Һиндостан ярымутрауы
Һиндостан (һинд हिन्दुस्तान Hindustān, урду ہندوشتتان Hindostān. фарсы Hindū — (Һинд±stān) — Азияның көньяғындағы ярымутрау. Майҙаны яҡынса 2 млн км², төньяҡтан көньяҡҡа табан 3200 км. Төньяҡ сиге шартлы рәүештә Һинд дельтаһынан Ганг[1] дельтаһына тиклем үткәрелә. Ҡайһы берҙә Һинд-Ганг тигеҙлегенән көньяҡтараҡ ятҡан бөтә яйлаларҙы һәм тауҙарҙы Һиндостан ярымутрауына индерәләр[2]. Ярымутрауҙа Һиндостандың байтаҡ өлөшө, Пакистандың һәм Бангладештың бер өлөшө урынлашҡан.
Һиндостан ярымутрауы | |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
---|---|
Дәүләт | Һиндостан |
Һиндостан ярымутрауын көнбайыштан Ғәрәбстан диңгеҙе, көнсығыштан Бенгал ҡултығы һыуҙары менән йыуа. Уның осонан көньяҡ-көнсығышҡа табан ҙур утрау — Шри-Ланка утрауы урынлашҡан. Ул Һинд субконтинентының көньяҡ өлөшө булып тора һәм Һиндостан тектоник плитаһында урынлашҡан.
Яр буйында тигеҙлектәрҙең тар һыҙаты бар. Улар өҫтөндә Декан яҫы таулығын уратып алған Көнсығыш һәм Көнбайыш Гат тауҙары ҡалҡып тора. Иң бейек нөктәһе — Анай-Муди тауы, уның бейеклеге 2698 метр тәшкил итә. Шулай уҡ эре таш күмер, марганец, тимер һәм баҡыр мәғдәндәре, слюда, боксит һәм аҫыл таштар ятҡылыҡтары бар[3].
Ярымутрауҙың иң көньяҡ нөктәһе — Коморин мороно.
Географик хәле
Һиндостан ярымутрауы Төньяҡ ярымшарҙа урынлашҡан. Ул Гондван материгынан айырылған һәм 55 миллион йыл элек Евразия менән ҡушылған Һиндостан субконтинентының көньяҡ өлөшө — ҡоро ер участкаһы булып тора[4].
Геологияһы
Һинд субконтинентының ҙур өлөшөн Индустан (һинд) платформаһы биләй. Өҫкө йөҙөн Көнбайыш һәм Көнсығыш Гат тауҙары менән сикләнгән Декан яҫы таулығы биләй. Улар үҙҙәренең көньяҡ өлөштәрендә Малабар һәм Коромандель ярҙарының аллювиаль уйһыулыҡтарын яҫы таулыҡтан кәртәләй. Гат тауҙары көньяҡта Анаймалай массивына ҡушыла. Төп йылғалары — Нарбада, Тапти, Маханади, Годавари, Кришна[1][5].
Атамаһы
Фарсылар бөтә Һиндостанды Һиндостан ярымутрауы тип атай, артабан был һүҙ Европа телдәренә күсә. XIX быуаттан алып европалылар Гималай һәм Виндхья тау теҙмәләре араһындағы төбәкте йышыраҡ шулай атаған. Был иһә Һиндостандың[6] Деканға ҡапма-ҡаршы материк өлөшө[7]. Урыҫса «Индустан» атамаһы был тарихи төбәк өсөн иҫкергән һанала.[7]. Инглиз телендә яҡынса шул уҡ сиктәрҙәге ярымутрау Көньяҡ Һиндостан тип атала.
Климаты
Климаты тропик субэкваториаль, төньяҡта тропик муссонлы. Йәй миҙгеле дымлы була. Ғинуарҙа уртаса температура 21 — 29°с, майҙа 30 — 40°С тәшкил итә. Ярымутрауҙың эске райондарында яуым-төшөм 500—700 мм, ел иҫкән битләүҙәрҙә йылына 3000 мм тиклем[8].
Тауҙары
Гималай тауҙары — донъялағы иң бейек тау һырты. Унда бейеклеге 7300 м-ҙан ашыу булған 30 түбә бар. Ғалимдар, Гималай тауҙары үҫеп килеүсе тау төрөнә ҡарай, киләсәктә улар тағы ла юғарыраҡ буласаҡ, тип иҫәпләй. Үҫеүе һинд-австралия тектоник плитаһының хәрәкәте менән бәйле һәм йылына 20 мм тәшкил итә. Гималайҙар Ер майҙанының 0,4 процентын биләй[9].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- Л. И. Куракова, В. Е. Хаин. Индостан // Большая советская энциклопедия. Т. 10. — Советская энциклопедия, 1972. — 3-е изд.
- Индостан // Словарь современных географических названий / Под общей редакцией акад. В. М. Котлякова. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.
- А. П. Горкин. Энциклопедия «География» (без иллюстраций). — АСТ : Росмэн, 2008. — 1374 с. — ISBN 5353024435.
- https://24smi.org/facts/298349-indostan-poluostrov-trekh-derzhav-geografiia-klima.html Индостан — полуостров трех держав: география, климат, обитатели
- Индостан // Российский энциклопедический словарь. / глав. ред. А. М. Прохоров. — М.: «Большая российская энциклопедия», 2000. — С. 577 (книга 1).
- Индостан // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Хиндустан // Большая советская энциклопедия. Т. 28. — Советская энциклопедия, 1978. — 3-е изд.
- Индостан // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. II. — ISBN 9965-9746-3-2.
- https://24smi.org/facts/298349-indostan-poluostrov-trekh-derzhav-geografiia-klima.html Индостан — полуостров трех держав: география, климат, обитатели
Әҙәбиәт
- Кришнан М. С. Геология Индии и Бирмы. М.: Иностранная литература. 1954. 424 с.