Ҡояш (күл)

Ҡояш (рус. Куя́ш - Рәсәйҙәге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районындағы күл.

Ҡояш
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе

Географияһы

Ҡояш күле федераль трассанан төньяҡтараҡ урынлашҡан М36.Координаттары: 55°50′28″N 61°8′11″E

Силәбенән – 80 км, Екатеринбургтан –124 км. алыҫлыҡта. Ярҙарында 3 тораҡ пункт: көнбайышта - Оло Ҡояш ( 1937 йылға тиклем — Покровское ауылы), төньяҡ-көнбайышта — Кесе Ҡояш, көнсығышында — Голубинка [2].

Тасуирламаһы

Күл түңәрәк рәүешле. Көнсығыштан күлгә ҡороусан шишмә ҡушыла, ул трассанан көнсығыштараҡ урынлашҡан һыҙлыҡтан баш ала. Күлдән ағып сыҡҡан йылғалар юҡ.

Күлдең майҙаны – 12,42 квадрат километр. Уртаса тәрәнлеге – 2 метр, максималь тәрәнлеге 6 метрға етә. Һыуҙың үтәҙеклеге – 2,5 метр. Һөҙәк ярлы. Бер аҙ ҡыяҡлы ҡамыш үҫә. Һыуйыйғыс дөйөм майҙаны туғайҙар, көтөүлектәр араһындағы һыулыҡтарҙан йыйыла. Күл атмосфера яуым-төшөмө һәм ташҡындар иҫәбенә туҡлана. Күл — аҡмай.

Күл буйҙарында төҙөлөш ҡомо, балсыҡ һәм ҡырсынташ ятҡылыҡтары урынлашҡан. Ҡояш балсығы сифаттары буйынса Рәсәйҙә 5 урынды биләй. Балсыҡ шифалы үҙенсәлектәргә эйә түгел, әммә һауыт-һаба, кирбес эшләү өсөн элек-электән ҡулланылған[2].

Этимологияһы

Атама башҡорт телендәге ҡояш һүҙенән килеп сыҡҡан. Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә күлдең исемен Ҡояш тигән башҡорт ирҙәр исеменән килеп сығыуы ихтималлығын яҙған[3]

Топографические карты

  • Карта бите N-41-II. Масштаб: 1 : 200 000. Указать дату выпуска/состояния местности.

Иҫкәрмәләр

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Озеро Куяш (Кунашакский район)
  3. Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 б. — ISBN 5-7688-0157-7.

Һылтанмалар

Сығанаҡтар

  • Озеро Куяш (Кунашакский район)
  • Шувалов Н. И. Большой Теренкуль// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  • Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 11. Средний Урал и Приуралье. Вып. 2. Тобол / под ред. В. В. Николаенко. — Л.: Гидрометеоиздат, 1965. — 240 с.
  • Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.