Ҡаяу
Ҡаяу (урыҫ.Жало) — саға торған төрлө бөжәк, ҡорт, йылан, саяндың ағыулы сәнскесе[1],ҡайһы бер хайуандарҙа һәм үҫемлектәрҙә ағыу йәки электр һуғыуы ебәреүсе ағза. Бөжәктәрҙә( бал ҡорто, һағыҙаҡ һ.б.) ҡорһаҡ аҫтының һуңғы быуынтығында урынлашҡан.
Ул һаҡланыу сараһы (ҡоралы) булып тора. Бал ҡорттары был уникаль ҡорал менән умарталарын дошмандарынан һаҡлай.

Һағыҙаҡ ҡаяуы ағыу тамсыһы менән
Һылтанмалар
- Жало, у насекомых // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Иҫкәрмәләр
- Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.