Ҡырғыҙстан
Ҡырғыҙстан (ҡырғ. Кыргызстан), рәсми исеме Ҡырғыҙ Республикаһы (ҡырғ. Кыргыз Республикасы, рус. Кыргызская Республика) — Урта Азияның төньяҡ-көнсығышында, Тянь-Шань тауҙарының көнсығышында урынлашҡан дәүләт. Төньяҡта — Ҡаҙағстан, көнбайышта — Үзбәкстан, төньяҡ-көнбайышта — Тажикстан, көньяҡ-көнсығышта һәм көнсығышта Ҡытай менән сиктәш. Майҙаны — 199,5 мең квадрат километр, күршеләре араһында иң бәләкәй дәүләт һанала. Көнсығыштан көнбайышҡа 925 километрға һуҙылһа, төньяҡтан көньяҡҡа — 454 километр ғына.
| |||||
Милли девиз: «Алга,Кыргызстан!» | |||||
Гимн: Ҡырғыҙстан гимны (тыңларға ) | |||||
Нигеҙ һалынған | 1991 | ||||
Рәсми телдәр | Ҡырғыҙ теле (дәүләт), урыҫ теле (рәсми) | ||||
Баш ҡала | Бишкәк | ||||
Иң ҙур ҡалалары | Бишкәк | ||||
Идара итеү формаһы | Республика | ||||
Дәүләт башлығы | Садыр Жапаров | ||||
Территория • Барыһы • % һыу. | 86 урын 198 500 км² 1,3 | ||||
Халыҡ • Барыһы (2005) • Тығыҙлыҡ | 111 урын 5 146 281 247 кеше/км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2004) • Кеше башына | 6 урын 1 736 377 млн. $ 30 900 $ | ||||
Валюта | Hом | ||||
Интернет-домен | .kg | ||||
Телефон коды | +996 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC +5 |
Климаты
Бейек тауҙар ҡуйынында һәм океандарҙан бик алыҫта ятҡанға күрә, Ҡырғыҙстанда ҡояшлы көндәр күберәк. Яуым-төшөм аҙ булыу сәбәпле, илдең күп өлөшөндә яҙҙан көҙгә тиклем йылы. Уртаса температура: +18-27 градус. Шулай уҡ ҡар, боҙлоҡ ятҡан һыҙаттар ҙа бар. Миҙгелдәрҙең алмашыныуына килгәндә, бында яҙ ҡыҫҡа: февраль аҙағында башланып, апрель урталарына тамамлана. Йәй — майҙан сентябргә тиклем. Башҡа Урта Азия республикаларындағы кеүек, Ҡырғыҙстанда ла көҙ бик һуң килә. Төньяҡ өлөшөндә ныҡ һыуыҡ ҡышлы йылдар ҙа була.
Хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы
Климаттың үҙгәреүсән булыуы бындағы үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһына ла йоғонто яһаған. Урманлы тауҙарҙа Тянь-Шань шыршыһы, әстрхан сәтләүеге, пихта, артыш үҫә. Бейек тау туғайҙары, далалары Альп үҫемлектәренә бай.
Ландшафтҡа ярашлы хайуандар донъяһы ла күп төрлө. Имеҙеүселәрҙең — 80, ҡоштарҙың — 330, һөйрәлеүселәр һәм ер-һыу хайуандарының 30-ға яҡын төрө бар. Тауҙарҙа айыу, һеләүһен, барс, тау кәзәһе, ҡоралай, ҡуян һәм башҡа йәнлектәр йәшәй. Ҡоштарҙан туғаҙаҡ, бөркөт, гриф, ҡарсыға, һирәк осраған тау күркәһе — улараны күрергә була.
Ике меңгә яҡын йылға-күлдәре лә тереклеккә бай. Уларҙа балыҡтың 50-нән ашыу төрө иҫәпләнә (яланғас осман, маринка, һаҙан, бағры, ала балыҡ, һыла, аҡ амур), шул иҫәптән 12-һе — кәсеп балығы.
