1 сентябрь

1 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 244-се (кәбисә йылында 245-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 121 көн ҡала.

сентябрь
Дш Шш Шр Кс Йм Шм Йк
            1
2 3 4 5 6 7 8
9 10 11 12 13 14 15
16 17 18 19 20 21 22
23 24 25 26 27 28 29
30            
2024 йыл
1 сентябрь
Аҙна көнө Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе
 1 сентябрь Викимилектә

Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар

Халыҡ-ара
  • Ер Ер: Тыныслыҡ өсөн профсоюздар хәрәкәте (Тыныслыҡ) көнө.
    • Хаттар яҙыу көнө.
    • Таланттар эҙләү көнө.
Милли

Төбәк байрамдары

Һөнәри

Тарихи ваҡиғалар

Был көндө тыуғандар

0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

  • Станотин Иван Степанович (1912—1994), урындағы совет органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1949 йылдан Стәрлетамаҡ ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, 1952—1963 йылдарҙа — рәйесе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Һарытау өлкәһенең Арҡадаҡ районы Чиганак ауылынан.
  • Костина Анна Васильевна (1927—?), педагог. 1944 йылдан Хәйбулла районы Атингән, 1952 йылдан — Яңы Ергән, 1963—1984 йылдарҙа — Маҡан мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1962). Сығышы менән Атингән ауылынан.
  • Ғәлиев Вил Барый улы (1932), ғалим-инженер-механик. 1962—1984 йылдарҙа һәм 1992 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1968 йылдан етәксе хеҙмәткәрҙәрҙең һәм белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү факультеты деканы; 1995—2001 йылдарҙа Хеҙмәтте һаҡлау һәм экология республика тармаҡ уҡыу аттестация үҙәге хеҙмәткәре. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (1990). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1977), СССР-ҙың Газ сәнәғәте (1968), Нефть сәнәғәте (1978) һәм Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиеларын төҙөү (1982) министрлыҡтары отличнигы. И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1982).
  • Рәхимҡолов Рәшит Шаһийән улы (1932), ғалим-инженер. 1958 йылдан «БАШНИПИнефть» институты инженеры, кесе, өлкән ғилми хеҙмәткәр, сектор етәксеһе, лаборатория мөдире, 1988 йылдан — әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр. Техник фәндәр кандидаты (1965). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Болошло ауылынан.
  • Әхмәт Ғайсин (1937—1982), журналист, шағир. 1960 йылдан «Ҡыҙыл таң» һәм «Ленинсе» республика гәзиттәре хеҙмәткәре. 1974 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
  • Мельников Михаил Александрович (1942), инженер. Күмертау авиация етештереү предприятиеһының элекке бүлек начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе.
  • Нәбиуллина Минйыһан Муллағәли ҡыҙы (1942), педагог. Өфө ҡалаһы 137-се мәктәбенең элекке башҡорт теле уҡытыусыһы. Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Рус телле мәктәптәр өсөн башҡорт теле буйынса «Туған тел» дәреслеге авторы.
  • Сөләймәнов Урал Таһир улы (1947), энергетик. 1974—2007 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Әбйәлил районы электр селтәрҙәре электромонтёры, мастеры; Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (2006) һәм Республиканың Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1999). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Балапан ауылынан.
  • Фомович Владимир Григорьевич (1947), музыкант, педагог. Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
  • Ванчухина Любовь Ильинична (1952), ғалим-иҡтисадсы. 1974 йылдан Өфө нефть институты иҡтисадсыһы, 1978 йылдан — бүлек начальнигы, 1980 йылдан — баш бухгалтер, бер үк ваҡытта 1998 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетының бухгалтер иҫәбе һәм аудит кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (2000), профессор (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2008), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998).
  • Ғиззәтуллина Финә Наил ҡыҙы (1952), Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының элекке өлкән шәфҡәт туташы. Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре.
  • Ноғманов Ринат Мөҙәрис улы (ижади псевдонимы Иҙрис Ноғманов; 1952), агроном, яҙыусы. 1969 йылдан Әбйәлил районы совхоздары агрономы; 2000—2012 йылдарҙа Ҡырҙас ауыл Советы башҡарма комитеты хеҙмәткәре. 2014 йылдан Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы. Райондың И. Мырҙаҡаев-Балапанов исемендәге премияһы (2005), әҙәби конкурстар лауреаты. Сығышы менән ошо райондың Әхмәт ауылынан.
  • Садов Николай Петрович (1952), педагог, муниципаль хеҙмәткәр. 1973 йылдан Хәйбулла районы Һамар мәктәбе уҡытыусыһы, 2008—2011 йылдарҙа Һамар ауыл Советы хакимиәте башлығы. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002) һәм халыҡ мәғарифы отличнигы (1996). Сығышы менән ошо райондың Ивановка ауылынан.
  • Яппаров Рауил Вафа улы (1952), эске эштәр органдары ветераны, милиция подполковнигы; йәмәғәтсе. Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты.
  • Миңлешев Вәрис Искәндәр улы (1957), педагог. 1984 йылдан Хәйбулла районы Воздвиженка мәктәбенең директор вазифаһын башҡарыусы, 1986 йылдан — Первомайский мәктәбе директоры; 2004 йылдан Аҡъяр һыу селтәрҙәре муниципаль унитар предприятиеһының баш инженеры; 2009 йылдан Аҡъяр тау колледжы уҡытыусыһы, 2012 йылдан 110-сы һөнәри училищеның директор урынбаҫары, 2014 йылдан — ситтән тороп уҡыу бүлеге мөдире. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1991). Сығышы менән ошо райондың Ураҙбай ауылынан.
  • Борғанов Хәлил Рәсләм улы (1962), муниципаль хеҙмәткәр, ғалим-ветеринар. 1998 йылдан Бәләбәй район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. Ветеринария фәндәре кандидаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Тарҡаҙы ауылынан.
  • Йәнбирҙин Рәсүл Рәүеф улы (1962), педагог, муниципаль хеҙмәткәр. 1984 йылдан (өҙөклөктәр менән) Әбйәлил районы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәре етәксеһе, тренер уҡытыусыһы; 1992—1994 йылдарҙа район Советы башҡарма комитетының физик культура һәм спорт бүлеге, 2001—2011 йылдарҙа район хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса комитет етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2007) һәм иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән ошо райондың Үтәгән ауылынан.

3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

Дөйөм исемлек

1 сентябрҙә тыуғандар

Был көндө вафат булғандар

1 сентябрҙә вафат булғандар

Йыл көндәре

Ай һәм көндәр
Ғинуар 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Февраль 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29
Март 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Апрель 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Май 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Июнь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Июль 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Август 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Сентябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Октябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Ноябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Декабрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Ғинуар (Һыуығай) | Февраль (Шаҡай) | Март (Буранай) | Апрель (Алағарай) | Май (Һабанай) | Июнь (Һөтай)
Июль (Майай) | Август (Урағай) | Сентябрь (Һарысай) | Октябрь (Ҡарасай) | Ноябрь (Ҡырпағай) | Декабрь (Аҡъюлай)
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.