Ҡурғаш (Ҡыйғы районы)

Ҡурғаш (рус. Кургашево) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл. Ләүйылға ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 279 кеше[2]. Почта индексы — 452500, ОКАТО коды — 80236840004.

Ауыл
Кургашево
башҡ. Ҡурғаш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡыйғы районы

Ауыл биләмәһе

Ләүйылға ауыл Советы

Координаталар

55°22′07″ с. ш. 58°45′30″ в. д.

Халҡы

279[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452500

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 236 840 004

ОКТМО коды

80 636 440 116

Кургашево (Рәсәй)
Кургашево
Кургашево
Ҡурғаш (Ҡыйғы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Кургашево

Географик урыны

Ҡурғаш ауылы район үҙәге Үрге Ҡыйғы ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 11 километрҙа һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа 36 километрҙа урынлашҡан[3].

Тарихы

Ҡурғашйылға тип аталған ауылға XVIII быуаттың 2-се яртыһында Себер даруғаһы Әйле улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. XX быуаттың 1930-сы йылдарынан — Ҡурғаш ауылы тип атала.

1795 йылда ике ауыл: Ҙур Ҡурғаш һәм Бәләкәй Ҡурғаш тип аталған. 18 йортта 49 ир-ат һәм 59 ҡатын-ҡыҙ, барлығы 108 кеше иҫәпкә алынған.

1816 йылда 22 йортта 114 кеше, 1834 йылда — 23 йортта 136 кеше (икенсе Ҡурғашйылғала — 11 йортта 66 кеше),

1842 йылда 136 кешегә 33 сирек ужым һәм 195 сирек яҙғы икмәк сәселгән. 24 йортта 220 ат, 224 һыйыр, 60 һарыҡ, 24 кәзә аҫыралған. Солоҡсолоҡ (60 солоҡ) һәм умартасылыҡ (24 умарта) менән шөғөлләнгәндәр[4][5].

1846 йылда Ҡурғашйылғаға бер үк Троицк өйәҙендәге Сирбай ауылынан 64 кеше күсерелә.

Биләмә берәмектәренә инеүе

Теркәү йылыУлус, ауыл советыӨйәҙ, кантон, районГуберна, РеспубликаДәүләт
1757Дыуан улусыТроицк өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй Империяһы
18161-се йорт4-се Башҡорт кантоныТроицк өйәҙе Ырымбур губернаһыРәсәй империяһы
18341-се йорт4-се Башҡорт кантоныТроицк өйәҙе Ырымбур губернаһыРәсәй империяһы
18471-се йорт4-се Башҡорт кантоныӨфө өйәҙе Ырымбур губернаһыРәсәй империяһы
18591-се йорт4-се Башҡорт кантоныӨфө өйәҙе Ырымбур губернаһыРәсәй империяһы
1895Ҡошсо улусыЗлатоуст өйәҙеӨфө губернаһыРәсәй империяһы
1920биләмәһеҮрге Ҡыйғы өйәҙеАвтономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) РСФСР
1926Ҡошсо улусыМәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ыСССР СССР
1935Ләүйылға ауыл СоветыҠыйғы районыБашҡорт АССР-ыСССР СССР
1941Ләүйылға ауыл СоветыҠыйғы районыБашҡорт АССР-ыСССР СССР
1990Ләүйылға ауыл СоветыҠыйғы районыБашҡортостан РеспубликаһыРәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

1859 йылда — 52 йортта 226 кеше йәшәгән. 1859 йылғы X рәүиз мәғлүмәттәре буйынса 102 ир-ат йән башына ер бүленгән.

1861 йылда ер бүлемдәрен яңынан бүлеп биреү тормошҡа ашырылған. Сәсеү әйләнеше системаһыҙ, 5—6 лет йылдан һөрөнтө ерҙәрҙе шөйтөм (перелог) итеп ҡалдырғандар. Төп ер эшкәртеү ҡоралы — һабандар.

1865 йылда 48 йортта — 293 кеше. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған[6].

1885 йылдан ерҙе йән башына (126 рәүиз йәне) ер бүлеүгә күскәндәр[7].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

1906 йылда запас иген һаҡлай торған мөгәзәй теркәлгән. Сар-ҡайраҡтар эшләү менән шөғөлләнгәндәр.

1920 йылда 67 йортта 161 ир-ат һәм 187 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән[8].

Ҡурғаш ауылында төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар[9].

Халыҡ һаны

Ҡурғаш ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август328
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар227
1959 йыл 15 ғинуар261
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар310
2002 йыл 9 октябрь357
2010 йыл 14 октябрь27913914049,850,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урамдары

  • Мәжит Ғафури урамы (рус.  Мажита Гафури (улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева (улица)
  • Зәки Вәлиди урамы (рус.  Заки Валиди (улица)[10]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Урмандар:

Йылғалар: Әй,

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тәбиғәт һәйкәлдәре: көньяҡҡа табан Аверкин соҡоро, көньяҡ-көнбайышҡа — Һикеяҙ мәмерйәләр комплексы (Силәбе өлкәһе), Әй фонтаны бар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 189—191 с. (История д. Тугузлы)
  • Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Ҡурғаш (Ҡыйғы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. ЦГИА Ф. 138. Оп. 2. Д. 345, 485, 773; Ф. 172. Оп. 1. Д. 25. Д. 111 (1811 г.). Л. 425—427. Ф. 2. Оп. 1. Д. 5584
  6. Ҡурғаш (Ҡыйғы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  8. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  9. Ҡурғаш (Ҡыйғы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  10. Карта д. Кургаш. Улицы
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.