Әкиәт

Әкиәт — халыҡ ижадында тылсымлы көстәр, сихырсылар ҡатнашлығында барған төрлө уйҙырма ваҡиғаларға ҡоролған, телдән һөйләнә торған әҫәр. Сәсмә жанрҙа була, уйлап сығарылған ваҡиғаларға ҡорола.

  • әҙәбиәттә халыҡ ижады менән бәйле, мөғжизәле һәм мажаралы ваҡиғаларға, тылсымлы көстәргә бәйле әҫәр, тик халыҡ әкиәтенән айырмалы булараҡ, әкиәттең авторы бар.
Әкиәт
Рәсем
Вики-проект WikiProject Narration[d]
Өлөшләтә тура килә народное сказание[d]
Берекмәләре исемлекте ҡарағыҙ[d]
 Әкиәт Викимилектә

Башҡорт халыҡ әкиәттәре

Әкиәттәр — халыҡ ижадының бик боронғо һәм киң таралған жанры. Халыҡ араһында уны «ҡарһүҙ» тип тә йөрөтәләр. Ул ҡарттарҙан ҡалған «аҡыллы һүҙ» тигәнде аңлата. Ғәҙәттә, «борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер әбей менән бабай» тип башлана. Йөкмәткеһенә ҡарап, башҡорт халыҡ әкиәттәре өс төркөмгә бүленә: тылсымлы (волшебные), тормош-көнкүреш (бытовые), хайуандар (сказки о животных) һәм батырҙар тураһындағы әкиәттәргә.

Тылсымлы әкиәттәр

Образдар системаһы аша боронғо кешеләрҙең донъяны аңлау үҙенсәлектәрен төшөнөп була. Берҙәм жанр булһа ла, әкиәттең үҫешендә бер нисә этапты асыҡларға мөмкин, һәм уның төрҙәре, ғәҙәттә, ана шул этаптарға ҡарап билдәләнә. Боронғо әкиәттәргә тылсымлылыҡ, фантастика нығыраҡ хас булған. Уларҙың күбеһендә миф үҙенсәлектәрен табып була. Тылсымлы әкиәттәрҙең образдар системаһы аша боронғо кешеләрҙең донъяны аңлау үҙенсәлектәрен төшөнөп була. Тәбиғәт күренештәренең күпселеге, мәғлүм булыуынса, һәр төрлө хәрәкәт аша сағыла: ҡояш, мәҫәлән, байый; йәшен балҡып, йәшнәп китә; ямғыр яуа; ел һауаны, үҫемлектәрҙе һәм башҡа әйберҙәрҙе хәрәкәткә килтерә; хайуандарҙың ҡылыҡ-хәрәкәте тағы ла асығыраҡ. Тәбиғәттең серҙәрен ныҡлап белмәгән боронғо кешеләр, тирә-йүндәге әйбер һәм күренештәрҙе йәнләндереп күҙ алдына килтергән. Тәбиғәтте йәнләндереп, хайуандарҙы кешеләштереп аңлау уларҙың художестволы ижадтарына ла, айырым алғанда, әкиәттәренә лә үтеп ингән. Йәшен йәшнәтер ҡылыс; бер башынан һөт, бер башынан ҡан тама торған ҡурай; тылсымлы айбалта; алыҫтағы теләгән бер әйберҙе күрһәтә алыусы көмөш көҙгө; үҙе йөрөтөүсе итек — был образдарҙың барыһы ла кешенең тәбиғәтте аңларға ғына түгел, ә уны еңергә ынтылыуын да сағылдыра. Аждаһа, юха, мәскәй, ен-пәрей, дейеү кеүек фантастик образдарҙың бөтә әкиәттәрҙә лә еңелеүгә дусар булыуы халыҡтың шул уҡ ынтылышын тағы ла асығыраҡ дәлилләй. Тәбиғәттең стихиялы көстәрен, ижтимағи тормоштоң ҡаршылыҡтарын еңергә тырышыу әкиәттәрҙең үҙенсәлекле типиклаштырыу алымдарын да билдәләй. Кешене көслө итеп күрһәтергә теләү әкиәт геройҙарының мөмкинлектәрен (бигерәк тә уларҙың физик һәләттәрен) идеаллаштырыуға алып килгән, һөҙөмтәлә гипербола дөйөмләштереүҙең әкиәткә хас формаһы булып нығына. Яуыз көстәргә һәм кешелекһеҙ бәндәләргә ҡаршы көрәшеүсе геройҙарҙың нисек итеп идеаллаштырылыуын «Аҡъял батыр» әҫәре миҫалында ғына ла асыҡ күрергә мөмкин. Тау батыр, мәҫәлән, бер тауҙы икенсе урынға күсерә. Урман батыр эре-эре ағастарҙы йолҡоп ала. Уғатар батыр күккә төбәп өс көн элек атҡан уғын дүртенсе көндә генэ көтөп ала, Йүгерек батыр һыңар аяғы менән дә ҡуян баҫтырып тота. Күлуртлар батырҙың һәләтен уның исеме үк әйтеп тора.

