1 декабрь
1 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 335-се көнө (кәбисә йылында 336-сы). Йыл тамамланыуға 30 көн ҡала.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2024 йыл |
1 декабрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
1 декабрь Викимилектә |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Халыҡ-ара
- БМО: СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө.
- Ер: Антарктида көнө.
- Милли
- Португалия: Бойондороҡһоҙлоҡты тергеҙеү көнө.
- Румыния: Милли берҙәмлек көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Хәрби дан көнө. Нахимов етәкселегендә рус эскадраһының Синоп мороно янында төрөк эскадраһын тар-мар итеүе (1853).
- Хоккей көнө.
Төбәк байрамдары
- Башҡортостан: Сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө
- Ҡарағалпаҡстан: Ҡарағалпаҡ теле көнө.
- Һөнәри
- Ер: Неврологтар көнө.
- Панама: Уҡытыусылар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Шиномонтажсылар көнө.
- Украина: Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1887: Артур Конан Дойлдың Шерлок Холмс тураһында тәүге китабы «Этюд в багровых тонах» баҫылып сыға.
- 1891: Джеймс Нейсмит баскетбол уйынын уйлап таба.
тулы исемлек
- 1922: Хәҙерге Өфө сәнғәт училищеһы асыла.
- 1943: Тәһран конференцияһы тамамлана.
- 1959: Өфө ҡалаһында «Башнефтехимремстрой» тресы ойошторола.
- 2005: Пермь өлкәһен һәм Коми-Пермяк милли округын ҡушыу һөҙөмтәһендә Пермь крайы ойошторола.
- 2011: Алма-Атала (Ҡаҙағстан) метрополитен асыла.
Был көндө тыуғандар
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Байыҡ сәсән (1710—10.10.1814), башҡорт сәсәне, шағир-импровизатор, азатлыҡ өсөн көрәшеүсе.
- Мөхәмәтйәнова Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы (1950), мәғариф һәм дәүләт хеҙмәткәре, ғалим-педагог. 1998—2004 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры. Рәсәй Федерацияһы Педагогия һәм социаль фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, педагогия фәндәре кандидаты. СССР-ҙың мәғариф отличнигы, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре. Сығышы менән Силәбе ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Тадиашвили Валентин Георгиевич (1921—25.02.1993), архитектор. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1953 йылдан «БашНИПИнефть» институты архитекторы, 1954 йылдан өлкән архитектор һәм бер үк ваҡытта архитектура төркөмөнөң өлкән инженеры, 1971 йылдан төҙөлөш бүлегенең, 1979—1981 йылдарҙа генплан һәм юл проектлау бүлегенең баш белгесе. Сығышы менән Владикавказ ҡалаһынан.
- Ниғмәтуллина Фәриҙә Хәбибрахман ҡыҙы (1946), ветеран-педагог, хор дирижёры. 1973—2015 йылдарҙа Салауат музыка училищеһы һәм Салауат музыка колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Юлбаш ауылынан.
тулы исемлек
- Миловзоров Георгий Владимирович (1956), ғалим-инженер-электромеханик. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы Яңы Надеждин ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Камалов Азат Әхмәҙулла улы (1937—24.04.2007), ғалим-тел белгесе, топонимист. 1967—1990 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, 1972 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр; 1990—1992 һәм 1997—2005 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1999—2004 йылдарҙа филология кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1997), профессор (1997).
- Юнысов Зәбир Кәбир улы (1937—28.08.2020), ауыл хужалығы хеҙмәтҡәре, йәмәғәтсе. 1976—1997 йылдарҙа Өфө районының Авдон ауылындағы төҙөлөүсе һәм ғәмәлдәге ҡошсолоҡ фабрикаһы директоры, 1998 йылдан Рәсәй Пенсия фондының Өфө районы буйынса идаралығы начальнигы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1982). Өфө районының почётлы гражданы (2014).
тулы исемлек
- Сәғитова Сәбилә Фазулла ҡыҙы (1957), педагог. 2014 йылдан Салауат белем һәм һөнәри технологиялар колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Юлдаш ауылынан.
