Әл-Кәфирун сүрәһе
Әл-Кәфирун сүрәһе (ғәр. سورة الكافرون) - Ҡөрьән Кәримдең 109-сы сүрәһе. Әл-Кәфирун һүҙе "Кафырҙар (Иманға килмәгәндәр)" тигән мәғәнә белдерә. Риүәйәте: Мәккә мөшриктәре Мөхәммәт ﷺ янына килеп: "Әй Мөхәммәт, әйҙә былай килешәйек - бер йыл һин беҙҙең балбалдарға табын, икенсе йылына беҙ һинең Аллаһыңа табынырбыҙ", - тигәндәр. Был турала түбәндәге аяттар үәхи ителгән:
![]() Әл-Кәфирун сүрәһе | |
Синыфы |
Мәккәләге |
---|---|
Мәғәнәһе |
Кафырҙар |
Статистика | |
Сүрә номеры |
109 |
Аяттар һаны |
6 |
Жуз |
30 |
Руҡуғ |
1 |
Алдағы сүрә | |
Киләһе сүрә | |
QuranAcademy.org |
Ғәрәпсәһе
![Кәфирун сүрәһе](../I/Hilye_by_unknown_calligrapher.jpg.webp)
Кәфирун сүрәһе
بِسۡمِ اللّٰہِ الرَّحۡمٰنِ الرَّحِیۡمِ
- قُلۡ یٰۤاَیُّہَا الۡکٰفِرُوۡنَ
- لَاۤ اَعۡبُدُ مَا تَعۡبُدُوۡنَ
- وَ لَاۤ اَنۡتُمۡ عٰبِدُوۡنَ مَاۤ اَعۡبُدُۚ
- وَ لَاۤ اَنَا عَابِدٌ مَّا عَبَدۡتُّمۡ
- وَلَا أَنتُمْ عَابِدُونَ مَا أَعْبُدُ
- لَکُمۡ دِیۡنُکُمۡ وَلِیَ دِیۡنِ
Транскрипцияһы
Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
- Ҡуль йәә әййүһәл кәәфирүүн
- Ләә әғбүдү мәә тәғбүдүүн
- Үә ләә әңтүм ғәәбидүүнә мәә әғбүд
- Үә ләә әнәә ғәәбидүм-мәә ғәбәдтүм
- Үә ләә әңтүм ғәбидүүнә мәә әғбүд
- Ләкүм диинүкүм үә лийә диин
Тәржемәһе
Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
- (Әйт, Мөхәммәт ғ.с.): «Әй иман килтермәгән кешеләр!»
- «Мин һеҙ табынғандарға бер ҡасан да табынмам»
- «Һеҙ мин табынған Аллаһыға ғибәҙәт ҡылмайһығыҙ»
- «Мин һеҙ табынған балбалдарға табыныусы түгел»
- «Һеҙ киләсәктә лә мин табына торған Аллаға ғибәҙәт ҡылмаҫһығыҙ»
- «Һеҙгә үҙ динегеҙ, миңә үҙ динем» .
Һылтанмалар
- СУРА 109. Кафырҙар 2012 йыл 25 май архивланған.
- 109 сура (Әл-Кәфирун) ғәрәп һәм урыҫ телдәрендә
- Сура 109 Әл-Кәфирун 2016 йыл 5 март архивланған. Ислам энциклопедияһында
Әҙәбиәт
- Ҡөрьән Кәрим – башҡорт, татар, урыҫ телдәренә тәржемәләр.
- Ҡөрьән Кәрим (транскрипциялар) //мөх. Нурмөхәмәт Сөйәрғолов // - Стәрлетамаҡ, ҡала типографияһы, 2007,609 бит.
- Тәсһилүл бәйән (Ҡөрьән Кәримдең еңеләйтелгән аңлатмаһы), 1-4 томдар – Ҡазан, 2004
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.