Тормош- көнкүреш әкиәттәре

Ваҡыт үтеү менән, халыҡтың ижтимағи аңы күтәрелә төшкәс, әкиәттәрҙә реалистик фекерләү ҙә көсәйә, көнкүреш тематикаһы ҙурыраҡ урын ала бара. Шунлыҡтан тора-бара көнкүреш әкиәттәре барлыҡҡа килә. Тылсымлы әкиәттәр ҙә йәнәш үҫә. Дөрөҫөрәге, был жанрҙың күп кенә әҫәрҙәрендә фантастика менән реаллек, «хыялдағы» тормош менән көнкүреш хәлдәре бергә ҡушылып китә. Тормош-көнкүреш тематикаһын ғына сағылдырған әкиәттәр сағыштырмаса аҙ. «һаранбай менән Зиннәт ағай», «Алдар менән Ямар», «Аҡыллы ҡарт менән иҫәр батша» кеүек көнкүреш әкиәттәрендә кеше тормошондағы ябай ғына хәл һәм ситуацияларҙан көлкөлө һәм ғибрәтле мәғәнә сығарыу оҫталығы ярылып ята. Социаль ҡаршылыҡтар уларҙа конкретыраҡ һәм төрлө яҡлабыраҡ кәүҙәләнә. Көнкүреш әкиәттәренең күпселегенә көләмәс үҙенсәлектәре лә хас. Байҙарҙың ҡомһоҙлоғон, муллаларҙың наҙанлығын, батшаларҙың мәкерлеген фашлау — төп тематиканы тәшкил итә.

Сығанаҡтар

Әҙәбиәт

  • Алексеев Н. А. Ранние формы религии тюркоязычных народов Сибири. — Новосибирск: Наука, 1980.
  • Андреев Н. П. Указатель сказочных сюжетов по системе Аарне. — Л., 1929.
  • Амантай Ғабдулла. Башҡорт фольклорында жанрҙар//Ғабдулла Амантай. Һайланма әҫәрҙәр / Төҙ. Мөхөтдин Тажи; Баш һүҙ авт. Ғ.Зөлҡәрнәев. —Өфө, 1960. — 144—151-се б.
  • Аникин В. П. Русская народная сказка. — М.: Госучпедгиз, 1959.
  • Arais К., Medne A. Latviesu Pesaku tipy Raditajs. — Riga: Zinatne, 1977 I (Указатель типов латышских сказок).
  • Башкирские народные сказки/Запись и перевод А. Г. Бессонова; Сост.,ред. Н. К. Дмитриева. — Уфа: Башгосиздат, I94I.
  • Башҡорт халыҡ ижады: Өс томда /Төҙ., мөхәрр., баш һүҙ һәм иҫкәр. бир. Ә.И. Харисов. — Өфө: Башгосиздат, 1959. — 2-се том
  • Башҡорт халыҡ ижады: Әкиәттәр биш китаптан /Төҙ. М. Х. Минһажетди-нов, Ә.И. Харисов. — Өфө: Башҡортостан кит. нәшр,. 1973. — 1-се кит.
  • Башҡорт халыҡ ижады: Әкиәттәр биш китаптан / Төҙ. Н. Т. Зарипов, М. Х. Минһажетдинов; Яуаплы мөхәрр. Ә. И. Харисов, Ғ. Б, Хөсәйенов. — Өфө: Башкортостан кит. нәшр., 1978. — 3-сө кит.
  • Башҡорт халыҡ ижады: Әкиәттәр биш китаптан /Төҙ. Ө.М. Сөләймәнов; Яуаплы мөхәрр. С.Ә. Галин. — Өфө: Башкортостан кит. нәшр.,1981. — 4-се кит.
  • Башҡорт халыҡ ижады: Әкиәттәр биш китаптан/Төҙ. Ә.М. Сөләймәнов; Яуаплы мөхәрр. Н. Т. Зарипов. —Өфө: Башҡортостан_кит. нәшр., 1983. — 5-се кит.
  • Башҡорт халыҡ ижады / Төҙ. Ә.М.Сөләймәнов; Инеш мәҡ. М. М.Сәғитов; Һүҙ ахыры Ә.М.Сөләймәнов менән Р. Ф.Рәжәповтыҡы; Аңлатмалар, һүҙлек М. М.Сәғитов менән Ә.М.Сөләймәновтыҡы; Яуаплы мөхәрр. Н. Т. Зарипов. — Өфө:Китап, 1998 — 3-сө том: Эпос.
  • Ким Әхмәтйәнов. Әҙәбиәт теорияһы. Өфө, 2004 йыл.
  • Имаева Гөлнара Зәйнетдин ҡыҙы Диссертация на тему «Народная сказка и ее литературные переложения: на восточнославянском и тюркоязычном материале»
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.