Ҡуҙбай
Ҡуҙбай (рус. Кузбаево) — Башҡортостан Республикаһы Борай районындағы ауыл, Ҡуҙбай ауыл Советы үҙәге.
Ҡуҙбай | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ үҙәге | Ҡуҙбай ауыл советы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Ҡуҙбай ауыл советы |
Халыҡ һаны | 394 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 452955 |
Этимологияһы
Ҡуҙбай (ҡушма һүҙ) — «ҡуҙ» — баҙлап янып торған утлы күмер, тере күмер һәм бай.
Тарихы
Ауылды Ҡазан даруғаһындағы Эске-Йылан улусында үҙ ерҙәрендә аҫабалыҡ иткән башҡорттар нигеҙләгән.
Ул 1707 йылдан алып билдәле. 1767 йылда ҡәрҙәшлек килешеүе буйынса яһаҡлы татарҙар (һуңынан типтәрҙәр ҡатламына инә) күсеп ултыралар.
Ауып үҫеше түбәндәгесә булған:
— 1795 йыл — 8 типтәр, (башҡорттар тураһында мәғлүмәт юҡ)
— 1816 йыл — 308 башҡорт,165 типтәр
— 1859 йыл — 537 башҡорт,165 типтәр
— 1870 йыл — 511 башҡорт,145 типтәр
— 1920 йыл — 1232 (башҡорт һәм типтәр бергә)[3]
Билдәле шәхестәре
- Исмәғил Асаинов (урядник) — 1812 йылғы Ватан һуғышында 10-сы башҡорт полкы составында хеҙмәт иткән[4].
- Хәйруллин Әбделбарый Хәби улы (1955) — Рәсәй ислам эшмәкәре.
Халыҡ
Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[5] | 2009[5] | 2010[6] |
447 | ↗451 | ↘394 |
2002 йылдағы халыҡ иҫәбен алыуға ярашлы, күпселек милләтте — башҡорттар (94 %)[7] тәшҡил иткән.
Географик урыны
Тиклемге арауыҡта:[8]
— район үҙәгенә тиклем (Борай): 12 км
— яҡындағы тимер юл станцияһы (Яңауыл): 56 км
Иҫкәрмәләр
- ОКТМО (урыҫ)
- https://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw?url=http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/2f055a804e303140ba45fe3bf8d20d64/%D0%A7%D0%B8%D1%81%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%BD%D0%BE%D1%81%D1%82%D1%8C+%D0%BD%D0%B0%D1%81%D0%B5%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D1%8F+%D0%BF%D0%BE+%D0%BD%D0%B0%D1%81
- https://nailtimler.com/bashkortostan/buraevskiy_rayon/buraevskiy_rayon_kuzbaevo.html
- http://www.ufagen.ru/node/746?page=3 2021 йыл 18 ғинуар архивланған.
- Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
Һылтанмалар
- Ҡуҙбай // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Башҡортостан республикаһы муниципаль берәмектәр советы.
- Кузбаево на портал «генеалогия һәм архивтар»