Ҡамышлы (Сафакүл районы)
Ҡамышты (рус. Камышное) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы ауылы. Ҡамышты ауыл советы составына керә.
Ауыл | |
Ҡамышлы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе |
Ҡамышлы ауыл советы |
Координаталар |
54°53′ с. ш. 62°22′ в. д. |
Халҡы | |
Почта индексы |
641084 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
45 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
|
Тарих
Революцияға ҡәҙәр ауыл Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе составында була. Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Ялан кантоны составына керә. 1924 йылда Урал өлкәһенең яңы ойошторолған Ялан районы составына бирелә. 1930 йылда Ялан районы бөтөрөлгәс, Ҡамышты ауылы Ялан-Ҡатай районына керә. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда Ҡамышты ауылы яңы ойошторолған Сафакүл районына керә, 1943 йылда был район Ҡурған өлкәһе составына инә.
Халҡы
Халыҡ иҫәбе |
---|
2010[1] |
668 |
2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауыл халҡының 33 %-тын башҡорттар тәшкил итә[2].
Инфраструктура
Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушер пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[3].
Билдәле кешеләре
- Ғәлиуллина Ғәлимә Садиҡ ҡыҙы — фәлсәфә фәндәре докторы.
Иҫкәрмәләр
- Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области . Дата обращения: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
- Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Камышинский сельский совет 2016 йыл 3 сентябрь архивланған.// Официальный сайт администрации Сафакулевского района.