Ҡоншаҡ районы
Ҡоншаҡ районы (рус. Кунашакский район) — Силәбе өлкәһенең административ-территориаль берәмеге. Район үҙәге — Ҡоншаҡ ауылы.
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Урынлашҡан урыны | |||
Берләштерә |
9 берекмә | ||
Административ үҙәк |
Ҡоншаҡ ауылы | ||
Барлыҡҡа килеүе | |||
Халҡы (2016) |
↘29 803[1] (0.85 %, 17 урын) | ||
Тығыҙлығы |
9,09 кеше/км² | ||
Милли состав |
башҡорттар – 47%, татарҙар– 36%, урыҫтар – 15% | ||
Майҙаны |
3 280 км² (12 урын) | ||
| |||
Ваҡыт бүлкәте |
MSK+2 (UTC+6) | ||
Автомобиль номерҙары коды |
74, 174 | ||
Рәсми сайты | |||
География
Район Силәбе өлкәһенең төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Төньяҡта Свердловск һәм Ҡурған өлкәләре менән сиктәш. Районда Сыбаркүл һәм Айлыкүл күлдәре, Ҡараболаҡ, Бағыряҡ, Көртмәле һаҙы йылғалары аға.
Сиктәшлек
Яҡ | Район йәки регион |
---|---|
Төньяҡ | Кәҫле районы |
Төньяҡ-көнсығыш | Свердловск өлкәһе, Ҡурған өлкәһе |
Көньяҡ-көнсығыш | Красноармейск районы |
Көньяҡ | Арғаяш районы, Сосновка районы |
Халҡы
Халыҡ иҫәбе | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
2002[2] | 2005[3] | 2006[3] | 2007[3] | 2008[3] | 2009[4] | 2010[5] | 2011[6] |
32 225 | ↘31 408 | ↘31 085 | ↘30 780 | ↘30 280 | ↘29 558 | ↗30 112 | ↘30 085 |
2012[7] | 2013[8] | 2014[9] | 2015[10] | 2016[1] | |||
↘30 073 | ↗30 105 | ↗30 116 | ↘30 034 | ↘29 803 |
- Милли составы
Ҡоншаҡ районында төрлө милләт вәкилдәре: башҡорттар, татарҙар, урыҫтар, украиндар, немецтар, ҡаҙаҡтар һәм бик күп башҡа халыҡтар йәшәй. Шундай состав дөйөм алғанда район мәҙәниәтен ҡабатланмаҫ итә. Күп төрлө байрамдар билдәләнә.
Төрлө сығанаҡтарҙа райондың башҡорт телендәге формаһы килтерелә(башҡ. Ҡоншаҡ районы[11], Көншәк районы).
Ҡоншаҡ Тарихи Башҡортостан ере булғас, башҡорттар һәр ауылда, ҡасабала, ҡалала күпләп йәшәй. Төп башҡорт ауылдары: Яңы Бүре, Оло Ҡояш, Һары һәм Хәлит.
Башҡорттар йәшәгән ауылдар: Әшир, Яңы Бүре, Оло Ҡояш, Яңы Ҡорман, Һары, Хәлит, шулай уҡ Ҡыҙыл, Әлифкүл, Мәхмүт, Сосновка, Борисовка, Ҡәнзәфәр, Ибраһим, Ҡырмыҫҡалы, Кесе Ҡояш, Һарыкүлмәк, Суртаныш, Ноғоман, Сураҡ, Солтан, Әмин, Ҡайынкүл, Ҡаракүлмәк, Сөләймән, Сыбакүл, Оло Иркәбай, Оло Түләк, Ҡарағайкүл, Ҡолошбай, Сураҡай, Солтанай, Юлдаш, Ямантай, Аҡсакүл, Иҡсан, Ҡарино, Мурино, Серкино, Соҡор, Бараҡ, Баязит, Оло Ҡаҙаҡбай, Бүре, Ҡобағыш, Ҡунаҡбай, Кесе Ҡаҙаҡбай. Башҡорттар шулай уҡ Трудовой, Маяҡ, Дружный, Прибрежный, Ҡомкүл, Мансур, Таҡталым һ. б. ҡасабаларҙа йәшәй.
Татарҙар Ҡоншаҡта, Мөслимдә, Татар Караболкаһында, Бағаряк-тамаҡта, Усман һәм Мусаҡайҙа йәшәй. Башҡорт ауылдары Яңы Бүрелә, Оло Ҡояшта, Һары һәм Хәлит ауылдарында ла һәм Лесной, Дружный һәм Синарский ҡасабаларында татарҙар бар.
