Ҡыйғы районы

Ҡыйғы районы (рус. Кигинский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Үрге Ҡыйғы ауылы. Районда 21 мең 239 кеше йәшәй.

Ҡыйғы районы
рус. Кигинский район
Ил Рәсәй
Статус Муниципаль район
Төбәк Башҡортостан
Эске бүленеш 9 ауыл биләмәһе
Административ үҙәге Үрге Ҡыйғы ауылы
Хакимиәт башлығы Зөһрә Гордиенко (2020 йылдың 21 ғинуарынан)[1]
Халыҡ һаны 21 239 кеше
Халыҡ тығыҙлығы 11,4
Майҙаны 1688 км²
Сәғәт бүлкәте MSK +2
Автомобиль коды 02, 102

БР‑ҙың төньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Мәсетле, төньяҡ‑көнсығышта — Балаҡатай р‑ндары, көньяҡ‑ көнсығышта — Силәбе өлк., көньяҡ‑ көнбайышта — Салауат, көнбайышта Дыуан р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Үрге Ҡыйғы р‑ны булараҡ ойошторола, район составына Мәсәғүт кантоны улустары инә, 1933 й. 20 сент. хәҙ. исемен йөрөтә (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Салауат р‑ны составына индерелә. 1965 й. 13 ғин. яңынан ойошторола.

Майҙаны — 1688 км2. Адм. үҙәге — Үрге Ҡыйғы а., Өфөнән төньяҡ‑көнсығышҡа 294 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) төньяҡ‑көнбайышҡа табан 43 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 27,9; 1959 — 22,7; 1989 — 18,9; 2002 — 19,8; 2010 — 19,1. Милли составы: татарҙар — 52,0%, башҡорттар — 41,3%, урыҫтар — 5,2%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 11,3 кеше/км². Районда 9 ауыл советы, 39 ауыл торама пункты бар, иң ҙурҙары: Үрге Ҡыйғы (6,6 мең кеше), Түб. Ҡыйғы (1,4 мең), Ләүйылға (1,1 мең) ауылдары.

Рельефы Йүрүҙән‑Әй тигеҙлегенән, төньяҡта — яйла һымаҡ массивтарҙан, көньяҡ‑көнсығышта Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы көнбайыш битләүенең тау итәктәренән ғибәрәт. Район Йүрүҙән‑Сылва депрессияһы, көньяҡ‑көнсығышта — Башҡорт мегантиклинорийы сиктәрендә ята. Район терр‑яһында эзбизташ (Арыҫлан); ҡом‑ҡырсын ҡатнашмаһы һәм ҡом (Йүкәлекүл); төҙөлөш ташы (Ҡуянай); ер аҫты һыуҙары (Ҡыйғы) ятҡылыҡтары бар. Климаты континенталь, уртаса һалҡын, дымлы. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы 0,8°С, ғин. уртаса т‑ра –5,8°С, июлдә 17°С. Теҙмә ҡалҡыулыҡтар араһындағы уйпатлыҡтарҙа т‑ралар инверсияһы билдәләнгән. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 490 мм, йылы осорҙа 400 мм ашыу. Гидрографик селтәрҙе Алйылға ҡушылдығы м‑н Әй й. һәм Ләүйылға, Кесейек ҡушылдыҡтары м‑н Ҡыйғы й.; Абзай, Светлый һаҙлыҡтары һ.б. барлыҡҡа килтерә. Көлһыуланған ҡара тупраҡ, ҡараһыу һоро, аҡһыл һоро һәм һоро урман тупрағы өҫтөнлөк итә. Ҡайын, ҡара ылыҫлы‑киң япраҡлы, ҡарағай һәм ҡарағас урмандары таралған. Терр‑яһының 36,5%‑ын урман ҡаплаған. Хайуандар донъяһы урман‑дала төрҙәренән тора. Ҡолмәт а. эргәһендәге Әй й. һыубаҫар туғайында заказник ойошторолған.

2012 й. ауыл хужалығы ерҙәренеңмайҙаны 93,3 мең га (дөйөм майҙандың 55,1%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 43,1, сабынлыҡтар — 25,4, көтөүлектәр — 24,3; урмандар майҙаны — 53,4, ер өҫтөһыуҙары — 1,0. Район төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [колхоз, 5 АХПК, МУП, 10 ЯСЙ, 82 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, мал аҙығы культуралары, картуф үҫтереүгә, һөт‑ит йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. Йәшелсәселек, сусҡасылыҡ, йылҡысылыҡ, умартасылыҡүҫешкән. Район терр‑яһында урман хужалығы бар. “Ит традициялары” ЯСЙ, икмәк комб‑ты, юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы, МТС һ.б. эшләй. Район терр‑яһы буйлап Бөрө — Мәсәғүт — Һатҡы (Силәбе өлк.), Малаяҙ — Үрге Ҡыйғы — Яңы Балаҡатай — Үңкерҙе (Силәбе өлк.) автомобиль юлдары үтә. Төньяҡ‑көнсығыш иҡтисади төбәккәинә.

