Ҡырғыҙстанда ҡыҙ урлау

Ҡыҙ урлау (ҡырғ. ала качуу йәки ҡыҙ али качуу, «тот һәм ҡас»; урыҫ телендә тәржемәһеҙ бирелеүе мөмкин[1]) — ҡырғыҙ йолаһы. Был термин ҡыҙ өйөнән йәшерен ҡасҡан йәки ҡыҙҙы уның ихтыярына ҡаршы урлаған осраҡтарҙа ҡулланыла.

1871 — 1872 йылдарҙағы фотоһүрәттә ҡыҙ урлау күренештәре булыуы ихтимал. Ҡырғыҙ далалары

Ҡырғыҙстанда мәжбүри никах закон менән тыйыла. Шуға ҡарамаҫтан, ҡыҙҙы үҙ ихтыярынан тыш урлау илдең бөтә территорияһында киң таралған. СССР тарҡалғас һәм Ҡырғыҙстан суверенлы дәүләткә әүерелгәндән һуң, бындай осраҡтар һиҙелерлек арта. Үҙәк Азиялағы Америка университеты мәғлүмәттәре буйынса, ҡырғыҙ ҡыҙҙарының 35 — 40%-ы кейәүгә көсләп бирелгән[2]. Ҡыҙ урлау кеше хоҡуҡтарын боҙа һәм йыш ҡына өйҙә көс ҡулланыуға килтерә. Күп кенә халыҡ-ара хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары ала качууҙы тәнҡитләй һәм уға ҡаршы көрәшә.

Тасуирламаһы

Ҡырғыҙстанда «ала качуу» термины кәләште мәжбүри урлауына ла, шулай уҡ яңы өйләнешкәндәрҙең өйҙән үҙ ирке менән ҡасыуына ла ҡулланырға мөмкин[3]. Мәжбүри урлашыу осрағында йәш кеше үҙенең өйләнергә теләүен ата-әсәһенә әйтә һәм үҙенә ярашлы кәләш һайлауҙарын һорай, йәки ата-әсәһе уға өйләнергә ваҡыт етеүен кәләш һайлауҙарын әйтә. Урланғанға тиклем ҡыҙ егеткә бөтөнләй таныш булмаҫҡа мөмкин[4]. Төрлө тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, ала качуу ҡорбандарының 22 — 35 проценты урлаусыны белмәй[5]. Ҡайһы берҙә, әгәр һайланған ҡыҙ өйҙә булмаһа, кейәү һәм уның ғаиләһе ҡыҙҙың һеңлеләренең ҡайһыһын урларға мөмкинлеген хәл итә[6]. Кейәү һәм уның ир туғандары йәки дуҫтары кәләште урлап, (йыш ҡына машинала), кейәү йортона алып баралар. Ғәҙәттә улар иҫерек хәлдә була[4]. Урлау төркөм тарафынан башҡарыла[7]. Ҡорбанға ғәҙәттә физик көс ҡулланыла[7] йәки уны кейәүҙең өйөнә алдап алып инәләр[8]. Көс ҡулланыу һөҙөмтәһендә ҡыҙҙарҙың һәләк булыу осраҡтары билдәле[9].

Кейәүҙең йортонда кәләште никахҡа инергә һәм башына уның ризалығын символлаштырған аҡ туй яулығы кейергә күндерергә тырышалар[10][11]. Урлаусылар никах союзының өҫтөнлөктәре, мәҫәлән, ғаиләнең финанс хәле йәки ерҙәренең булыуы тураһында әйтә. Ҡыҙҙарға йыш ҡына психологик баҫым яһала[12]. Ҡыҙҙы, әгәр ул китһә, ҡарғау менән янайҙар. Был ырымға ышанған илдә хәүефле[13]. Әгәр ҡыҙ китергә теләһә, ғаиләләге иң оло йәштәге ҡатын ишек төбөнә ята. Уның аша үтеү ҡәһәрле булыу тигәнде аңлата[1]. Ҡайһы бер ғаиләләр ҡыҙҙы, уның ихтыяр көсөн һындырыу өсөн, бер нисә көн буйына ебәрмәй тота. Әгәр ҡыҙ буйһонмаһа, уны ебәрәләр; ул, мәҫәлән, никахтан баш тартыу билдәһе итеп ултырыуҙан йәки ашауҙан баш тарта ала. Урланған ҡыҙҙың ғаиләһе лә никах социаль йәһәттән яраҡлы йәки кәләш һәм уның ғаиләһе өсөн файҙалы тип һаналған осраҡта ҡалырға күндерергә мөмкин. Шулай уҡ никахҡа ҡаршы сығыш яһай һәм ҡыҙға ҡасырға ярҙам итә ала. Йыш ҡына ҡыҙҙың ата-әсәһе, хурланмаҫ өсөн, урлаусыға кейәүгә сығырға күндерә[1]. Улар шулай уҡ кейәүҙең ғаиләһенән бүләктәр ала ала[14]. Ҡайһы берҙә ҡыҙҙың ғаиләһе урланған ҡыҙҙы өйөнә ҡабул итеүҙән бөтөнләй баш тарта[15].

