11 июль

11 июль — григориан стиле буйынса йылдың 192-се (кәбисә йылында 193-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 173 көн ҡала.

июль
Дш Шш Шр Кс Йм Шм Йк
1 2 3 4 5 6 7
8 9 10 11 12 13 14
15 16 17 18 19 20 21
22 23 24 25 26 27 28
29 30 31        
2024 йыл
11 июль
Аҙна көнө Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе
 11 июль Викимилектә

Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар

Халыҡ-ара
Милли
Һөнәри

Тарихи ваҡиғалар

Был көндө тыуғандар

0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

  • Самарин Павел Григорьевич (1930—3.10.2012), хеҙмәт алдынғыһы. 1962–1992 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең «Южарланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы, насос станцияһы машинисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1985), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1969), почётлы нефтсеһе (1985) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (1981). Ленин ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡалтасы районының 1960-сы йылдар аҙағында бөткән Демидовка ауылынан.
  • Хәзиев Ғәлимйән Мөхәмәтша улы (1930), хеҙмәт алдынғыһы. 1949—1994 йылдарҙа «Татнефть» берекмәһенең Әлмәт быраулау эштәре идаралығы быраулаусы һәм мастеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Татар АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1981), СССР-ҙың (1981) һәм ТАССР-ҙың (1985) почётлы нефтсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Туймазы районының Исмаил ауылынан.
  • Булавкин Вячеслав Васильевич (1940—9.10.2007), ғалим-инженер-механик, хужалыҡ эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1986 йылдан Мәскәү ҡалаһындағы хәҙерге «Техномаш» ғилми-производство берекмәһе генераль директорының ғилми эштәр буйынса урынбаҫары — баш технологы, 1991 йылдан — генераль директор урынбаҫары — башҡарма директор, 1992 йылдан — генераль директор, бер үк ваҡытта 1987 йылдан Мәскәү техник университеты уҡытыусыһы, 1996 йылдан «Машприбор» кадрҙар әҙерләү институтының ике тәғәйенләнешле юғары технологиялар кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1997), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1996). СССР Министрҙар Советы премияһы (1991), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһының ике тапҡыр (1998, 1999) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Архангел ауылынан.
  • Викторов Виталий Васильевич (1960), ғалим-анестезиолог-реаниматолог, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 2002 йылдан Өфөләге 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһының баш табибы, 2003—2011 йылдарҙа Өфө ҡала хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау идаралығы начальнигы; 2012 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетының Дипломдан һуң белем биреү институты директоры. Медицина фәндәре докторы (2002), профессор (2003). Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (2002) атҡаҙанған табибы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Һыуыҡҡул-Михайловка ауылынан.
  • Рузанов Владимир Александрович (1960), төҙөүсе, хужалыҡ эшмәкәре. «Востокнефтезаводмонтаж» йәмғиәтенең баш инженер урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
  • Погодин Василий Николаевич (1965), спортсы. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1998). Ауыр атлетика буйынса СССР Хәрби-Һауа көстәре чемпионы (1988), үҫмер спортсылар араһында РСФСР беренселеге еңеүсеһе (1985). Рәсәй кубогын яулаусы (1998). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
  • Иҙрисова Айгөл Илдус ҡыҙы (1995), спортсы. Шашка буйынса 2017 йылғы донъя чемпионатының бронза призёры, Европаның 2016 йылғы чемпионы, халыҡ-ара гроссмейстер (2016).

1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

  • Һунаршин Хатмулла Хәбиб улы (1929), хеҙмәт ветераны. 1946—1989 йылдарҙа Баймаҡ районының «Сибай» совхозы механизаторы. Ленин һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
  • Казаков Валерий Петрович (1934—6.08.2010), ғалим-физик‑химик. СССР (1990) һәм Рәсәй (1991) Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, химия фәндәре докторы (1983), профессор (1986). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984). II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры (2002).

Дөйөм исемлек

11 июлдә тыуғандар

Был көндө вафат булғандар

11 июлдә вафат булғандар

Йыл көндәре

Ай һәм көндәр
Ғинуар 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Февраль 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29
Март 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Апрель 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Май 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Июнь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Июль 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Август 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Сентябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Октябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Ноябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Декабрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Ғинуар (Һыуығай) | Февраль (Шаҡай) | Март (Буранай) | Апрель (Алағарай) | Май (Һабанай) | Июнь (Һөтай)
Июль (Майай) | Август (Урағай) | Сентябрь (Һарысай) | Октябрь (Ҡарасай) | Ноябрь (Ҡырпағай) | Декабрь (Аҡъюлай)
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.