Ҡырҡтытау (һырт)

ҠырҡтытауБашҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт.

Ҡырҡтытау
Характеристики
Оҙонлоғо60 км
Бейек нөктәләре
Абсолют бейеклеге1118 м
Урынлашыуы
53°31′31″ с. ш. 58°29′55″ в. д.
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Тау системаһыКөньяҡ Урал 
Рәсәй
Красная точка
Ҡырҡтытау
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Ҡырҡтытау
 Ҡырҡтытау Викимилектә

Белорет һәм Әбйәлил райондары буйлап Ҡолсоғаҙы һәм Шәкәрҙейылға йылғалары (Кесе Ҡыҙыл йылғаһы ҡушылдыҡтары) тамағы киңлегенән алып Оло Ҡыҙыл йылғаһы киңлек ағымына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған.

Оҙонлоғо 60 км тирәһе, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 8 км, үҙәк — 16 км, көньяҡ — 6 км. Абсолют бейеклеге 1118 км (Ҡараташ тауы). Буйға һуҙылған тау ҡалдыҡтары теҙеменән тора. Һыртта Шыршылытау (1108 м), Күсем (1080 м), Бабай (1054 м), Ҡушай (1048 м), Һандыҡ (900 м тирәһе) түбәләре айырыла. Ирәндек свитаһының базальт һәм андезибазальт составлы лаваларынан, лавабрекчияларынан тора. Һыртта Оло һәм Кесе Ҡыҙыл йылғалары һәм уларҙың ҡушылдыҡтары башлана.

Көнсығыш итәгендә Яҡтыкүл, Ҡарабалыҡты һәм Сабаҡты күлдәре ята. Һырттың көнбайыш битләүҙәре һәм төньяҡ өлөшөнөң ландшафтары ҡараһыу урман тупрағындағы уҫаҡ, ҡарағай һәм ҡарағас ҡатыш ҡайын урмандарынан һәм йыуылған ҡара тупраҡтағы ҡоро болондарҙан тора; көнсығыш битләүҙәренең һәм көньяҡ өлөшөнөң ландшафтары ҡараға оҡшаш тупраҡтағы ҡылғанлы һәм төрлө үләнле далаларҙан ғибәрәт.

Өҫтәмә мәғлүмәт

  • Бабай, Ҡушай, Һандыҡ түбәләре;
  • Ҡараташ тауы; Һыуосҡан
  • Ултыҡ‑Ҡарағас төбәктәре;
  • Ҡараһыйыр йөҙ йәшәр ҡарағасы — тәбиғәт ҡомартҡылары.
  • Һырт төньяҡ өлөшөндә “Абҙаҡ” спорт‑һауыҡтырыу комплексы урынлашҡан.

Топонимика

Бер вариантында ҡырҡты, йәғни ҡырҡылған тау тигән һүҙҙәрҙән килеп сыҡҡан, икенсе вариантта ҡырҡ һанына бәйләнгән тиелә.

Иҫкәрмәләр

    Һылтанмалар

    This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.