Ҡансыра (Ырымбур өлкәһе)

Ҡансыра (Кәнсер; рус. Канчирово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Александровка районындағы ауыл. Зеленая Роща ауыл биләмәһе составына инә.

Ауыл
Ҡансыра
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ырымбур өлкәһе

Муниципаль район

Александровка районы (Ырымбур өлкәһе)

Координаталар

52°41′ с. ш. 54°18′ в. д.

Милли состав

башҡорттар

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

56

ОКАТО коды

53 206 816 003

ОКТМО коды

53 606 416 111

Ҡансыра (Рәсәй)
Ҡансыра
Ҡансыра
Ҡансыра (Ырымбур өлкәһе) (Ырымбур өлкәһе)
Ҡансыра

Географик урынлашыуы

Туҡ йылғаһы буйында урынлашҡан.

Тарихы

Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Йомран-Табын улусы ҡарамағында була. Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 9-сы башҡорт кантонының 33-сө йортона ҡарай.

Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Туҡ-Соран кантоны составына инә. 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан — Ырымбур өлкәһе составында.

Халҡы

Халыҡ иҫәбе
2010[1]
173

2002 йылғы бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (96 %) йәшәй[2].

Билдәле шәхестәре

  • Ғәбитов Миңнулла Рыҫмөхәмәт улы — йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре.

Иҫкәрмәләр

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.