Ҡәҙер (Илеш районы)

Ҡәҙер (рус. Кадырово) — Башҡортостандың Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 754 кеше[3]. Почта индексы — 452267, ОКАТО коды — 80230844001.

Ҡәҙер
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Ҡәҙер ауыл Советы (Илеш районы)[1]
Административ-территориаль берәмек Ҡәҙер ауыл Советы (Илеш районы)
Халыҡ һаны 754 кеше (2010)[2]
Почта индексы 452267

Тарихы

XVIII, XIX быуаттарҙа Ҡәҙер ауылы Бүләр улусы 11-се йортоноң Ҡәҙер түбәһенә ҡарай. Унда, нигеҙҙә, ер хужалары булған аҫаба башҡорттар йәшәй. Ҡуяшты йылғаһы үҙәнендә ултырған ауыл атамаһы торлаҡ пунктына нигеҙ һалған Ҡәҙерғол Ҡасимов исеменән алынған. Был шәхес старшиналар һәм ябай башҡорттар исеменән урындағы урыҫ милләтенә ҡараған вазифалы кешеләрҙең аҫабаларҙы ҡыҫырыҡлауы тураһында В. Н. Татищевҡа атап яҙылған хәбәр-хатҡа ҡултамғаһын ҡуйыуы менән таныла. Шулай уҡ император ғәли йәнәптәре Анна Иоанновна исеменә башҡорттарҙың аҫаба ерҙәренә индерелгән урыҫ һәм башҡа милләт кешеләренән башҡорттарға яһаҡ түләргә тейешлектәре тураһында указ сығарыуын үтенеп яҙылған ғаризаға ҡултамғаһын ҡуйыуы менән дә билдәле. Был документтар 1738 йылда яҙылған һәм уларға Ҡәҙерғол Ҡасимовтың тамғаһы ҡуйылған[4]..

1740 йылдар тирәһендә Бүләр башҡорттары үҙ ерҙәренә ерһеҙ башҡорттарҙы (припущенниктарҙы), яһаҡ татарҙарын индерә. Уларҙың 47-һе аҙаҡ 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында Пугачев ғәскәре составында һуғыша. 1812 йылғы Ватан һуғышында ла Ҡәҙер ауылы башҡорттары ҡатнаша. Архивта 40 йәшлек Тимер Ишбулдин тураһында: "1812 йылғы һуғыштан ҡайтманы...", йәғни һуғыш яланында һәләк булған, тигән яҙма һаҡлана[4].

1816 йылдағы рәүиз документтарында ауылдың 4 ихатаһын биләгән 7 ғаилә ир-егеттәренең икешәр ҡатын менән йәшәүе лә теркәлә. 1843 йылда 281 башҡортҡа 960 бот ужым һәм 1716 бот яҙғы иген сәселә. Бер башҡорт үҙ ерендә 8 бот картуф ултырта. Кесе Йылға һәм Ҡуяшты йылғаларында тирмәндәр эшләй. Ҡәҙер ауылында йәшгән башҡорт Әбделкәрим Ишмәтов Дөмбөрлө йылғаһы ярында 4 ҡаҙанлы поташ заводын тота[4].

1858 йылғы X рәүиздән һуң типтәрҙәр һаны арта. Улар 1863 йылда Чиниково, Аҙай, Ҡарасәй, Уҫы, Бурансы ауылдарынан Ҡәҙер һәм Һеңрән ауылдарына күсенә һәм 10-ар дисәтинә ер алыуға өлгәшә. 1917 йылғы рәүиз документтарында ауылда 1202 башҡорт һәм 657 типтәрҙең йәшәүе сағылдырыла. 1920 йылғы тәүге совет Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу документтарында ауыл халҡы тулыһынса башҡорт тип таныла (1680 кеше)[4].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар134463570947,252,8
1959 йыл 15 ғинуар99441657841,958,1
1970 йыл 15 ғинуар120053067044,255,8
1979 йыл 17 ғинуар107448858645,454,6
1989 йыл 12 ғинуар86139746446,153,9
2002 йыл 9 октябрь83239144147,053,0
2010 йыл 14 октябрь75436039447,752,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

Иҫтәлекле урындары

Мүклеһаҙ һаҙлығы — комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы (2018). Ҡәҙер ауылынан көнбайышҡа табан 200 метр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Билдәле шәхестәре

Сығанаҡтар

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.