Ҡыҙыл бүре, ҡаплан, Мензбир һыуыры һәм көрән варан иһә Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзының Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Тарихы
Ҡырғыҙстан биләмәһе лә, бөтә Урта Азия һымаҡ, бик боронғо кешелек йәмғиәте усағы булып тора. Б. Э.Т II быуатта уҡ бында тәүге дәүләттәр барлыҡҡа килгән. XV быуаттың икенсе яртыһында ҡырғыҙ ҡәбиләләре берләшеүе һөҙөмтәһендә тәүге үҙ аллы ханлыҡ төҙөлә. Ошо осорға халыҡ булып ойоша ла инде ҡырғыҙҙар. Бөйөк Ебәк юлы заманында Ҡырғыҙстан ҙур әһәмиәткә эйә булған. Көньяҡтағы Ош ҡалаһы уңайлы урынлашыуы арҡаһында күп меңйыллыҡтар дауамында ошо сауҙа юлының Фирғәнә тармағында транзит ҡала иҫәпләнгән. Урындағы халыҡ үткенсе сәйәхәтселәргә һәм сауҙагәрҙәргә хеҙмәт күрһәткән.
XIX быуаттың 70-се йылдарында Ҡырғыҙстанды СССР-ға ҡушалар. СССР тарҡалғандан һуң ҡырғыҙҙар тыныс юл менән үҙаллылыҡ ала. Тәүге конституция ҡабул итәләр, милли аҡсаһы — сомды ҡулланыуға индерәләр.
Халҡы
Халҡының составына килгәндә иң күбен ҡырғыҙҙар тәшкил итә. Улар башлыса ауыл ерендә йәшәй. Икенсе урында — үзбәктәр, Үзбәкстанға сиктәш төбәктәрҙә төпләнгәндәр. Урыҫтар ҡалаларҙа һәм илдең төньяҡ өлөшөндәге ауылдарҙа күпләп донъя көтә. Шулай уҡ дунгандар, ҡаҙаҡтар, украиндар, уйғырҙар, немецтар, башҡорттар, татарҙар — барлығы 80-гә яҡын милләт вәкиле ғүмер итә был илдә.
Иҡтисады
Республика файҙалы ҡаҙылмаларға бай. Бында нефть, газ, ҡара, төҫлө, ҡиммәтле металл ятҡылыҡтары бар. Шуға күрә сәнәғәт тармағында тәбиғи ресурстарҙы сығарыу, эшкәртеү йүнәлеше өҫтөнлөк итә. Алтын табыу тау сәнәғәтендә төп урынды биләй.
Ҡырғыҙстан Республикаһында 400-ҙән ашыу ҡиммәтле таш — алмас, зәңгәр яҡут (сапфир), ҡыҙыл яҡут (рубин), һары яҡут (топаз), зөбәржәт (изумруд), аквамарин, фирүзә (бирюза), тау гәлсәре, малахит, йәшмә, нефрит һәм аҡыҡ ятҡылығы асылған .
Көньяҡта мамыҡ һәм майлы культуралар, йөн, ебәк туҡымалар етештереү менән шөғөлләнәләр.
Халыҡ-ара туризм да иҡтисадтың мөһим өлкәһенә әүерелеп бара. Уның матур киләсәге, тәү сиратта, донъялағы иң ҙур, матур күлдәрҙең береһе — Ысыҡкүлдең курорт өлөшөн, тау саңғыһы спортын, альпинизмды үҫтереү, күп тарихи урындар, Һары-Селек биосфера ҡурсаулығы менән бәйле.
Мәҙәниәт һәм мәғариф
Мәҙәниәт
Ҡырғыҙ мәҙәниәтенә уларҙың быуаттар буйы күсмә тормош алып барыуы ҙур йоғонто яһаған. Ғаилә-көнкүреш йолалары күп быуындарҙың аҡылын сағылдырған. Өлкәндәргә ихтирам, айырыуса ата-әсәгә, бер-береңә ярҙам итергә, ауыр саҡта терәк булырға ынтылыу һәм йомарт ҡунаҡсыллыҡ хас ҡырғыҙҙарға.
Был республикала йыр-моңдо ныҡ яраталар. Һәр байрам, табын милли музыкаһыҙ, халыҡ ижадынан тыш уҙмай. Иң таралған музыка ҡоралы булып ерле халыҡтың комузы һанала. Ул тышҡы төҙөлөшө менән грушаға оҡшаған, абрикос ағасынан яһайҙар, ә өс ҡылын элек-электән һарыҡ һеңеренән эшләгәндәр.
Ҡырғыҙстанда һаҡланып ҡалынған боронғо ҡомартҡылар: Саймалы-Таш уйһыулығы, Буран башняһы, Үҙгән мавзолейы һәм башҡалар «Манас» халыҡ эпосы кеүек донъя мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.