Районда ПУ, 25 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 12‑һе — урта мәктәп, ш. иҫ. Үрге Ҡыйғы лицейы №1, 26 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, сәнғәт мәктәбе, ДЮСШ, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто; үҙәк район һәм 2 участка дауаханалары, 25 фельдшер‑акушерлыҡ пункты; 28 клуб учреждениеһы, 22 китапхана, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, физкультура‑һауыҡтырыу комплексы бар. 2 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы эшләй. “Наши Киги” гәз. сыға.

Билдәле шәхестәр

.ӘХМӘТОВ Сафа Әхмәт улы (11.1. 1935, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Алағуз ауылы.), инженер-технолог. Техник ф. д‑ры (1976), проф. (1977). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1978), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2011), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы(1977). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлаған (1958). 1967 й. алып ӨНИ‑нең Салауат киске ф‑тында эшләй (1977 й. — химия‑технология процестары каф. мөдире). 1979 й. башлап БДУ‑ның аналитик химия һәм дөйөм химик технология каф. мөдире. 1981 й. алып ӨДНТУ‑ла эшләй (1991 й. тиклем нефть һәм газ технологияһы каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1981—91 йй. СССР Нефтехимия һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте министрлығының тармаҡ лаб. (Өфө) ғилми етәксеһе. ӘХМӘТОВ Мөхәмәтхәй Әхмәт улы (25.1.1942, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Алағуз ауылы. — 17.11.1995, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. канд. (1970). С.Ә.Әхмәтовтыңҡустыһы. БДУ‑ны тамамлаған (1964). 1965—67 йй. Ҡыйғы р‑ны Алағуз урта мәктәбенең уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире. 1970 й. алып БДУ‑ла уҡыта

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

ЙылХалыҡ һаны
1939 27 896 [3][4]
1959 22 748 [5][4]
1970 23 375 [6][4]
ЙылХалыҡ һаны
1979 20 654 [7][4]
1989 18 899 [8][4]
2002 19 825 [9][4]
ЙылХалыҡ һаны
2010 19 137 [10]
2018 17 023 [11]
2019 16 856 [12]

Ауыл биләмәләре һәм ауылдар

ОКАТО коды Ҡыйғы районы '
80 236 805 000Абзай ауыл советы
80 236 805 001Абзай
80 236 805 002Алағуз
80 236 805 003Мәсәк
80 236 810 000Арыҫлан ауыл советы.
80 236 810 001Арыҫлан
80 236 810 002Әбдрәзәк
80 236 810 003Аҫылғужа
80 236 810 005Ҡолбаҡ
80 236 810 006Сирбай
80 236 810 007Туғыҙлы
80 236 810 008Иҙрис
80 236 815 000Үрге Ҡыйғы ауыл советы
80 236 815 001Үрге Ҡыйғы
80 236 815 002Кеҙетамаҡ
80 236 815 003Юныс
80 236 815 004Тёплый Ключ
80 236 820 000Йыланлы ауыл советы
80 236 820 001Йыланлы
80 236 820 002Вәкийәр
80 236 820 003Ҡолмәт
80 236 825 000Душамбикә ауыл советы
80 236 825 001Дүшәмбикә
80 236 825 002Сағыр
80 236 825 003Һарығул
80 236 825 004Туҡай
80 236 830 000Ибрай ауыл советы.
80 236 830 001Ибрай
80 236 830 002Яңы Мөхәмәт}}
80 236 830 003Иҫке Мөхәмәт
80 236 830 004Йүкәлекүл
80 236 830 005Яуын
80 236 835 000Кандаковка ауыл советы
80 236 835 001Кандаковка
80 236 835 002Первомайский
80 236 835 003Солтан
80 236 835 004Йосоп
80 236 840 000Ләүйылға ауыл советы
80 236 840 001Ләүйылға
80 236 840 002Вязовка
80 236 840 003Кесейек
80 236 840 004Ҡурғаш
80 236 845 000Түбәнге Ҡыйғы ауыл советы
80 236 845 001Түбәнге Ҡыйғы
80 236 845 002Игенселәр
80 236 845 003Октябрь
80 236 845 004Париж
80 236 845 005Ураҡ

Иҫкәрмәләр

  1. Республикала тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙ район башлығы итеп тәғәйенләнде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2020, 21 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 21 ғинуар 2020)
  2. Башҡорт энциклопедияһы — Ғатауллин Раил Рәфҡәт улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 2 март 2019)
  3. перепись населения СССР 1939 года
  4. Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
  5. перепись населения СССР 1959 года
  6. перепись населения СССР 1970 года
  7. перепись населения СССР 1979 года
  8. перепись населения СССР 1989 года
  9. Всероссийская перепись населения 2002 года
  10. Всероссийская перепись населения 2010 года
  11. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  12. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.