Ҡошсо

Ҡошсо — Әй буйы башҡорттары төркөмөнә ҡараған башҡорт ырыуы. Тамғалары һүрәттә күрһәтелгән, ағастары — ҡайын, муйыл, ҡоштары — аҡҡош, орандары — Салауат.

Ҡошсо

Ырыу тамғаһы
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 50 мең (яҡынса фараз[1])
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тел

башҡорт

Дин

ислам

Халыҡ

башҡорттар

Туғандаш халыҡтар

төрки халыҡтары

Этник төркөм

аҡ-айбуранғолғөҙәирҡаҙырҡалмаҡҡулсыҡайкүҫәкбирҙемөслиммәтәйсирмешсолтансәкетәтөлкөтуғыҙүмәртәйһабанаҡһарт

Аралар

аҡ-айбуранғолғөҙәирҡаҙырҡалмаҡҡулсыҡайкүҫәкбирҙемөслиммәтәйсирмешсолтансәкетәтөлкөтуғыҙүмәртәйһабанаҡһарт.

Этнонимы

Ҡошсо — ғалимдар «Һунар ҡоштары буйынса белгес», «Ҡош менән һунар итеүсе», «Ҡошҡа һунар итеүсе», «Ҡош тотоусы (аулаусы)», «Ҡош ҡараусы» тип аңлаталар. Ҡошсо ырыуы башҡорттары үҙҙәрен «Ҡошҡа һунар итеүсе», «Ҡош тотоусы (аулаусы)» тип иҫәпләйҙәр.

Ҡошсо атамалы ырыу-ҡәбиләр ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, үзбәктәр, төркмәндәр, әзербайжандар, төрөктәр араһында ла бар.

Тарихы

Ҡошсолар Урта Азиялағы боронғо төрки ҡәбиләһенән сыҡҡан тип иҫәпләнә. Беҙҙең эраның 1-се мең йыллығында төркиҙәр менән көнбайышҡа яуҙарҙа ҡатнашҡандар. XII быуатта монголдарҙың дурбан (дыуан) ҡәбиләһе тарафынан буйһондоролған. XIII — XIV быуаттарҙа бөткөһөҙ яуҙарҙа ҡатнашыу һәм күсеп йөрөү арҡаһында төрлө халыҡтар араһына инеп китеп таралалар. Шул иҫәптән башҡорттар араһына ла. Тәү башлап Волга (Иҙел) ҡушылдыҡтары Һамар һәм Мәләкәҫ йылғалары буйында урынлашҡандар. Һуңғараҡ Ыҡ тамағына, артабан Башҡортостандың төньяғына һәм Әй йылғаһы буйҙарына килеп төпләнгәндәр.

Урынлашыуы

Ҡошсо башҡорттарының ауылдары[2]
РФ субъектыРайонАуылдар
БашҡортостанБалаҡатай районыАйҙаҡай, Аҡҡын (бөткән ауыл), Ауышты (бөткән ауыл), Ҡурғаш, Һандалаш
Ҡыйғы районыЮныс
Мәсетле районыАбдулла, Айып, Борғатъя, Йонос, Кесе Ҡыҙылбай, Ҡорғат, Ҡотош, Ләмәҙтамаҡ, Мәләкәҫ, Оло Ҡыҙылбай, Салйоғот, Тайыш, Тимербай, Тимерәк, Төплөкүл (бөткән ауыл), Һабанаҡ, Һөләймән, Әбдрәхим, Әжекәй
Свердловск өлкәһеКрасноуфимск округыБиш ауыл, Рахманғол, Бәйәктамаҡ, Ҡуян, Үрге Бәйәк
Түбәнге Серге районыАҡҡул, Өфө-Шигер, Үрмәкәй
Әртә ҡала округыБикән, Бәхмәт, Әжеғол, Әртә-Шигири
Әшит ҡала округыҒәйнә

Ауылдарҙа халыҡ һаны

Ревиз яҙмалары һәм халыҡ иҫәбен алыу мәғләүмәттәре буйынса

Ауылдар179518161834185018591865189719201939195919701979198920022010
Балаҡатай районы349
Айҙаҡай336
Ҡурғаш13
Һандалаш0
Ҡыйғы районы161
Юныс161
Мәсетле районы6024
Абдулла553510
Айып307342
Борғатъя260249
Йонос382457
Кесе Ҡыҙылбай8075
Ҡорғат350278
Ҡотош..[3]90111131143164225275302363359338363360361
Ләмәҙтамаҡ194187226293331373676867767716759610519522483
Мәләкәҫ274259
Оло Ҡыҙылбай508451
Салйоғот255266
Тайыш328343
Тимербай9079
Тимерәк132118
Һабанаҡ103117161215245303610708521459541395439437391
Һөләймән170172233287291307440530473487541446402489472
Әбдрәхим326324
Әжекәй750684
Красноуфимск округы1093
Биш ауыл98
Рахманғол492
Бәйәктамаҡ387
Ҡуян116
Юғары Бәйәк
Түбәнге Серге районы1628
Аҡҡул279
Өфө-Шигер522
Үрмәкәй827
Әртә ҡала округы1742
Бикән183
Бәхмәт522
Әжеғол685
Әртә-Шигири352
Әшит ҡала округы415
Ғәйнә415

Арҙаҡлы ҡошсолар

Мәсетле районының хөрмәтле гражданы

  1. Ҡорбанова Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙы — 2005
  2. Ҡаев Фәрит Ғалихан улы — 2017

Академиктар

  1. Байрамғолов Юлай Ейәнғәле улы — техних фәндәре докторы (1993),
  2. Вәлиев Ильяс Иштуған улы — педагогия фәндәре докторы (1999)
  3. Мирсаев Рафаил Нурый улы — философия фәндәре кандидаты (1990)

Фән докторҙары

  1. Ғиниәтуллин Рафаҡ Хизбулла улы — биология фәндәре докторы (2019)
  2. Зарипов Айрат Янсур улы — философия фәндәре докторы (2005)
  3. Мәҡсүтова Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы — филология фәндәре докторы (1981)

Афған һуғышында һәләк булған яуғиҙар

  1. Ғәзизов Раян Нариман улы (14.4.1960—5.5.1981), Башҡорт АССР-ы, Мәсетле районы, Һөләймән ауылы, 1980 йылдың февраленән Афғанстанда. Рядовой, уҡсы. Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән.
  2. Нафиҡов Хәмит Мөғин улы (20.12.1960—15.08.1984), Свердловск өлкәһе, Түбәнге Серге районы, Өфө-Шигер ауылы, 1982 йылдың ноябрен Афғанстанда. Лейтенант, Спезназ төркөмө командиры. Ленин ордены менән бүләкләнгән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса Ҡошсо ырыуы ауылдарында йәшәүсе дөйөм халыҡ һанына нигеҙләнеп Р.Ғатауллин тарафынан фаразланды
  2. История башкирских родов, 2016, с. 135, 148—149
  3. мәғлүмәт табылмаған

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.