалашыуҙан);
    • 226-се уҡсылар дивизияһы (2-се формалашыуҙан);
  • 4-се гвардия миномёт полкы;
  • 329-сы гвардия миномёт полкы;
  • 2-се гвардия тау-йөк миномёт дивизионы;
  • 3-сө гвардия тау-йөк миномёт дивизионы;
  • 42-се гвардия танк бригаһы;
  • 1-се айырым гвардия ауыр танк полкы;
  • 1511-се үҙйөрөшлө артиллерия полкы;
  • 33-сө айырым бронепоездар дивизионы;
  • 37-се айырым бронепоездар дивизионы;
  • 46-сы айырым бронепоездар дивизионы;
  • 15-се штурмлау инжене-сапер бригадаһы;
  • 6-сы моторлаштырылған понтон-күпер батальоны;
  • 50-се моторлаштырылған понтон-күпер батальоны;
  • 38-се айырым огнемёт батальоны (15-се штурмлау инженер-сапёр бригадаһы).

1945 йылдың 1 апреленән

  • 1-се гвардия армиһы;
  • 16-се армия (СССР);
  • 38-се армия (СССР);
  • 8-се һауа армияһы (СССР);
  • 1-се Чехословак армия корпусы:
    • 1-се пехота бригадаһы (чехословак);
    • 3-сө пехота бригадаһы (чехословак);
    • 4-се пехота бригадаһы (чехословак);
    • 1-се һауа-десант бригадаһы (чехословак);
    • 4-се танк бригадаһы (чехословацкая);
    • 5-се пушка артиллерия полкы (чехословак);
  • 27-се гвардия миномёт бригадһы;
  • 4-се гвардия миномёт полкы;
  • 96-сы гвардия миномёт полкы;
  • 329-сы гвардия миномёт полкы;
  • 2-се гвардия тау-йөк миномёт дивизионыгвардия тау-йөк миномёт дивизионы;
  • 3-сө гвардия тау-йөк миномёт дивизионы;
  • 1485-се гвардия тау-йөк миномёт дивизионы;
  • 95-се айырым зенит артиллерия дивизионы;
  • 104-се айырым зенит артиллерия дивизионы;
  • 3-сө артиллерия күҙәтеүе аэростаттарының айырым һауала осоусы дивизионы;
  • 1-се гвардия ауыр танк полкы;
  • 1-се ҡатнаш авиация дивизияһы (чехословак);
  • 15-се штурмлау инженер-сапёр бригадаһы;
  • 6-сы моторлаштырылған понтон-күпер полкы;
  • 38-се айырым огнемёт батальоны.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.