16 ғинуар

16 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 16-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 349 көн ҡала (кәбисә йылында 350).

ғинуар
Дш Шш Шр Кс Йм Шм Йк
1 2 3 4 5 6 7
8 9 10 11 12 13 14
15 16 17 18 19 20 21
22 23 24 25 26 27 28
29 30 31        
2024 йыл
16 ғинуар
Аҙна көнө Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе
 16 ғинуар Викимилектә

Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар

Халыҡ-ара
  • Ер Ер: Ҡар (Спорттың ҡышҡы төрҙәре) көнө.
    • Ҡайнар һәм әсе ризыҡ көнө.
    • «Битлз»The Beatles») көнө.
Милли
Һөнәри

Тарихи ваҡиғалар

  • 1712: Пётр I фарманы менән Рәсәй империяһында Хәрби инженер мәктәбе эш башлай. Хәҙер ул — А. Ф. Можайский исемендәге Хәрби инженер-космик университеты.
  • 1909: Эрнест Генри Шеклтон экпедицияһы Ерҙең көньяҡ магнит полюсын аса.

Был көндө тыуғандар

0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

  • Смирнова Валентина Алексеевна (1896—10.10.1966), ғалим-оториноларинголог, йәмәғәтсе. 1935—1943 йылдарҙа Өфө ҡалаһының Ҡолаҡ, танау һәм тамаҡ ауырыуҙары клиник дауаханаһының баш табибы, 1937 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1946 йылдан ҡолаҡ, тамаҡ һәм танау ауырыуҙары кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1954—1959 йылдарҙа институт директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының III—V саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1946—1966 йылдарҙа Бөтә Союз оториноларингологтар йәмғиәтенең Башҡортостан филиалы рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1947), профессор (1947). РСФСР-ҙың (1957) һәм Башҡорт АССР-ының (1944) атҡаҙанған табибы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1952), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943). Ленин (1953), ике «Почёт Билдәһе» (1944, 1949) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Һарытау өлкәһенең Һарытау районы Козловка ауылынан.
  • Бағышаев Зәйнулла Абдулғәлим улы (1946), ғалим-педагог, юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәре. 1967 йылдан СССР Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәре хеҙмәткәре; 1979 йылдан Эске ғәскәрҙәрҙең Һарытау юғары хәрби училищеһы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992 йылдан — конституцион һәм административ хоҡуҡ кафедраһы начальнигы. 1997 йылдан Өфө юридик институты начальнигы урынбаҫары; 1999 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Фән, юғары һәм урта һөнәри белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе, Рәсәй Федерацияһының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. Педагогия фәндәре докторы (2004), профессор (2004). II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры (2006).
  • Фәйзуллина Резеда Мансаф ҡыҙы (1956), ғалим-педиатр, аллерголог-иммунолог. 1992 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, бер уҡ ваҡытта 1996 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Һаулык һаҡлау министрлығының баш балалар аллергологы. 1998 йылдан Аллерголог-иммунологтарҙың Башҡортостан ассоциацияһы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2010) һәм мәғариф отличнигы (2017), Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2013).
  • Мөнир Вафин (1961), журналист һәм шағир. «Толпар» журналының бүлек мөдире, бер үк ваҡытта «Азатлыҡ» радиоһы хәбәрсеһе. 2005 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015), Бәләбәй районының Динис Бүләков исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2011).

2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

  • Ғибәҙуллин Садиҡ Ғәли улы (1928—?), механизатор. 1951—1993 йылдарҙа Баймаҡ районы Фрунзе исемендәге колхоз тракторсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1973), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1975). Сығышы менән ошо райондың Ишмырҙа ауылынан.
  • Хәйруллин Әүзәх Сәхибгәрәй улы (1928—?), нефтсе. 1953—1984 йылдарҙа Туймазы быраулау эштәре идаралығының вышка монтажлаусыһы, вышка монтажлаусылар бригадиры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Һабанай ауылынан.
  • Бобров Евгений Михайлович (1953), инженер-төҙөүсе, комсомол органдары һәм төҙөлөш тармағы хеҙмәткәре. 1979 йылдан ВЛКСМ-дың Салауат ҡала комитеты секретары, 1983 йылдан — беренсе секретары; 1985 йылдан «Башкирстройтранс» тресының Салауат авторемонт заводы директоры; 1900 йылдан «Башстройконструкция» йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары, 2001—2013 йылдарҙа — генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2003). Сығышы менән хәҙерге Приморье крайының Уссурийск ҡалаһынан.
  • Бочкарёв Александр Петрович (1963—3.09.1982), Афған һуғышында һәләк булған яугир. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1983, үлгәндән һуң). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
  • Хәйбуллин Фазыл Ишбулат улы (1963), табип-анестезиолог-реаниматолог. 1993 йылдан Бәләбәй үҙәк ҡала дауаханаһының табип-анестезиолог-реаниматологы, 2001 йылдан — анестезиология-реаниматология бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2014), Рәсәйҙең (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (2004) һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының Иҫке Балапан ауылынан.
  • Ғәбитов Данийәр Ғаяр улы (1968), агроном. 2003 йылдан Мәләүез районы «Арыҫлан» совхозы, 2013 йылдан — «Иҙел» агрофирмаһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2016). Сығышы менән ошо райондан.
  • Семивеличенко Евгений Александрович (1978), инженер, йәмәғәтсе. 2015 йылдан «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» акционерҙар йәмғиәтенең идарасы директоры. Башҡортостан Республикаһының бишенсе (2016) һәм алтынсы саҡырылыш (2018) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 2012—2016 йылдарҙа Өфө ҡала округы советы рәйесе, 2016 йылдан «Рәсәй машина эшләүселәр союзы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2018). 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2021) һәм Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2014) менән бүләкләнеүсе, «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2022).

4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

Дөйөм исемлек

16 ғинуарҙа тыуғандар
  • 1818: Шиһабетдин Мәржәни, татар мәғрифәтсеһе, фәлсәфәсе, тарихсы, дин әһеле, педагог, археолог, этнограф.
  • 1934: Василий Лановой, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры. СССР-ҙың халыҡ артисы (1985), Ленин премияһы лауреаты (1980).
  • 1934: Михаил Любарский (1950—28.05.2015), СССР һәм Рәсәй хирургы, лимфолог, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2014).

Был көндө вафат булғандар

16 ғинуарҙа вафат булғандар

    Йыл көндәре

    Ай һәм көндәр
    Ғинуар 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
    Февраль 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29
    Март 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
    Апрель 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
    Май 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
    Июнь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
    Июль 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
    Август 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
    Сентябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
    Октябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
    Ноябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
    Декабрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
    Ғинуар (Һыуығай) | Февраль (Шаҡай) | Март (Буранай) | Апрель (Алағарай) | Май (Һабанай) | Июнь (Һөтай)
    Июль (Майай) | Август (Урағай) | Сентябрь (Һарысай) | Октябрь (Ҡарасай) | Ноябрь (Ҡырпағай) | Декабрь (Аҡъюлай)
    This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.