Әүәләк
Әүәләк (рус. Аваляк)— Көньяҡ Уралдағы тау һырты. Башҡортостандың Учалы һәм Белорет райондарында урынлашҡан . Иң бейек түбәләре — Абарашбаш (1292 м) һәм Оло Әүәләк (1205 м). Әүәләккә көнбатыштан Ирәмәл тауы тоташа.
Әүәләк | |
Аваляк | |
Координаталар: 54°32′35″ с. ш. 58°58′43″ в. д. | |
---|---|
Урынлашыуы | Башҡортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Оҙонлоғо | 40 км |
Иң бейек түбәһе | Абараш Баш |
Тау түбәһе бейеклеге | 1292 м |
Тауҙың көнсығыш битенән, диңгеҙ кимәленән 720 метр бейеклектә, Башҡортостандың төп һыу артерияһы — Ағиҙел йылғаһы башлана[1].
Тау арҡаһы Әй йылғаһынан Оло Әүнәр йылғаһына тиклем һуҙыла. Тау битендә ҡарағай-ҡайын ағастары үҫә. Тау арҡаһы 40 км-ға һуҙылған.
Топонимика
Ҡайһы бер юрамалар буйынса Әүәләк һүҙе аулаҡ (кешеһеҙ) һүҙенән килеп сыҡҡан. Әммә бындай аңлатма башҡорт филологияһы кимәлендә ҡаршылыҡҡа осрай. Был һүҙ башҡорт исеменән килеп сыҡҡан тигән аңлатма ла бар[2].
Һылтанмалар
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.