1-се Башҡорт уҡсылар полкы

1-се Башҡорт уҡсылар полкы (1918 йылдың 25 октябренә тиклем — 1-се Башҡорт пехота полкы) — Башҡорт хөкүмәтенең тәүге регуляр хәрби формированиеһы.

1-се Башҡорт пехота полкы
Ғәмәлдә булған йылдары

июнь, 1918февраль, 1919

Ил

Башҡортостан автономияһы

Бойһонған

Башҡорт Хөкүмәте, Башҡорт хәрби шураһы

Составында

Башҡорт айырым корпусы

Тип

ҡоро ер ғәскәрҙәре

Функция

автономия мәнфәғәттәрен яҡлау

Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр

Рәсәйҙә Граждандар һуғышы

Командирҙары
Билдәле командирҙары

Х. Туймаҡаев, И. Якубовский, С. Ишмырҙин

-

Тарихы

1-се Башҡорт пехота полкы Башҡорт хәрби шураһының 1918 йылдың 13 июнендәге приказына ярашлы Силәбе ҡалаһында Мосолман ирекле отряды нигеҙендә ойошторола[1].

Ырымбур ҡалаһы ул ваҡыттағы Башҡортостан автономияһының хәрби-сәйәси үҙәге Силәбенән алыҫ булғанға күрә, Башҡорт хөкүмәтенең хәрби-ойоштороу мәсьәләләр буйынса вәкәләттәре Ырымбур хәрби бүлегенә бирелә. Был хәрби бүлек 4-се Башҡорт пехота полкын төҙөү менән етәкселек итә, уны бөтә кәрәк-яҡтар һәм офицер кадрҙары менән тәьмин итә. 4-се Башҡорт пехота полкы Башҡорт айырым корпусының 2-се Башҡорт пехота дивизияһы составына инә[1].

1918 йылдың июленән 1-се Урал пехота дивизияһы составында була. 1918 йылдың авгусында Башҡорт хөкүмәте менән бергә Ырымбурға күсә, бында 2-се Башҡорт пехота дивизияһы составына инә.

1918 йылдың 25 октябрендә 1-се Башҡорт пехота полкына «уҡсылар» атамаһы бирелә. 1918 йылдың ноябрендә 2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы таратылғас, 1-се полк 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы составына керә[1].

Адмирал А. В. Колчак власҡа килгәндән һуң, 1918 йылдың 20 ноябрендә Юғары баш командующий штабының приказына ярашлы 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһын 10-сы уҡсылар дивизияһы тип үҙгәртелә, ә 1-се Башҡорт полкына 37-се номер бирелә.

1919 йылдың 9 ғинуарында Башҡорт ғәскәренең штабы полкка элекке номерын ҡайтара.

Рәсәйҙә Граждандар һуғышы барышында 1-се Башҡорт уҡсылар полкы Екатеринбург (1918 йылдың июнь-авгусы) һәм Стәрлетамаҡ (1918 йылдың декабре — 1919 йылдың феврале) фронттарында Ҡыҙыл Армияһы частарына ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша.

1919 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте һәм армияһы Совет власы яғына күскәндән һуң, полк таратыла[1].

Айырыу билдәләре

1918 йылдың 14 июнендә Башҡорт хөкүмәтенең ҡарары буйынса полк яугирҙарының хәрби формаһында милли айырмалыҡ системаһы индерелә. Һул еңдә күк төҫтәге ҡалҡан рәүешендә билдә (киңлеге яҡынса 9 см, оҙонлоғо 11 см) беркетелә, ҡалҡандың түбәнге өлөшөндә полктың номеры, ә уртаһында көмөш ярым ай ҡуйыла. Көмөш ярым ай өҫтөндә хәрби званиеларҙың айырмалыҡ билгеләре урынлаштырыла: офицерҙарҙа — йондоҙҙар (званиеға ярашлы, штаб-офцерҙарҙа алтын төҫтә, обер-офицерҙарҙа көмөш төҫтә); ефрейторҙар, кесе һәм өлкән унтер-офицерҙар көмөш уҡа, ә подпрапорщиктар — алтын уҡа сиккән. Баш кейемендә кокарда урынына чехословак корпусында кеүек күк таҫма беркетелә.

1918 йылдың 14 июнендә ҡабул ителгән 1-се Башҡорт пехота полкының билдәләре
Һалдаттар һәм кесе командирҙар
Рядовой Ефрейтор Бомбардир Унтер-офицер Фельдфебель Подпрапорщик
Обер-офицерҙар Штаб-офицерҙар һәм генералдар
Поручик Штабс-капитан Капитан Подполковник Полковник Генерал-майор Генерал-лейтенант «Тулы» генерал

Командирҙары

  • поручик Харис Туймаҡаев (1918 йылдың июне — 1918 йылдың сентябре)
  • подполковник Ибраһим Якубовский (1918 йылдың сентябре — 1919 йылдың ноябре)
  • штабс-капитан Сөләймән Ишмырҙин (1918 йылдың ноябре — 1919 йылдың феврале)

1918 йылдың ноябренән Хәбибулла Ғәбитов был хәрби формированиеһында полк муллаһы булып хеҙмәт итә.

Иҫкәрмәләр

  1. Таймасов Р. С. 1-й Башкирский пехотный полк // Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.

Әҙәбиәт

  • Багаутдинов Р. О. Участие башкир в Белом движении (1917—1920). — Уфа, 2009.
  • Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). — Уфа, 2009. — 200 с. — ISBN 978-5-7477-2159-3.
  • Ярмуллин А. Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. — Өфө: Китап, 2012. — 277 с. — ISBN 978-5-295-05503-4.
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.