Ҡушма һөйләм

Ҡушма һөйләм — ике йәки бер нисә ябай һөйләмдән төҙөлгән һөйләм ҡушма һөйләм тип атала.

Миҫалдар

Аҡрын ғына ел иҫә, башаҡтар ҡыштырлаша, улар гуйә уҙ-ара серләшә (өс ябай һөйләмдән тора, сөнки грамматик нигеҙе өсәү).

Ҡағиҙә

Ҡушма һөйләм эсенә ингән ябай һөйләмдәрҙе мәғәнә һәм интонация уртаҡлығы берләштерә.

Ҡушма һөйләм эсенә ингән ябай һөйләмдәр үҙ-ара теҙеү йәки эйәртеү юлы менән бәйләнеп киләләр. Мәҫәлән: 1) Аҡ ҡайындар һары кулдәк кейгән, ҡыҙыл яулыҡ болғай уҫаҡтар. (Р. Хәкимйәнов.) 2) Һыуҙар шулай аға бирер, ҡарамай ярҙарына, тик куңел ҡайтмай буламы ғумере яҙҙарына! (И. Ильясова.) Ике һөйләм дә теҙеү юлы менән бәйләнгән, улар — теҙмә ҡушма һөйләм. Тәүгеһе — теркәуесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм, икенсеһе — теркәуесле теҙмә ҡушма һөйләм. Теҙмә ҡушма һөйләм эсендәге ябай һөйләмдәр үҙ-ара теркәуес йәки интонация ярҙамында бәйләнә. Шуға ҡарап, теҙмә ҡушма һөйләмдәр ике төрлө була: теркәүесле һәм теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр.

1) Ҡышын урман елһеҙ шаулаһа, буран булыр. 2) Болот нисек кенә кукте ҡапламаһын, ҡояш уның өҫтөндә балҡый. Был һөйләмдәр икеһе лә эйәртеуле ҡушма һөйләм, сөнки улар эсендәге ябай һөйләмдәр үҙ-ара эйәртеү юлы менән бәйләнгән.

Әҙәбиәт

  • Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф. Ф. Башҡорт теле. Өфө-2000йыл ISBN 5-295-02619-1
  • Толомбаев Х. А., Солтанбаева Х. В. Әсә теле. 6-сы класс өсөн дәреслек. Өфө-2008 йыл ISBN 978-5-295-04288-1
  • В. Ш. Псәнчин, Ю. В. Псәнчин. Әсә теле. 10-11 кластар өсөн дәреслек.Өфө-2009 й ISBN 5-295-02834-8
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.