- Топычканова Екатерина Геннадьевна (1957), малсы. 1975 йылдан Мәсетле районы Ленин исемендәге колхоздың һәм «Ленинский» кооперативының сусҡа ҡараусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2006). Сығышы менән ошо райондың Кесе Ыҡтамаҡ ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Выясновский Андрей Юлианович (1898—1970), ғалим-психиатр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1954—1959 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт медицина институтының психиатрия кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1939), профессор (1940). Сығышы менән Подольск губернаһының Антоновка ауылынан.
- Саҡаев Йәлил Хәнәфи улы (1958), спортсы, тренер, шашка буйынса Ишембай олимпия резервы мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1996) һәм иң яҡшы тренеры (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Рсай ауылынан.
тулы исемлек
- Ситдиҡова Флүрә Булат ҡыҙы (1958), музыкант-скрипкасы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Сәнғәт фәндәре кандидаты (2012), профессор (2012). Рәсәй Федерацияһының мәғариф өлкәһенең почётлы хеҙмәткәре (2017), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2009).
- Ғәлләмов Флүр Фәнәүи улы (1968), иҡтисадсы, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының 4-се һәм 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһының Кредит һәм финанс ойошмалары ассоциацияһы Советы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2011).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Фәхрәзиев Миңлеғәлим Фәхрәзи улы (1899—1985), Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында, 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Абдулла ауылынан.
- Монасипов Миңлеғаффан Хәйрулла улы (1929—21.10.1997), нефтсе, 1954—1966 йылдарҙа Иҫәнғол быраулау контораһы мастеры, өлкән инженеры, участка начальнигы һәм произодство бүлеге начальнигы; Ишембай быраулау контораһының бүлек начальнигы; 1966—1972 йылдарҙа «Башюгнефтеразведка» тресы начальнигы; 1972 йылдан – Ишембай быраулау эштәре идаралығының баш инженеры һәм начальнигы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған (1979) һәм почётлы нефтсеһе (1980). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1977) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Бүреҡаҙған ауылынан.
тулы исемлек
- Урманов Тәлғәт Фәтхетдин улы (1929—2.02.2023), бейеүсе. 1951—1971 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артисы. 1955 йылда Мәскәүҙә үткән башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1963). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Шишмә ауылынан.
- Дашкина Римма Ғосман ҡыҙы (1944), бейеүсе, һөйләү жанры артисы, 1967—2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Яңы Ҡайынлыҡ ауылынан.
- Ишмырҙин Зиннур Йыһанур улы (1949—2016), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1970—2003 йылдарҙа Баймаҡ районы «Таналыҡ» колхозы механизаторы. Башҡорт АССР‑ы ауыл хужалығының атҡаҙанған механизаторы (1981).
- Миһранов Искәндәр Абрар улы (1939), мәғариф ветераны, тарих уҡытыусыһы, ауыл хәбәрсеһе, тыуған яҡты өйрәнеүсе, һәүәҫкәр йырсы һәм ҡурайсы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, Салауат районының Рәми Ғарипов исемендәге премияһы лауреаты (1997). Сығышы менән Салауат районының Мәхмүт ауылынан.
Дөйөм исемлек
1 декабрҙә тыуғандар
- 1792: Николай Лобачевский, Рәсәй империяһы математигы.
- 1889: Василий Блюхер, СССР-ҙың хәрби, дәүләт һәм партия эшмәкәре, Советтар Союзы Маршалы.
тулы исемлек
- 1896: Георгий Жуков, СССР полководецы, Советтар Союзы Маршалы, дүрт тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
- 1935: Аллен Вуди, АҠШ кинорежиссёры, яҙыусы, актёр, продюсер.
- 1945: Геннадий Хазанов, СССР һәм Рәсәй актёры, һөйләү жанры артисы.
- 1959: Гарик Сукачёв, СССР һәм Рәсәйҙең рок-музыканты, актёр, режиссёр һәм композитор.
- 1969: Дмитрий Марьянов, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, телетапшырыуҙар алып барыусы.
Был көндө вафат булғандар
1 декабрҙә вафат булғандар
- 1825: Александр I, Рәсәй императоры.
- 1866: Джордж Эверест, Бөйөк Британия геодезисы.
Йыл көндәре
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.