Ҡурай еләге
Ҡурай еләге, (диал. — әберсә, ағас еләге, лат. Rubus idaeus) — роза сәскәлеләр Раузалар (Rosaceae) ғаиләһенә ингән сәнскәк һабаҡлы ҡыуаҡ үҫемлек; ҡырҡынды ерҙәрҙә, урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтарҙа, йылға буйҙарында үҫә. Баҡсасылар баҡсала үҫтерә.
Ҡурай еләге | |||||||||||||||||||||||
![]() Ҡурай еләге емештәре | |||||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||||
Rubus idaeus L. | |||||||||||||||||||||||
Синонимдар | |||||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||||
|
Биологик яҙма
Ҡырағай ҡурай еләге — япрағын ҡойоусы күп йыллыҡ тамырһабаҡлы ярымҡыуаҡлыҡ. Тамырһабаҡтан ике йыллыҡ метр ярым бейеклек һабаҡ үҫеп сыға. Тамыры бормала-бормалы, күп төрлө тамырҙар менән күп тармаҡлы.
Һабағы тура тороусы. Беренсе йылғы үҫентеләре үлән кеүек йәшел күкһел ҡуныҡлы (с налётом).
Япраҡтары һабаҡлы овал формаһында.
Сәскәләре аҡ төҫтә 1 см киңлектә, ҙур булмаған сәскәлеккә ойошҡан.
Рәсәйҙең урта өлөшөндә ҡурай еләге июндән июлгәсә, ҡайһы берҙә августҡаса сәскә ата. Еләге ҡыҙыл төҫтә, шулай уҡ һары һәм ҡара төҫлө бөрлөгәнгә)[1]. оҡшағандары ла осрай.
- Ҡурай еләге. «Köhler’s Medizinal-Pflanzen» китабынан, 1887
Иҫкәрмәләр
- Малина и ежевика. Видовой состав. selplod.ru (15 апрель 2009). Дата обращения: 6 май 2010. Архивировано 26 август 2011 года. 2013 йыл 4 май архивланған.