Ҡотой (Учалы районы)

Ҡотой (рус. Кутуево) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. Ураҙ ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 230 кеше[1]. Почта индексы — 453741, ОКАТО коды — 80253888004.

Ауыл
Ҡотой
Ҡотой
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Учалы районы

Ауыл советы

Ураҙ

Координаталар

54° с. ш. 59° в. д.

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 888 004

ОКТМО коды

80 653 488 116

Ҡотой (Рәсәй)
Ҡотой
Ҡотой
Ҡотой (Учалы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡотой

Географик урыны

Район үҙәгенән көньяҡ-көнбайышҡа табан һәм Учалы тимер юл станцияһынан 45 км алыҫлыҡта Миндәк йылғаһы ҡушылдығы Шәгәр йылғаһы буйында урынлашҡан.

Тарихы

Ҡотой ауылына Верхнеурал өйәҙе Ҡаратабын улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауыл 1786 йылдан (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1740 йылдан) билдәле. Тәүге төпләнеүсенең улы Биктимер Ҡотоев булған, ауыл уның атаһы Ҡотой исеменән барлыҡҡа килгән. 1795 йылда Ҡотой ауылында 8 йортта 68 кеше йәшәгән. XIX быуат уртаһында 17 хужалыҡта 82 ир-ат һәм 67 ҡатын-ҡыҙ, ә 1866 йылда 35 йортта 177 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр.

1920 йылғы совет халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында йорттар һанының (67) һәм халҡының (354 кеше) артыуы күҙәтелгән. Ҡотой ауылы халҡы Иҫәкәй, Тура йылға, Баранбай, Ҡашмаҡһаҙ йылғалары буйындағы дүрт урында күсенеп йөрөгәндәр. 16 хужалыҡ йәйләүгә сыҡҡан, уларҙың 70 аты, 49 һыйыры, 30 һарығы булған. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр[3]. Ауылда мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ һыу тирмәне теркәлгән[4].

Хәҙерге осор

Әлеге ваҡытта ауылда урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, магазиндар бар.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь23011811251,348,7
Милли состав

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттер буйынса өҫтөнлөклө милләттәр — башҡорттар (100 %).

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ревизия материалдары

1837 йылда[5] һәм 1859 йылда[6] Ҡотой уылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Ауылдың арҙаҡлы шәхестәре

Тирә-яҡ мөхит

  • Шәгәр йылғаһы
  • Исәкәй йылғаһы
  • Тура йылға
  • Ҡашмаҡһаҙ йылғаһы
  • Олотау

Урамдары

  • Солтанов урамы (рус. улица Султанова)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
  • Шәгәр урамы (рус. улица Шагар)[8]

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.