Ҡаныҡай


Ҡаныҡай (рус. Каныкаево) — Башҡортостандың Бишбүләк районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 360 кеше[1]. Почта индексы — 452058, ОКАТО коды — 80212813003.

Ауыл
Ҡаныҡай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бишбүләк районы

Координаталар

53°25′05″ с. ш. 54°09′16″ в. д.

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды 34743
Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 212 813 003

ОКТМО коды

80 612 413 111

ГКГН номеры

0523496

Ҡаныҡай (Рәсәй)
Ҡаныҡай
Ҡаныҡай
Ҡаныҡай (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡаныҡай

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь36019017052,847,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Бишбүләк): 36 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Биҡҡол): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Приютово): 77 км

Ауыл тарихы

Ҡаныҡай ауылы — Күл-Иле-Мең улусы аҫабалары ерҙәре. Тәүге төпләнеүсе ошо улустың сотнигы Каныкай Аҙнағолов була. Ул аҫаба башҡорттар менән ерҙең бер өлөшөн завод хужаһы М. С. Мясоедовҡа (1756 йылдың 31 майындағы купчий ҡағыҙы буйынса) һатыуҙа ҡатнаша. Уның улдарының исемдәре билдәле: Торсонбай (1783 йыл), Илсебай (1794 йыл). Алсынбай (1808 йыл).1816 йылда Ырымбур өйәҙендәге 9-сы кантондан 31 йорттағы 10 ғаилә беркетелә. Бына уларҙың исемдәре: Байғаҙы, Әҙелгәрәй, Ҡомрат, Иҫәнаман, Ямангилде Торсонбаевтар, Аҡбулат, Байслан, Солтанбәк Алтыбаевтар, Алсыбай Ҡотлоғужин, Сәлиҡай Алсынбаев һәм уның улдары.
1795 йылда ауыл 106 кеше йәшәгән 14 йорттан торған. 1816 йылда - 220, 1834 йылда - 324, 1859 йылда - 420, 1870 йылда - 430, 1917 йылда - 966, 1920 йылда 837 башҡорт булған. 1843 йылда 324 кешегә 8 бот ужым һәм 665 бот яҙғы иген сәселгән. 1917 йылда 166 йорт хужаһының 1260 дисәтинә сәсеүлеге булған, шул иҫәптән 44-е - 4 дисәтинәгә тиклем, 52-һе - 10 дисәтинәгә тиклем, 27 - 15 дисәтинәгә тиклем, 22 - 15-тән ашыу. 20 хужалыҡ игенселек менән шөғөлләнмәгән.[2]

Урам исемдәре

  • Камчатка урамы, (рус. Камчатская(улица))
  • Коммунистик урамы, (рус.  Коммунистическая (улица))
  • Минзилә урамы, (рус. Минзилинская(улица))
  • Йәштәр урамы , (рус. Молодежная(улица)
  • Үҙәк урамы, (рус.  Центральная (улица))
  • Шахмат урамы , (рус. Шахматная (улица))[3]

Ер-һыу атамалары

  • Тау исемдәре: Мәтәү,Тором
  • Күл исемдәре:Ҡайнау, Тором,Аҡҡош, Ташлыкүл, Ҡаракүл,Ҡорманлыкүл.
  • Ялан-туғай исемдәре: Айыу,Үрге Кисеү яланы, Михалка яланы, Фил яланы (Дим йылғаһы ташҡанда был урын филгә оҡшаш булып ҡала).
  • Соҡорло урын исемдәре: Бәләкәй арҡылы ҡул,Оло арҡылы ҡул, Дәүләт соҡоро.

Сығанаҡтар

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.462 2020 йыл 3 март архивланған.
  3. Справочник почтовых индексов / кодов ОКАТО - ОКТМО/налоговых инспекций ФНС / адресов
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.