Тарих
1917—1930 йылдарҙа район биләмәһе Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының Арғаяш кантонына керә. 1934 йылдың 17 ғинуарынан 17 ноябренә тиклем Арғаяш милли округына ҡарай. Артабан үрҙәге идаралыҡ ҡарары менән Силәбе өлкәһенә индерелгән.
Админстратив ҡоролошо
9 берекмә, 73 халыҡ йәшәгән пункт бар.
№ п/п | Берекмә | Үҙәк | Пункттар һаны |
Халыҡ (2002), һаны, кеше |
---|---|---|---|---|
1 | Әшир ауыл биләмәһе | Әшир | 3 | 652 |
2 | Бүре ауыл биләмәһе | Яңы Бүре ауылы | 4 | 2 582 |
3 | Ҡоншаҡ ауыл биләмәһе | Ҡоншаҡ | 7 | 7 640 |
4 | Ҡояш ауыл биләмәһе | Оло Ҡояш | 10 | 2 898 |
5 | Мөслим ауыл биләмәһе | Мөслим | 8 | 5 591 |
6 | Һары ауыл биләмәһе | Һары | 6 | 2 267 |
7 | Өрөккүл ауыл биләмәһе | Дружный ҡасабаһы | 11 | 3 089 |
8 | Бағаряҡ-тамаҡ ауыл биләмәһе | Бағаряк-тамаҡ | 13 | 3 065 |
9 | Хәлит ауыл биләмәһе | Хәлит | 10 | 4 433 |
Ҡоншаҡ районында 73 халыҡ йәшәгән пункт бар.
Райондың тораҡ пункттары исемлеге | ||||
---|---|---|---|---|
№ | Тораҡ пункты | Тип | Халҡы | Муниципаль берәмек |
1 | Аҡсакүл | ауыл | ↘62[5] | Бәғерәктамаҡ ауыл биләмәһе |
2 | Әлифҡол | ауыл | ↘100[5] | Ғәшер ауыл биләмәһе |
3 | Әмин | ауыл | ↗473[5] | Һары ауыл биләмәһе |
4 | Арыҡ | ауыл | 14[5] | Ҡоншаҡ ауыл биләмәһе |
5 | Ғәшер | ауыл | ↘243[5] | Ғәшир ауыл биләмәһе |
6 | Бараҡ | ауыл | ↘263[5] | Хәлит ауыл биләмәһе |
7 | Баязит | ауыл | ↘373[5] | Хәлит ауыл биләмәһе |
8 | Оло Иркәбай | ауыл | ↘262[5] | Үрәкүл ауыл биләмәһе |
9 | Оло Ҡаҙаҡбай | ауыл | ↗403[5] | Хәлит ауыл биләмәһе |
10 | Оло Түләк | ауыл | ↘371[5] | Үрәкүл ауыл биләмәһе |
11 | Оло Ҡояш | ауыл | ↘1046[5] | Ҡояш ауыл биләмәһе |
12 | Борисовка | ауыл | ↗566[5] | Ҡоншаҡ ауыл биләмәһе |
13 | Бүре | ауыл | ↘360[5] | Хәлит ауыл биләмәһе |
14 | Голубинка | ауыл | ↘235[5] | Ҡояш ауыл биләмәһе |
15 | Дружный | ҡасаба | ↗969[5] | Үрәкүл ауыл биләмәһе |
16 | Ибраһим | ауыл | ↘223[5] | Ҡояш ауыл биләмәһе |
17 | Иҡсан | ауыл | ↘131[5] | Бәгәрәктамаҡ ауыл биләмәһе |
18 | Ҡайынкүл | ауыл | ↘253[5] | Һары ауыл биләмәһе |
19 | Ҡәнзәфәр | ауыл | ↘147[5] | Ҡоншаҡ ауыл биләмәһе |
20 | Ҡарағайкүл | ауыл | ↘422[5] | Үрәкүл ауыл биләмәһе |
21 | Ҡарағайлы | ҡасаба | ↘7[5] | Мөслим ауыл биләмәһе |
22 | Ҡаракүлмәк | ауыл | ↘46[5] | Һары ауыл биләмәһе |
23 | Карино | ауыл | ↗81[5] | Бәгәрәктамаҡ ауыл биләмәһе |
24 | Ҡобағош | ауыл | ↘339[5] | Хәлит ауыл биләмәһе |
25 | Ҡолошбай | ауыл | ↘63[5] | Үрәкүл ауыл биләмәһе |
26 | Ҡомкүл | ҡасаба | ↘171[5] | Бәғерәктамаҡ ауыл биләмәһе |
27 | Ҡунаҡбай | ауыл | ↘237[5] | Хәлит ауыл биләмәһе |
28 | Ҡоншаҡ | т.ю. станцияһы ҡасабаһы | ↗67[5] | Ҡоншаҡ ауыл биләмәһе |
29 | Ҡоншаҡ | ауыл | ↗6296[5] | Ҡоншаҡ ауыл биләмәһе |
30 | Ҡырмыҫҡалы | ауыл | ↘15[5] | Ҡояш ауыл биләмәһе |
31 | Лесной | ҡасаба | ↗428[5] | Ҡоншаҡ ауыл биләмәһе |
32 | Кесе Ҡаҙаҡбай | ауыл | ↗151[5] | Хәлит ауыл биләмәһе |