Ә «Йәмилә» («Джамиля»), «Хуш бул, Гөлһары!» («Прощай, Гульсары!»), «Аҡ пароход» («Белый пароход») повестары, «Йәлләт» («Плаха») романын ижад итеүсе бөйөк Сыңғыҙ Айтматов. Ул үҙенең үлемһеҙ әҫәрҙәре менән ҡырғыҙ халҡын бейеккә күтәрҙе. Классиктың китаптары 170-тән ашыу телгә тәржемә ителеп, дөйөм тиражы 60 миллион дананан күберәк. Улар йәмғиәткә белем һәм тәрбиә биреү эшенең бүленмәҫ өлөшөнә әйләнде, күп илдәрҙең мәктәптәре һәм уҡыу йорттары программаларына инде.
Ҡырғыҙҙарҙың элекке күсмә тормошо уларҙың йолаларында һәм ғөрөф-ғәҙәттәрендә яҡшы күҙәтелә. Әлегә хәтлем тирмә торлаҡ булараҡ үҙенең әһәмиәтен юғалтмай. Бер байрам да унһыҙ үтмәй, хатта дәүләт флагында ла һүрәтләнгән ул. Тирмәләр хужаның социаль статусын да күрһәткән, халыҡ йолаларының төп образы ла һаналған. Уларҙы төҙөгәндә һәм күсенгәндә күп йолалар башҡарылған һәм тантаналар булған.
Ҡырғыҙҙарҙың аш-һыуы ҡаҙаҡтарҙыҡына оҡшаш, хатта ҡайһы берҙәренең исемдәре лә тап килә. Милли ризыҡтарының үҙенсәлеге дөгө һәм төрлө тәмләткестәрҙе киң ҡулланыуға ҡайтып ҡала, бешерелгән итте генә файҙаланалар. Урындағы ашнаҡсылар йылҡы итенә, ҡамыр аштарына, әсе һөт аҙыҡтарына һәм ҡуйы бутҡаға оҡшаш аштарға, йәшелсәгә өҫтөнлөк бирә.
Белем биреү
Ҡырғыҙстандың мәғариф системаһы Рәсәйҙәге кеүек, йәғни совет заманынан килә. Бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң белем биреү өлкәһендә реформалар үткәрелгән
Мәктәптә балалар 11 йыл уҡый, шуның 9 йылы мотлаҡ һанала. Башланғыста 1-ҙән 4-се синыфҡа ҡәҙәр белем алалар. Был баҫҡыста яҙырға, уҡырға, һанарға өйрәнәләр. Ватанды өйрәнеү, хеҙмәт, этика һәм физик культура дәрестәре лә инә. V—IX синыфтар уртансы һаналып, 12 йәштән 16 йәшкә тиклемге уҡыусылар фәнни дәреслектәр, математика, мәғлүмәти технологиялар, сит телдәрҙе тәрәнерәк өйрәнә башлай.
Өлкән синыфтарҙы (X—XI) тамамлау мотлаҡ булмаһа ла, уҡыусыларҙың 80 проценты тиерлек һуңғы баҫҡыста белем алыуын дауам итә. Урта синыфтарҙағы дәреслектәрҙе төплөрәк өйрәнәләр. Әлбиттә, хәрби хеҙмәткә, юғары уҡыу йортона әҙерлек тә башлана. XI синыфты тамамлағанда сығарылыш имтихандары һәм Дөйөм республика тестарын тапшыралар. Шуларҙың һөҙөмтәләре буйынса университеттарға ҡабул итәләр.
Дәүләт ҡарамағындағы урта белем биреү учреждениеларынан тыш, ҙур ҡалаларҙа элиталы шәхси мәктәптәр ҙә асыла.
Башҡортостан менән бәйләнештәре
2017 йылда Башҡортостан делегацияһының Ҡырғыҙстанға эш сәфәре барышында республикабыҙ Башлығы Рөстәм Хәмитов «Алтай цивилизацияһы һәм Алтай телдәре ғаиләһенең туғандаш халыҡтары» Халыҡ-ара форумын асыу тантанаһында сығыш яһаны[1].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Сығанаҡтар
- Ф. ҒАФАРОВ. Ҡырғыҙстан — «Манас» иле. Йәншишмә. Балалар һәм үҫмерҙәр гәзите.23.01.2015
- Официальный сайт Правительства Кыргызской Республики
- Официальный сайт Министерства Обороны Кыргызской Республики 2014 йыл 13 ноябрь архивланған.
- Информационный портал Кыргызстана
|