Ҡыҙ урлағанда йыш ҡына енси көсләү осраҡтары була[16][4]. Шунан һуң кейәүҙең туғандары, ҡыҙ менән енси бәйләнешкә инеүҙе күрһәтеү маҡсатында, ҡан эҙҙәре ҡалған түшәк элеп ҡуялар. Әгәр ҡан булмаһа йәки ҡыҙ ғиффәтле булмаһа, уны ата-әсәһенә кире ҡайтарырға мөмкиндәр[17]. Ундай ҡыҙҙың киләсәктә кейәүгә сығыу мөмкинлеге бик аҙ була[18]. Енси бәйләнеш булмаһа ла, ирҙең өйөндә бер төн булһа ла тотолған ҡыҙҙың ғиффәтле булыуы мәңгегә шикле булып ҡала. Шулай итеп, мөһөр тағылыуҙан ҡурҡҡан ҡыҙ урлаусыға кейәүгә сығырға мәжбүр була[19]. Никахтан баш тартҡандарҙың үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары бар. Кире ҡағылған кейәүҙең ғаиләһе ҡыҙ тураһында хурлаусы имеш-мимештәр тарата башларға мөмкин[20]. Урлашҡандан һуң никах ЗАГС-та рәсми рәүештә һирәк теркәлә, унда ике яҡтың да ризалығы мотлаҡ, ғәҙәттә, никах тантанаһы ғына уҙғарыла[21].

Тарихы

Ҡыҙ урлау күп кенә традицион патриархаль йәмғиәттәрҙә таралған[22]. Шул уҡ ваҡытта, профессор Клейнбах мәғлүмәттәре һәм ул осор сығанаҡтарын күҙәтеү буйынса, көс ҡулланыу һәм ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын боҙоу тигән һығымта яһарға мөмкин[23]. Элек әҙәбиәттә ала качуу ҡырғыҙ традицияһы тип һаналған. 1938 йылда социолог Фаннина Галле уны «символик реликвия» тип атай[24]. Шул уҡ ваҡытта был практиканың советтарға тиклемге Ҡырғыҙстанда ни тиклем билдәле булыуы бәхәсле булып ҡала. «Манас» эпосында яңы өйләнешкәндәрҙең ата-әсә йортонан үҙ ирке менән ҡасыуы тураһында ғына телгә алына[23].

Рәсәй империяһы осоронда мәжбүри никах рәсми рәүештә тыйыла. Артабан ҡыҙ урлау СССР осоронда ла ҡулланылмай. 1991 йылда СССР тарҡалғандан һуң һәм Ҡырғыҙстан үҙ аллы дәүләткә бүленгәс, һиҙелерлек арта. Америка урта Азия университеты мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы ваҡытҡа тиклем кәләш урлау осраҡтары һирәк булған, әммә һуңғы 50 йылда, бигерәк тә 1991 йылдан һуң, уларҙың һаны һиҙелерлек арта[25].

Сәбәптәре

Ҡырғыҙ ир-егеттәренең әйтеүенсә, ҡыҙ урлауҙың төп сәбәбе — кәләш өсөн ҡалым түләү кәрәклеге[13]. Ҡалымдың уртаса күләме — 30 000 -дән алып 100 000 сомға тиклем. Ҡайһы бер коммерцияға ҡарамаған ойошмалар кәләш урлау осраҡтарын кәметеү өсөн ҡалымдың уртаса күләмен кәметергә кәрәк тигән фекерҙә[26]. Шул уҡ ваҡытта, Клейнбах, Айтиева һәм Аблезова тикшеренеүҙәре буйынса, ҡыҙ урлаған респонденттарҙың 3 проценты ғына урлауҙың сәбәбе итеп ҡалым түләргә теләмәүҙе атай[27]. Ҡайһы берҙә кәләш урлау традицион туйҙың арзаныраҡ альтернативаһы булараҡ һанала[15].