33 | Кесе Ҡоншаҡ | ауыл | ↘19[5] | Ҡояш ауыл биләмәһе |
34 | Кесе Ҡояш | ауыл | ↘119[5] | Ҡояш ауыл биләмәһе |
35 | Мансур | ауыл | ↘191[5] | Хәлит ауыл биләмәһе |
36 | Мәхмүт | ауыл | ↘194[5] | Ғәшер ауыл биләмәһе |
37 | Маяк | ҡасаба | ↗456[5] | Ҡоншаҡ ауыл биләмәһе |
38 | Маян | ҡасаба | ↗3[5] | Бәғерәктамаҡ ауыл биләмәһе |
39 | Муры | ауыл | ↘156[5] | Бәгәрәктамаҡ ауыл биләмәһе |
40 | Мусаҡай | ауыл | ↘24[5] | Ҡояш ауыл биләмәһе |
41 | Мөслим | т.ю. станцияһы ҡасабыһы | ↗2654[5] | Мөслим ауыл биләмәһе |
42 | Мөслим | ауыл |
| Мөслим ауыл биләмәһе |
43 | Нижняя | т.ю. станцияһы ҡасабыһы | ↘50[5] | Бәгәрәктамаҡ ауыл биләмәһе |
44 | Яңы Бүре | ауыл | ↗1832[5] | Бүре ауыл биләмәһе |
45 | Яңы Ҡорман | ауыл | ↘484[5] | Мөслим ауыл биләмәһе |
46 | Ноғман | ауыл | ↘321[5] | Мөслим ауыл биләмәһе |
47 | Прибрежный | ҡасаба | ↘111[5] | Үрәкүл ауыл биләмәһе |
48 | Разъезд № 2 | ҡасаба | ↗175[5] | Бүре ауыл биләмәһе |
49 | Разъезд № 3 | ҡасаба | ↘46[5] | Ҡоншаҡ ауыл биләмәһе |
50 | Разъезд № 5 | ҡасаба | ↗48[5] | Мөслим ауыл биләмәһе |
51 | Һары | ауыл | ↘971[5] | Һары ауыл биләмәһе |
52 | Һарыҡай | ауыл | ↘0[5] | Үрәкүл ауыл биләмәһе |
53 | Һарыкүлмәк | ауыл | →155[5] | Ҡояш ауыл биләмәһе |
54 | Сәркәй | ауыл | ↘212[5] | Бәгәрәктамаҡ ауыл биләмәһе |
55 | Сәнәр | ҡасаба | ↘215[5] | Бәгәрәктамаҡ ауыл биләмәһе |
56 | Сосновка | ауыл | ↘196[5] | Бүре ауыл биләмәһе |
57 | Сөләймән | ауыл | ↘60[5] | Һары ауыл биләмәһе |
58 | Солтанай | ауыл | ↘194[5] | Үрәкүл ауыл биләмәһе |
59 | Солтан | ауыл | ↘265[5] | Мөслим ауыл биләмәһе |
60 | Сураҡ | ауыл | ↘313[5] | Мөслим ауыл биләмәһе |
61 | Суртаныш | ауыл | ↘49[5] | Ҡояш ауыл биләмәһе |
62 | Татар Ҡараболағы | ауыл | ↘423[5] | Ҡояш ауыл биләмәһе |
63 | Таҡталым | ауыл | ↘269[5] | Хәлит ауыл биләмәһе |
64 | Трудовой | ҡасаба | ↘343[5] | Бүре ауыл биләмәһе |
65 | Үрәкүл | ауыл | ↗212[5] | Үрәкүл ауыл биләмәһе |
66 | Ғосман | ауыл | ↘100[5] | Бәгәрәктамаҡ ауыл биләмәһе |
67 | Бәғерәктамаҡ | ауыл | ↘1318[5] | Бәгәрәктамаҡ ауыл биләмәһе |
68 | Хәлит | ауыл | ↘1660[5] | Хәлит ауыл биләмәһе |
69 | Себәкүл | ауыл | ↗381[5] | Һары ауыл биләмәһе |
70 | Сүкер | ауыл | ↘180[5] | Бәгәрәктамаҡ ауыл биләмәһе |
71 | Элеваторный | ҡасаба | ↘67[5] | Бәгәрәктамаҡ ауыл биләмәһе |
72 | Юлдаш | ауыл | ↘166[5] | Үрәкүл ауыл биләмәһе |
73 | Ямантай | ауыл | ↗199[5] | Үрәкүл ауыл биләмәһе |
Иҡтисады
Район иҡтисадының нигеҙен ауыл хужалығы тармағы тәшкил итә. Ауыл хужалығы предприятиелары бойҙай, ҡарабойҙай, сөгөлдөр, көнбағыш, кукуруз, малсылыҡ менән махсуслаша. Етештереүҙең иң ҙур өлөшө аҙыҡ-түлек етештереүгә тура килә.
Билдәле шәхестәре
- Сөләймәнов Фәтҡелҡадир Мостафа улы — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы, яҙыусы, төркиәтсе[13];
- Ҡадир Даян — башҡорт яҙыусыһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре;
