Үрге Наҙарғол
Үрге Наҙарғол (рус. Верхненазаргулово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.
Ауыл | |
Үрге Наҙарғол | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Ҡала округы | |
Координаталар |
51°47′ с. ш. 57°44′ в. д. |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Элекке исеме |
Бүре, Башбүре, Төлкөүлгəн |
Халҡы | |
Конфессиональ составы | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
56 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
|
Географик урынлашыуы
Ҡатралы йылғаһы (Һаҡмар ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.
Тарихы
Үрге Наҙарғол (Бүре, Башбүре, Бүреяр, Төлкөүлгəн) ауылы документтарҙа тәүге тапҡыр 1795 йылда[2] телгә алына. Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы составында була.
1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына индерелә. 1930 йылдың 20 авгусынан Башҡортостан АССР-ының Хәйбулла районы составына керә.
1941 йылда РСФСР Юғары Советы Президиумының указына ярашлы, Үрге Наҙарғол һәм Ҡатралы-Наҙарғол ауылдары Чкалов (Ырымбур) өлкәһенең Яңы Покровка районы составына бирелә[3].
1959 йылда Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы составына индерелә[4]
Халҡы
1816 | 1834 | 1859 | 1866 | 1892 | 1900 | 1917 | 1920 | 1926 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
97 | 220 | 126 | 388 | 574 | 240 | 570 | 458 | 346 |
Халыҡ иҫәбе |
---|
2010[1] |
250 |
Билдәле шәхестәре
- Абдуллин Хәмзә Ильяс улы (1918—2008) — педагог. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1971).
Иҫкәрмәләр
- Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области . Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
- Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 28, 62. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
- Указ Президиума Верховного Совета РСФСР о перечислении населенных пунктов Т. Назаргулово и К. Назаргулово из Хайбуллинского района Башкирской АССР в Ново-Покровский район Чкаловской области от 4 марта 1941 г.
- Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Дата обращения: 25 сентябрь 2015. 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.
Һылтанмалар
- ҮРГЕ НАҘАРҒОЛҒА БЕР СӘЙӘХӘТ // «Башҡортостан» гәзите. 26.05.2017.