Иҫкәрмәләр

  1. Жетигенова, А., Яромщук, Т. «Хватай и беги». Как выглядит «традиция» похищения, изнасилования и принуждения к замужеству. Радио Азаттык (26 декабрь 2018). Дата обращения: 22 октябрь 2019. Архивировано 11 август 2019 года.
  2. Human Rights Watch, 2006, p. 90
  3. Human Rights Watch, 2006, p. 86
  4. Human Rights Watch, 2006, p. 91
  5. Human Rights Watch, 2006, p. 98
  6. Luong, P. J. The transformation of Central Asia : states and societies from Soviet rule to independence. — Cornell University Press, 2004.
  7. Human Rights Watch, 2006, p. 100
  8. Human Rights Watch, 2006, p. 103
  9. Human Rights Watch, 2006, p. 102
  10. Smith, C. S. Abduction, Often Violent, a Kyrgyz Wedding Rite (инг.) // The New York Times. — 2005. — Т. 18. — № 9.
  11. The Kidnapped Bride (ингл.). Public Broadcasting Service (2004). Дата обращения: 22 октябрь 2019. Архивировано 13 сентябрь 2019 года.
  12. Human Rights Watch, 2006, p. 104
  13. Smith, C. S. Abduction, Often Violent, a Kyrgyz Wedding Rite (инг.) // The New York Times. — 2005. — Т. 18. — № 9.
  14. Кармазин И. Похитители естества: как девушек в Киргизии принуждают к свадьбе. Известия (21 апрель 2019). Дата обращения: 22 октябрь 2019. Архивировано 20 октябрь 2019 года.
  15. Mathews, J. D. Take this woman to be your wife (инг.) // The Guardian : газета. — 2010.
  16. Жетигенова, А., Яромщук, Т. «Хватай и беги». Как выглядит «традиция» похищения, изнасилования и принуждения к замужеству. Радио Азаттык (26 декабрь 2018). Дата обращения: 22 октябрь 2019. Архивировано 11 август 2019 года.
  17. Жетигенова, А., Яромщук, Т. «Хватай и беги». Как выглядит «традиция» похищения, изнасилования и принуждения к замужеству. Радио Азаттык (26 декабрь 2018). Дата обращения: 22 октябрь 2019. Архивировано 11 август 2019 года.
  18. Human Rights Watch, 2006
  19. Smith, C. S. Abduction, Often Violent, a Kyrgyz Wedding Rite (инг.) // The New York Times. — 2005. — Т. 18. — № 9.
  20. Pusurmankulova, B. Bride Kidnapping. Benign Custom Or Savage Tradition? Jalalabad State University (15 июнь 2004). Дата обращения: 3 сентябрь 2011. Архивировано из оригинала 23 июнь 2007 года. 2007 йыл 23 июнь архивланған.
  21. Human Rights Watch, 2006, p. 105
  22. Эгембердиева Ж., Ярмощук Т., Жетигенова А. Год без Бурулай. Почему в Кыргызстане заговорили о традиции похищения невест после убийства девушки. Настоящее время (27 май 2019). Дата обращения: 22 октябрь 2019. Архивировано 9 июнь 2019 года.
  23. Мухаммад-Дост, З. Кыз ала качуу в Кыргызстане или почему похищение невесты без её согласия не является традицией. Интервью с Расселом Клейнбахом. Central Asia Analytical Network (31 август 2019). Дата обращения: 22 октябрь 2019. Архивировано 30 декабрь 2019 года.
  24. Kleinbach R., Aitieva M., Ablezova M. Kidnapping For Marriage (Ala Kachuu) In A Kyrgyz Village (инг.) // Central Asian Survey. — 2005. — № 24. — С. 191—202.
  25. Human Rights Watch, 2006, p. 89—90
  26. Human Rights Watch, 2006, p. 93
  27. Human Rights Watch, 2006, p. 94

Әҙәбиәт

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.