- Солтанов Барый Муллағәли улы (13.10.1907—21.01.1945) — Советтар Союзы Геройы (1945). Хәлит (Ҡоншаҡ районы)|Хәлит ауылы.
- Мөхәмәтйәров Хәй Ғабдрафиҡ улы — башҡорт шағиры;
- Тимерғазин Ҡадир Рәхим улы — нефтсе, геолог, геология-минералогия фәндәре докторы, профессор;
- Ғәлимов Сәләм — (18.01.1911—19.06.1939) — башҡорт шағиры, журналист һәм ғилми хеҙмәткәр. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (Тәгәш ауылы).
- Сәйәрғәлиев Барый Сәйәрғәли улы (12.12.1907—1964), ғалим-тел белгесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1945 йылдан Башҡорт театр-художество училищеһының уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире, 1951—1964 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми хеҙмәткәре. Филология фәндәре кандидаты (1956). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) һәм «Почёт Билдәһе» орденындары кавалеры. Ҡоншаҡ ауылынан.
- Тимерғәлина Шәрифә Тимерғәзи ҡыҙы — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе, аҙаҡтан ВЛКСМ Үҙәк Комитеты секретары (Ҡәнзәфәр ауылы).
- Искандәр Рәмилә Риф ҡыҙы — кино һәм театра актрисаһы, «Алтын Лира» премияһы лауреаты (Мәскәү)
Иҫкәрмәләр
- Предварительная численность постоянного населения городских округов и муниципальных районов Челябинской области на 1 января 2016 года . Дата обращения: 22 февраль 2016. Архивировано 22 февраль 2016 года.
- Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- Численность постоянного населения по городским округам и муниципальным районам Челябинской области на 1 января 2005-2016 гг. (численность населения 2004-2010 гг. пересчитана от итогов ВПН-2010) . Дата обращения: 8 апрель 2016. Архивировано 8 апрель 2016 года.
- Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года . Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
- Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- Численность постоянного населения Челябинской области в разрезе муниципальных образований на 1 января 2012 года . Дата обращения: 12 апрель 2014. Архивировано 12 апрель 2014 года.
- Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- 2020 йыл 25 сентябрь архивланған. Ссылка на статью в журнале Ватандаш
- Муслюмово (село, Челябинская область) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
- Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р. З.Шәкүров. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 303 бит
Һылтанмалар
- Ҡоншаҡ районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 9 декабрь 2022)
- «Ватандаш» журналында мәкәлә 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.
- Официальный сайт Кунашакского района
- История герба Кунашакского района
- Кунашакский муниципальный район
- Кунашакский район Челябинской области отмечает 75-летие
- Татарская Караболка — 50 лет в объятиях смерти. 2010 йыл 6 декабрь архивланған.
- Башкирское родословие: Салъют