1-се Иҙелбай

1-се Иҙелбай (икенсе исеме Баҙраҡ 1-се; рус. 1-е Идельбаево) — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл. Таймый ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 108 кеше булған[2]. Милли составы — тулыһынса башҡорттар. Почта индексы — 452484, ОКАТО коды — 80247855002[3].

Ауыл
1-е Идельбаево
башҡ. 1-се Иҙелбай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат районы

Ауыл биләмәһе

Таймый

Координаталар

55°25′22″ с. ш. 57°48′44″ в. д.

Халҡы

108[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452484

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 247 855 002

ОКТМО коды

80 647 455 111

1-е Идельбаево (Рәсәй)
1-е Идельбаево
1-е Идельбаево
1-се Иҙелбай (Башҡортостан Республикаһы)
1-е Идельбаево

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 41 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Таймый): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кропачёво): 70 км

1‑се Иҙелбай Йүрүҙән йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙҙан төньяҡ-көнбайышҡа табан 41 километр һәм Кропачёво (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан 70 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[4].

Тарихы

Өфө өйәҙе Мырҙалар улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә Иҙелбай ауылына нигеҙ һалған, ауыл 1795 йылдан билдәле. Шулай уҡ Баҙраҡ атамаһы менән дә теркәлгән.

1795 йылда 36 йортта 199 кеше, 1865 йылда 88 йортта — 398 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. XX быуат башында керҙәшлек килешеүе нигеҙендә типтәрҙәр индерелгән[5].

Биләмә берәмектәренә инеүе

Теркәү йылыУлус, ауыл советыӨйәҙ, кантон, районГуберна, РеспубликаДәүләт
1757Мырҙалар улусыТроицк өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй Империяһы
181610-сы йорт8-се Башҡорт кантоныЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
183410-сы йорт8-се Башҡорт кантоныЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
184710-сы йорт8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
185910-сы йорт8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1895Мырҙалар улусыӨфө өйәҙеӨфө губернаһыРәсәй империяһы
1920Мырҙалар улусыМәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926Мырҙалар улусыМәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ыСССР СССР
1935Мырҙалар-Мәсетле ауыл советыМалаяҙ районыБашҡорт АССР-ыСССР СССР
1941Мәсетле ауыл советыСалауат районыБашҡорт АССР-ыСССР СССР
1990Мәсетле ауыл советыСалауат районыБашҡортостан РеспубликаһыРәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

1906 йылда 2 мәсет, 2 һыу тирмәне, 2 запас икмәк һаҡлау мөгәзәйе булған.

XIX быуат аҙағында бер Иҙелбай ауылы була. XX быуаттың 1920 йылында ике ауыл: Арҡауыл ауылынан 7 саҡрымда 100 йортта 434 кеше йәшәгән 1-се Иҙелбай һәм Арҡауылдан 6 саҡрымда 113 хужалыҡта 607 кеше йәшәгән 2-се Иҙелбай тип аталған яңы ауыл барлыҡҡа килгән. Ике ауылда ла башҡорттар һәм типтәрҙәр йәшәй[6][7].

1-се Иҙелбай ауылында башланғыс мәктәп бар. Халыҡ «Таймый» МУСП муниципаль унитар ауыл хужалығы предприятиеһында хеҙмәт итә[8].

Халыҡ һаны

1-се Иҙелбай ауылында башҡорттар йәшәй (2002)

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл902
1920 йыл 26 август4341822524258,0
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар349
1959 йыл 15 ғинуар229
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар107
2002 йыл 9 октябрь1125953
2010 йыл 14 октябрь108545450,050,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре

Урамдары

  • Яр буйы урамы (рус.  Набережная (улица)
  • Үҙәк урам (рус.  Центральная (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)
[9]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. 1-се Иҙелбай ауылы «Госсправка» сайтында
  4. 1-се Иҙелбай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. 1-се Иҙелбай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  8. 1-се Иҙелбай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  9. Карта д. 1-е Идельбаево. Улицы

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.