1-се Моҡас

1-се Моҡас (рус. Мукасово 1-е) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 152 кеше булған[2]. Почта индексы — 453643, ОКАТО коды — 80206834006.

1-се Моҡас
Рәсми тел башҡортса‎ һәм урыҫ теле
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Моҡас ауыл Советы
Халыҡ һаны 114 кеше (2010)[1]
Почта индексы 453643

Тарихы

1795 йылда теркәлгән. Башта бында дисәтник Моҡас Раймановтың (1722—1812[3])утары була. 1815 йылда 2-се Этҡолдан һигеҙ ғаилә күсеп килә — Ишәли Юлъяҡшин, Һабанғол Ишбулатов, Ҡырғыҙбай Игебаев, Ғабдулла Сурин, Надир Барғутов (Урҙабай Бултерәковтың ике туған ҡустыһы), старшина писары Уҡра Ишбулдин, Әбделмән Уңғаров һәм Йәнекәй Моҡасов (1782 йылғы, уның улдары — Шахмурат, Шахмөхәмәт һәм Бикмырҙа), уның ағалары Һунарғол һәм Сәфәрғәли[3]. Улар Йәнекәйҙең атаһы Моҡас Раймановтың утары урынына ауылға нигеҙ һалалар. Киләһе йылда ауылға 2-се Этҡолдан тағы 11 ғаилә күсенә, шулай уҡ Нуғай ауылынан — 3 ғаилә. Ике Моҡас ауылы барлыҡҡа килә — 1-се Моҡас һәм 2-се Моҡас[4]. Урәдник Мөхәмәт Айрысов 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы, көмөш миҙалдар кавалеры[3]. 1834 йылда — 245, 1859 йылда — 174, 1920 йылда — 197 һәм 186 кеше (ике ауылда) йәшәй. Халыҡ малсылыҡ, игенселек, һунар, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Йылы айҙарҙа халыҡ йәйләүгә сыға. 1839 йылда 35 йорттағы 226 кешегә 300 йылҡы малы, 650 һыйыр, 150 һарыҡ, 20 кәзә тура килә. Йыл һайын 28 бот ужым бойҙайы һәм 552 бот ярауай иген сәскәндәр[3].

Совет осоро

1929 йылда крәҫтиәндәр — «Игенсе» колхозына, 1951 йылда өс колхоз («Ҡыҙыл партизан», «Игенсе», «Ирәндек») «Ирәндек» колхозына берләшә[4]. 1957 йылдан алып — «Сибай» совхозы, 1965 йылдан «Ирәндек» совхозы составына инә.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)184939150,549,5
1920 йыл 26 август197
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар166868051,848,2
2002 йыл 9 октябрь122616150,050,0
2010 йыл 14 октябрь114506443,956,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли составы

Ауылда 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, бөрйән ырыуы башҡорттары (99 %) йәшәй[5].

Географик урыны

Буғалығыр йылғаһы янында урынлашҡан[4].

Урамдары

  • 1 Май урамы (рус. 1 Мая улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодежная улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева улица)
  • Таулы урамы (рус.  Горная улица)[6]

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

  1. https://web.archive.org/web/20131020083342/http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/2f055a804e303140ba45fe3bf8d20d64/Численность+населения+по+населенным+пунктам+Республики+Башкортостан.pdf
  2. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  6. Улицы

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.