Ҡарама
Ҡарама (йыла) (рус. вяз , лат. Úlmus) — йылалар ғаиләһенә ингән оҙонсараҡ япраҡлы, йәйенке ботаҡлы, ҡубырсып торған ҡытыршы ҡабыҡлы эре ағас; Йылалар ғаиләһенә ҡараған оҙонса япраҡлы, йәйенке ботаҡлы, бөгөлөп торған ағас[2]. Йыла һымаҡтар яҡынса 40 миллион йылдар элек барлыҡҡа килгән, тип һанала һәм әлеге көндә ундан артыҡ төрө билдәле. Ҡарама ағасынан әҙерләнгән утын йылы биреү сығанағы булараҡ юғары баһалана.
Ҡарама | |||||||||||||||||
![]() | |||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| |||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||
Ulmus L. | |||||||||||||||||
Синонимдар | |||||||||||||||||
|
Хөрәфәттә
Башҡорттарҙа дошман күргән, өйөнә килтерергә теләмәгән кеше артынан көл һибеп ҡалыу ырымы булған. Был маҡсатта ғәҙәттә ҡарама көлө ҡулланылған [3]
Милли символикала
Башҡорттарҙың һәр ырыуының үҙ ағасы бар, быларҙы заманында Сыңғыҙхан тәғәйенләгән. Ҡарама - ҡатай ырыуының бәкәтин тармағы ағасы тип фараз ителә.
Фольклорҙа
- Ишле ише менән, ҡарама - ҡыуышы менән (мәҡәл)
- Ҡарамалы ауылы ҡара Ҡарағолға сана ҡарамалатырға биргәйнем. Ҡарамаланымы икән, ҡарамаламаны микән. Ҡарамалаһа ла, ҡарамаламаһа ла, ҡарамаламауына, ҡарамалауына ҡарамайынса ҡарап ҡына алып ҡайт әле (тиҙәйткес).
![]() ( Давид ҡарамаһы) |
![]() (Шыма ҡарама) |
![]() (Ҡытыршы ҡарама) |
![]() |
![]() (Кәрлә ҡарама) |
Иҫкәрмәләр
- По данным сайта GRIN (см. карточку растения).
- Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)
- Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. - Мәскәү. 1993. - 639-сы бит
Әҙәбиәт
- Род 1. Ulmus L. — Вяз, Ильм или Берест // Деревья и кустарники СССР. Дикорастущие, культивируемые и перспективные для интродукции. / Ред. тома С. Я. Соколов. — М.—Л.: Изд-во АН СССР, 1951. — Т. II. Покрытосеменные. — С. 494—510. — 612 с. — 2500 экз.
- Род 369. Ильм, Вяз или Берест — Ulmus L. // Флора СССР. В 30-ти томах / Главный редактор и редактор тома акад. В. Л. Комаров. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1936. — Т. V. — С. 360—373. — 762 + XXVI с. — 5175 экз.
Һылтанмалар
- Ҡарама — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2009)
- Собичевский В. Т. Вяз, дерево из семейства ильмовых // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2009)
- Вяз-бонсай (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2009)
- Ильм 2012 йыл 20 ноябрь архивланған. на сайте Forest.RU (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2009)
- Ильм в Лесной энциклопедии (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2009)
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.