Әнйәк

Әнйәк (рус. Анзяк) — Башҡортостандың Дыуан районындағы ауыл. Рухтин ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 382 кеше[2]. Почта индексы — 452521, ОКАТО коды — 80223831002.

Ауыл
Анзяк
башҡ. Әнйәк
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дыуан районы

Ауыл биләмәһе

Рухтин ауыл Советы

Координаталар

55°26′26″ с. ш. 58°17′26″ в. д.

Халҡы

382[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 223 831 002

ОКТМО коды

80 623 431 106

ГКГН номеры

0520707

Анзяк (Рәсәй)
Анзяк
Анзяк
Әнйәк (Башҡортостан Республикаһы)
Анзяк

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәсәғүт): 13 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Рухтин): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 80 км

Әнйәк ауылы Әй йылғаһы ҡушылдығы Әнйәк йылғаһы буйында, район үҙәге Мәсәғүт ауылынан көньяҡҡа табан 13 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 80 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарих

Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусының аҫаба башҡорттары менән Мәсәғүт улусы урыҫ крәҫтиәндәре араһында 1798 йылда төҙөлгән керҙәшлек килешеүе буйынса Әнйәк ауылы барлыҡҡа килгән[4].

Әнйәк ауылының XIX быуатта артабанғы үҫеше

1859 йылда Әнйәк ауылында 326 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.

Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше

1902 йылда Әнйәктә — 817 кеше йәшәй, 1906 йылда земство мәктәбе, 2 бакалея кибете теркәлгән.

1914 йылда Әнйәк ауылына Көнбайыш Украина крәҫтиндәре күсенеп килгән. 1920 йылда — 1152 кеше булған. Халыҡ ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән. Тиреҫ менән ашланған системаһыҙ сәсеү әйләнеше таралған. 38 һуҡҡыс һәм елгәргес, шулай уҡ 4 тирмән, 2 тимерлек булған.

50 хужалыҡта йәшәүсе керҙәштәр башҡорттарҙан йылына 150 һум менән 1 мең дисәтинә сабынлыҡ һәм һөрөнтө ерҙәрҙе ҡуртымға алған.[5]

Әлеге ваҡытта Әнйәк ауылында балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар[6].

Халыҡ һаны

Әнйәк ауылында урыҫтар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август1152
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар581
1959 йыл 15 ғинуар484
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар355
2002 йыл 9 октябрь371
2010 йыл 14 октябрь38219019249,750,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре

Урамдары

  • Йәшлек урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Үҙәк урамы (рус.  Центральная (улица)[7]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.